Рухиәт
5 Июня 2022, 05:20

Тормош дауам итә...

Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсын йомғаҡлау һәм еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы, “Юлай аманаты” китабының исем туйы 8 июндә Баймаҡ ҡалаһының мәҙәниәт йортонда үтәсәк. Был кисә Юлай Мәҡсүтовтың яҡты иҫтәлегенә арналасаҡ...

Добавить в предпочтительные источники Google
Тормош дауам итә...Тормош дауам итә...
Тормош дауам итә...

Тормош дауам итә…

Ҡара болот сыҡһа Ирәндектән

Йәндәр иңрәй әле бөгөн дә.

Яҡты иҫтәлектәр булып ғүмер буйы

Йәшәрһең һин күңел түрендә.

Үҙенең мәрхүм булыуына бер нисә ай ҡалғас әрменән табутта ҡайтҡан һалдат егет тураһында әсенеп яҙған мәҡәләһендә Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар берлеге ағзаһы, “Йәшлек” гәзитенең Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе Юлай Мәҡсүтов ошондай юлдарҙы теҙгәйне: “Бер уйлаһаң, был донъяларҙан киткәс тә кеше бөтөнләй үлмәй әле. Уның тураһында хәтерләүселәр ҡалғанға ҡәҙәр кеше һаман да йәшәй, тере. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине…”

Юлайҙың һәр һүҙе, һәр фекере гелән тәрән мәғәнә менән һуғарылғанлығына, бәлки, үҙе тере саҡта иғтибар итеп тә бөтмәгәнбеҙҙер. Әле ошо юлдар уның үҙе тураһында әйтелгән бит, тип хайран ҡалам.

Быйыл Юлайыбыҙға алтмыш тулған булыр ине. Уны бер ҙә олпат ир итеп күҙаллай алмайым. Һәр саҡ серле генә йылмайып, эшлекле генә һөйләшеп йүгереп килеп инер төҫлө. Бөтә булмышы менән ул үҙен халҡына бағышланы: мәҡәләләре, сығыштары менән кеше күңеленең иң тәрән һәм иң саф тойғоларын уятырға һәләтле ине. Һәр саҡ юлда, кешеләр араһында, ил ғәме менән янып йәшәүсе ижадсы, талантлы журналист ине ул! Юлай Мәҡсүтов, Юлай-Юламан исемдәре менән сыҡҡан мәҡәләләрҙе “Йәшлек” гәзитенән иң беренсе булып уҡый торғайныҡ. Үҙе йәш булһа ла, йәшенә лә, ҡартына ла аҡыллы кәңәшсе, сабыр әңгәмәсе, ғәҙел иптәш ине ул. Уның фекерләү ҡеүәһе, затлы тел байлығы, фәһемле итеп мәҡәләне йомғаҡлап ҡуя белеүе башҡорт журналистикаһының бер байлығы булды, шуғалыр ул йылдарҙа “Йәшлек” гәзите иң популяр башҡорт баҫмаларының береһе ине. Ҡыйыу мәҡәләләре, тура һүҙлелеге, бер ниндәй ҙә власть бейеклектәренә ҡарамай, үҙ һүҙен әйтә алыуы, башҡорт йәштәренә хас булған һүнмәҫ рухлы булыуы, башҡорт милләтен янып яратыуы, уның киләсәге өсөн борсолоуы Юлайҙы Юлай итте.

Уның арабыҙҙан китеүен шаңҡып ҡабул иттек. Күңел ышанмай, йөрәк ҡабул итмәй. Беренсе шаңҡыу үтеү менән Юлайҙың исеме, уның эшләгән изге эштәре онотолорға тейеш түгел, тигән ҡарарға килдек. Хәтеремдә, тәүге Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе…

Юлай тураһында күпме иҫтәлектәр һөйләнде унда, рухына бағышлап аят уҡылды. Ә иң тулҡынландырғысы - тәүге тапҡыр Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия тапшырыу тантанаһы булды. Йәш журналистар араһында булдырылған тәүге премияға ул ваҡыттағы “Баймакский вестник” гәзитенең журналисы Зөлфиә Сафина лайыҡ булды.

Премияны төрлө йылдарҙа бик күп йәш, талантлы журналистарыбыҙ алды. Шуныһы ҡыуаныслы, лауреаттарҙың барыһы ла ошо мәртәбәле исемде аҡланылар, улай ғына түгел, яңы, сағыу биҙәктәр өҫтәнеләр. Гүзәл Иҫәнгилдина “Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге” етәксеһе, республикала үткән күп һанлы конкурстар еңеүсеһе. Зөлфиә Сафина - “Баймаҡ-ТВ” телестудияһы директоры. Айгөл Иҙелбаева билдәле шағирә, районда “Йәнгүҙәй” исемле ижадсылар берекмәһен етәкләй. Был ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт. Һәр лауреат хаҡында ла бәйән итерлек матур эштәр етәрлек. Бары уларға оло рәхмәт әйткем килә. Юлайҙың рухы шаттыр, уның изге эше, ватансыл рухы йәштәрҙә йәшәй.

Быйыл уның юбилей йылында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы йәш ижадсылар араһында Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсы үткәрҙе. Конкурсҡа 42 уҡыусынан 41 эш (бер мәҡәләне ағалы-һеңлеле бергәләп яҙған) ҡабул ителде. Уларҙың Баймаҡ, Йылайыр райондарынан, хатта Сибай, Ишембай, Өфө ҡалаларынан килеүе һөйөнөслө. Был мәҡәләләр, бер йыйынтыҡҡа тупланып, Сибай типографияһында “Юлай аманаты” исеме менән донъя күрҙе.

Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсын йомғаҡлау һәм еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы, “Юлай аманаты” китабының исем туйы 8 июндә Баймаҡ ҡалаһының мәҙәниәт йортонда үтәсәк. Был кисә Юлай Мәҡсүтовтың яҡты иҫтәлегенә арналасаҡ. Кисәлә уның яҡын туғандары, дуҫтары, фекерҙәштәре, премия лауреаттары ҡатнашасаҡ. Билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре Азат Биксурин, Альберт Салауатовтар ағайҙарының яҡты рухына арналған сараны музыкаль яҡтан йәмләйәсәк.

Юлайҙың ҡәҙерле туғандары хаҡында бер кәлимә һүҙ әйткем килә. Ул мәрхүм булғас таныштым апайҙары, һеңлеләре менән. Шундай оло йөрәкле, мәрхәмәтле кешеләр улар. Юлайҙың исемен мәңгеләштереү өсөн бөтә көсөн һалдылар. Премияның финанс яғын, китап сығарыу, кисәләр өсөн сығымдар һ.б. - барыһы ла уларҙың мәрхәмәте. Хоҙай Тәғәлә үҙе риза булһын, сауаптарын насип итһен, тиергә ҡала.

Мәҡәләмде оло кинәнес менән тағы бер рәхмәт менән тамамлағым килә. Үҙем оҙаҡ йылдар, хаҡлы ялға киткәнсе, эшләгән китапхана коллективына, етәксеһе Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазинаға рәхмәтлемен. Матур итеп, күңел биреп эшләйҙәр. Беҙ нигеҙләгән башланғыстарҙы ла онотмайҙар. Китапхана методисы Айгөл Иҙелбаеваның тырышлығы менән Юлайҙың “Йәшлек”тә баҫылған мәҡәләләре тупланған ике китап донья күрҙе. Ундағы мәҡәләләр Баймаҡ кешеләре хаҡында. Үҙе бер тарихи йылъяҙма. Бөгөн дә йылъяҙмалар яҙыла. Шулай булһын, Юлай әйтмешләй, тормош дауам итә яңы биҙәктәр, яңы изге эштәр менән…

Луиза Дәүләтшина, хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

 

Автор:Гузель Салихова