+23 °С
Облачно


Аҡыл эйәһе:
― Барлыҡ кешеләр Ысынбарлыҡта йәшәмәй. Улар үҙ донъяһында, үҙ уйҙарында, үҙ аҡылы тирәһендә йәшәйҙәр, ― ти икән.
― Бының булыуы мөмкин түгел. Тормошто барыһы ла бер үк күрә. Ағас икән - ағас, таш икән - таш. Ямғыр яуа икән, ямғырҙы күрәләр. Бында артыҡ аҡыл кәрәкмәй, ― тип ҡаршы төшә.
Шул саҡ аҡыл эйәһе кипкән ботаҡтарҙы "Т" хәрефе итеп һала ла ғалимға һорауын бирә:
— Бында һин нимә күрәһең?
— "Т" хәрефен, — тип яуаплай ғалим.
— Мин шулай тип әйтерһең, тип уйланым да, ― ти икән аҡыл эйәһе. — Тәбиғәттә бер ниндәй ҙә "Т" хәрефе юҡ. Был символ һинең башыңда, йәғни аҡылыңда ғына бар. Ә бында кипкән ботаҡтар ғына ята.
Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.