Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Июль , 08:46

Президент халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе

Владимир Путин Британия карабының беҙҙең илдең биләмәһенә үтеп инеүен, уның Америка разведка авиацияһы менән бергә эш итеүен “комплекслы провокация” тип белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, сит ил карабы илебеҙҙең сиген үтеп, хәрбиҙәрҙең иҫкәртеүен тыңламай һәм “ишетмәй” юлын дауам иткәндә, беҙҙең ил һаҡсылары ҡорал ҡуланғас ҡына нейтраль һыуҙарға ҡасып китте. Владимир Владимирович: “Беҙ ул карапты батырһаҡ та, өсөнсө донъя һуғышы башланмаҫ ине. Сөнки улар беҙҙең сикте үтеп инде, ә беҙ уларҙы баҫып барманыҡ. Беҙ үҙебеҙ һәм киләсәгебеҙ өсөн көрәшәбеҙ. Был провокацияны ойоштороусылар был һуғышта еңеүсе була алмаясағын аңлай, ә был бик мөһим”,-тип белдерҙе. Әйткәндәй, Британия карабында булған Би-би-си журналисы британ хәрбиҙәренең алдан уйлап, юрамал Рәсәй сиген үтеүҙәре тураһында хәбәр итте.

Ил Башлығына мөрәжәғәт итеп, борсоған проблемаларҙы еткерә алыу – ябай халыҡтың күп проблемаларын асырға мөмкинселек бирә. 30 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм ил граждандары араһында сираттағы “Тура бәйләнеш” ойошторолдо. Пандемия арҡаһында студияла кешеләр булманы. Владимир Владимирович кешеләр менән видеоэлемтә аша һөйләште. Ҡайһы бер һорауҙар алдан яҙып алынған ине. “Тура бәйләнеш” 3 сәғәт тә 42 минут дауам итте.

Кешеләрҙең күпселек һорауы тажлы үләт, уны дауалау, вакцинациялауға ҡағылды. Шулай уҡ социаль-иҡтисади мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Президент һәр һорауға ентекләп яуап бирҙе. Ә ҡайһы бер мәсьәләләр трансляция барпышында уҡ хәл ителде. Күпселек һорауҙар илдең төрлө төбәгенән килде. Был йәһәттән Президент төбәк хөкүмәттәрҙең эшен һәр саҡ күҙәтеп барыуын, әгәр ниндәйҙер киҫкен хәл килеп тыуһа губернаторҙарҙан шәхсән рәүештә яуап таптырасағын белдерҙе.

Коронавирустың сираттағы тулҡыны килеүе проблемаһы күтәрелде. Кешеләр Президенттың 10 төбәктә индерелгән мотлаҡ вакцинациялауға ҡарашын да һораны. Владимир Путин вакцинациялау теләк буйынса булырға тейеш икәнлеген әйтеп үтте. Әммә шул уҡ ваҡытта мотлаҡ вакцинациялау индерелгән төбәктәрҙә социаль-иҡтисади хәлде тотороҡло хәлдә һаҡлау өсөн был кәрәк икәнлеген белдерҙе. Сөнки ауырыу ныҡ таралыу сәбәпле, бар предприятиелар ябылыу ҡурҡынысы аҫтында ҡалған. Президент: “Һеҙ үҙегеҙ вакцина яһаттығыҙмы?”-тигән һорауға, Рәсәй вакцинаһы “Спутник”ты эшләтеүен белдерҙе.

Халыҡты тағы ла ныҡ борсоған мәсьәлә ул – инфляция, торлаҡҡа, аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы. Президент аҙыҡ-түлектең донъя индексы, һуңғы ун йылды алып ҡараһаң, иң юғарыға күтәрелеүен белдерҙе. Был бөтә ер qөҙөндә күҙәтелгән хәл. “Рәсәйҙә хаҡтарҙы тотоу өсөн саралар күрелә – етештереүселәр һәм сауҙа селтәрҙәре араһында килешеүҙәр төҙөлдө, шулай уҡ етештереүселәргә субсидиялар бирелде. Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, Рәсәй ауыл хужалығы былтыр экспортта 30 миллиард һум аҡса эшләне”,-тине Президент.

Владимир Путин Британия карабының беҙҙең илдең биләмәһенә үтеп инеүен, уның Америка разведка авиацияһы менән бергә эш итеүен “комплекслы провокация” тип белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, сит ил карабы илебеҙҙең сиген үтеп, хәрбиҙәрҙең иҫкәртеүен тыңламай һәм “ишетмәй” юлын дауам иткәндә, беҙҙең ил һаҡсылары ҡорал ҡуланғас ҡына нейтраль һыуҙарға ҡасып китте. Владимир Владимирович: “Беҙ ул карапты батырһаҡ та, өсөнсө донъя һуғышы башланмаҫ ине. Сөнки улар беҙҙең сикте үтеп инде, ә беҙ уларҙы баҫып барманыҡ. Беҙ үҙебеҙ һәм киләсәгебеҙ өсөн көрәшәбеҙ. Был провокацияны ойоштороусылар был һуғышта еңеүсе була алмаясағын аңлай, ә был бик мөһим”,-тип белдерҙе. Әйткәндәй, Британия карабында булған Би-би-си журналисы британ хәрбиҙәренең алдан уйлап, юрамал Рәсәй сиген үтеүҙәре тураһында хәбәр итте.

Йәш граждандарҙы сит социаль селтәрҙәренең ябыласағы тураһында хәбәр борсой икән. Был хаҡта Президент халыҡ-ара интернет платформалары беҙҙең илдең закондарын күҙәтергә бурыслы икәнлеген, Рәсәйҙә үҙ вәкәләттәрен асырға тейешлектәрен һәм улар аша үҙ-ара һөйләшеү алып барырға мөмкин буласағын белдерҙе.

Әлбиттә, иң күп һорауҙар социаль өлкәгә ҡағылды. Социаль пособие тәғәйенләү, уларҙы алыуҙағы проблемалар, пенсия, кредит түләү буйынса проблемалар күп яңғыраны. Башҡортостандан бирелгән һорауҙа мелиорация проблемаһы яңғыраны. Республикала ҡоролоҡ күҙәтелә, шуға күрә ерҙәрҙе һуғарыу эштәре мотлаҡ кәрәк. Владимир Путин был йүнәлештә эш алып барылыуын һәм ул тағы ла көсәйтеләсәген белдерҙе. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, федераль программала ҡатнашыу һөҙөмтәһендә 2030 йылға республика һуғырылған ерҙәр 100 мең гектарҙы тәшкил итәсәк. Мелиорацияны үҫтереү өсөн инвестициялар ҙа ярҙам итә.

Тағы ла борсоған һорау ул – яңы уҡыу йылы ниндәй буласаҡ? Пандемия арҡаһында балаларҙы онлайн уҡыуға күсермәҫтәрме? Президент уҡытыу формаһы тажлы үләттең нисек таралыуына ҡарап ҡабул ителәсәген, шул уҡ ваҡытта башланғыс кластар мәктәпкә йөрөп уҡыясағын, ауырыуҙың сигенәсәгенә ышанысын белдерҙе.

Владимир Путинға ниҙәр тураһында хыялланыуы, ял иткәндә ниндәй йырҙар йырлауы тураһында ла һорау бирҙеләр. Ил Башлығы һәр кеше кеүек яҡшылыҡҡа ышаныуын һәм өмөт итеүен, ә йырҙарға килгәндә йөкмәткеле совет йырҙарын яратыуын әйтте.

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова