Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
29 Декабрь 2021, 11:09

Өмөт тураһында хикәйәт

Тыныс ҡына бүлмәлә дүрт шәм янып ултырған була. Һәр ҡайһыһы ваҡыт үтеү менән иреп, бәләкәсәйә баралар икән. Бүлмәләге тынлыҡтан был дүртәүҙең һөйләшкәнен ишетеп була икән. Сытырлап яна-яна тәүге шәм былай тине бойоғоп ҡына: Тулыраҡ сайтта. 

Тыныс ҡына бүлмәлә дүрт шәм янып ултырған була. Һәр ҡайһыһы ваҡыт үтеү менән иреп, бәләкәсәйә баралар икән.

Бүлмәләге тынлыҡтан был дүртәүҙең һөйләшкәнен ишетеп була икән. Сытырлап яна-яна тәүге шәм былай тине бойоғоп ҡына:

- Мин – Тыныслыҡ. Үкенескә, мине кешеләр һаҡлай белмәй. Шуға ла артыҡ янып үлтырыуҙың сәбәбен күрмәйем.

Был шәм тиҙҙән һүнә. 

- Мин – Ышаныс. Үкенескә, мин дә бер кемгә лә кәрәк түгелмен. Кешеләр минең турала хатта ишетергә лә теләмәйҙәр. Артабан яныуҙың фәтеүәһен күрмәйем, - тип һүҙгә икенсе шәм ҡушыла. Ул да янып ултырған еренән һүнә.

- Мин – Мөхәббәт. Минең да артабан яныр өсөн хәлем ҡалманы. Кешеләр минең ҡәҙеремде белмәйҙәр. Мөхәббәтте бирә лә, ала ла белмәйҙәр, - тип өсөнсө шәм дә һүнеп ҡуйҙы. 

Шул саҡ бүлмәгә бала килеп инә. Һүнгән өс шәмде күреп, ҡысҡырып илап ебәрә:

- Нимә эшләнегеҙ һеҙ! Мин бит ҡараңғылыҡтан ҡурҡам! 

- Илама! Мин - Өмөт. Мин янғанда ҡалған өсәүҙе лә тоҡондырып булыр, - тип дүртенсе шәм уны йыуатып һүҙ башланы. 

Ысынлап та, Өмөт кешене йәшәтә. Иртәнге көнгә ҡанат өҫтәй. Өмөт шәмдәрегеҙ бер ваҡытта ла һүрелмәһен! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: