Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Июнь , 10:15

Зариф Байғусҡаров граждандарҙы ҡабул итте

Был көн һәр төрлө проблемалар менән 12 кеше килде. РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты килгән һәр һәр кешегә ярҙам итергә тырышты.

Эльвира Хәлитова үҙ ваҡытында ярҙам иткән өсөн депутатҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашыҡты. Был ғаилә юл-транспорт фажиғаһендә ағаһын юғалта. Транспорт хужаһы булған предприятие тейешле түләүҙәрен түләргә ашыҡмай. Был эшкә Байғусҡаров ҡыҫылғас ҡына эш алға китә: ниһайәт түләп ҡуялар. Әммә әле был предприятие түләүҙәрен туҡтата. Шуға ла ғаилә ҡабаттан депутатҡа мөрәжәғәт итергә була. БР Суд приставтары идаралығы менән һөйләшеүҙәр алып барылды һәм был эш айырыуса контролгә алынды.
Иҫке Собханғол―Ғәлиәкбәр юлы мәсьәләре буйынса Руслан Биккинин ауыл халҡы исеменән мөрәжәғәт итте. Был юл бар ауыл халҡына, айырыуса үҙәккә йөрөп уҡыған өлкән класс уҡыусыларына кәрәк. Байғусҡаров район хакимиәте башлығы менән
бәйләнешкә инде. Был мәсьәлә ошо көндәрҙә хәл ителетгә тейеш.
Искәндәр Бейешевтың автомобиленә суд приставтары арест һалған. Ә бурыс күптәнән түләнеп бөткән. Байғусҡаров ярҙамы менән был мөрәжәғәт тә ыңғай хәл ителде.
Гүзәлиә Әбүбәкирова ― яңы эш башлаған Өфө ышҡыуары. Ул республиканан ситтә үҙ эшен асыу өсөн субсидия алыу буйынса ярҙам һораны. Ҡабул итеү барышында БР Эшҡыуарҙары хоҡуғын яҡлау буйынса уполномоченный Флүр Әсәҙуллин был ҡыҙға ярҙам итергә әҙер.
Ҡабул итеүҙәр үткәргәндән һуң, депутат һәр мәсьәләгә индивидуаль ҡарар кәрәк тине. Ҡайһы бер һорауҙарға тиҙ генә ыңғай хәл ителде. Ҡайһы берҙәре шәхсән контролгә алынды.
Автор:Эльмира Киеккужина