Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
20 Декабрь 2021, 16:27

Ахмаҡ менән ишәк

Был хикәйәттә ахмаҡ асыуына бирелеп, йөгөн дә юғалта, ишәгенән дә ҡолаҡ ҡаға. Ә аҡыллы асыуын ауыҙлыҡлап ҡала һәм ни бары бер сәғәт ваҡытын юғалта. 

Ахмах юлаусы ишәген тыңлатыу өсөн ҡысҡыра, екерә башлай. Инде лә ҡыбырламай торғанын күреп ҡулына сыбыҡ ала. Ярһып-ярһып туҡмай башлай ул. Ахыр сиктә туҡмалып, ҡанға батҡан ишәк йән бирә. 

Ауыр йөктө ул яурынына аҫып ала ла, юлына дауам итә. Йәйәүләп барыу уға артыҡ оҡшап етмәй. Етмәһә, бынау йөе! Асыу ахмаҡтың үҙен ишәккә әйләндерә. Әммә ахмаҡ быны ла аңлап етмәй. Асыуынан ярһый. Әйләнә-тирәләгеләрҙе әрләй, һүгә башлай. Былай ярһып барып уның хәле бөтә.

Аптырағас юлаусы йөгөн ҡыуаҡ төбөнә йәшерә лә йәйәүләп үҙе генә ҡайтып китә. Төндә хәлдән тайып ҡайтып ауа лаикенсе көн ат яллап юлға сыға. Йәшереп киткән әйберҙәрен алып ҡайтырға ҡарар итә. Әммә ҡараҡтар уны урлап өлгөргән була.

Бына шулай, ахмаҡ ишәгенән дә, әйберҙәренән дә яҙа. Етмәһә атлы кешегә лә түләргә тейешле булып ҡала.

Аҡыл эйәһе лә был көн йөк менән ишәккә атланып юлға сыға. Ишәк тиҫәреләнгәс, ул ҡабыланһа ла, йөгөн бушата, берәй сәғәт ял иттерергә була. Бер сәғәттән ул юлын дауам итә, әйберҙәрен юғалтмай алып ҡайтып еткерә. Асыуын ауыҙлыҡлағанға күрә сарсап, бешеп йәйәү атламай, йөгөн дә ваҡытында алып ҡайтып еткерә. 

Бына шулай, асыуығыҙҙы ауыҙлыҡлай белегеҙ! 

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: