Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Ноябрь 2021, 22:35

Йәшәү минимумы ла, минималь эш хаҡы күләме лә арта

Бик күп социаль түләүҙәр, пособиелар, өҫтәмәләр йәшәү минимумына бәйле. Шуға күрә был түләүҙәрҙең дә күләме артасаҡ.

Йәшәү минимумы ла, минималь эш хаҡы күләме лә арта

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 йылда йәшәү минимумын 1 мең һумға арттырырға ҡушты. Шулай итеп, ул 12654 һум буласаҡ.

“Федераль проект бюджетында киләһе йылға йәшәү минимумын 2,5 процентҡа индексациялау ҡаралған. Әлбиттә, был етерлек түгел, сөнки был параметрҙар ағымдағы инфляция кимәленән (ул һуңғы айҙарҙа һиҙелерлек артты) күпкә ҡалыша. Шуға күрә киләһе йылға йәшәү минимумын 8,6 процентҡа күтәрергә тәҡдим итәм. Һандар менән әйткәндә, йәшәү минимумы 12654 һумға тиклем күтәрелергә тейеш, был бөгөнгө көн менән сағыштырғанда, 1 мең һумға күберәк.

Бик күп социаль түләүҙәр, пособиелар, өҫтәмәләр йәшәү минимумына бәйле. Шуға күрә был түләүҙәрҙең дә күләме артасаҡ. Ә уларҙы беҙҙең миллионлаған кеше ала”, - тине Путин.

Шулай уҡ Президент 2022 йылда минималь эш хаҡын да 8,6 процентҡа арттырырға ҡушты. Ул айына 13890 һум тәшкил итәсәк.

“Ошо көндәрҙә был хаҡтағы төҙәтмәләрҙе Дәүләт Думаһына тәҡдим итәм һәм депутаттарҙың уларҙы ҡабул итеүен һорайым”, - тип белдерҙе ил Башлығы.

Фото: https://tass.ru/ekonomika/12964977?utm_source=yxnews&utm_medium=desktop

Автор:Лилия Кусябаева