Һаҡмар
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
15 Июнь 2022, 14:52

Үзеңде белгең килһә...

Үҙеңде белгең килһә,  Сиғанды отоп ҡара;  Кешене белгең килһә,  Уны байытып ҡара.    Атыңды белгең килһә,  Оҙон юл үтеп ҡара;  Тимер ныҡлығын белергә  Сандалда сүкеп ҡара. 

Үзеңде белгең килһә...
Үзеңде белгең килһә...

Үҙеңде белгең килһә, 

Сиғанды отоп ҡара; 

Кешене белгең килһә, 

Уны байытып ҡара. 

 

Атыңды белгең килһә, 

Оҙон юл үтеп ҡара; 

Тимер ныҡлығын белергә 

Сандалда сүкеп ҡара. 

 

Һағынып ҡарайғың килһә, 

Ситтәрҙә йәшәп ҡара; 

Данға үреләһең килһә, 

Быҫҡыма, йәшнәп ҡара. 

 

Донъя үҙгәртәһең килһә, 

Үҙеңдән башлап ҡара; 

Ғүмер ҡырым уңмай тиһәң, 

Моң менән ашлап ҡара. 

 

Дуҫтарым аҙайҙы тиһәң, 

Талап кәметеп ҡара;

Тик бер кискә яңғыҙлыҡҡа 

Йәнең кимертеп ҡара. 

 

Дошмандарым артты тиһәң, 

Асыу һүндереп ҡара;

Һәр әҙәмгә яратыуҙы 

Мулдан һеңдереп ҡара. 

 

Тупаҫландым буғай тиһәң, 

Тот та бар илап ҡара; 

Ватылған йәнде, рыяһыҙ

Елемләп, һылап ҡара. 

 

Кеше хәлен беләйем тиһәң, 

Тауына менеп ҡара; 

Уның алған яраһына 

Үҙең дә күнеп ҡара... 

Мәүлит Шәкиров. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: