Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Май 2022, 08:20

Йылымдарға ҡурҡыныс янамай

"Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә, 14 майҙа Республика Башлығы Р.Ф. Хәбиров Беренсе Төркмән ауылында эш сәфәре менән булған саҡта Йылым ауылы өсөн янғын һүндереү техникаһы тапшырҙы.

"Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә 14 майҙа Республика Башлығы Р.Ф. Хәбиров Беренсе Төркмән ауылында эш сәфәре менән булған сағында Йылым ауылы өсөн янғын һүндереү техникаһы тапшырҙы. Кисә, 19 май, автоцистерна Йылым ауылына килеп етте  Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа ведомствоға ҡараған янғын һүндереү бүлектәре  юҡ. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, барыбер ҙә халыҡ үҙе һәм ирекле янғын һүндереүселәр ут менән көрәшә. Автоцистернаны бөтә техникаға ла тағып була. Уға йылғанан да, гидрантҡа ла тоташып, һыу тултырырға мөмкин. Иң мөһиме,  ҡайҙалыр алып барып түгел, ә ауыл ерендә хеҙмәтләндереү мөмкинлеге бар.

Гөлшат Иҫәндәүләтова,

Ишбирҙе ауылы биләмәһе башлығы.

Йылымдарға ҡурҡыныс янамай
Йылымдарға ҡурҡыныс янамай
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: