Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Ноябрь 2021, 16:16

Эксперттар хоҡуҡ боҙолоу осраҡтарын тапмаған

Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында халыҡтың хоҡуҡтарын боҙоуға ялыуҙар теркәлмәгән. Халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү менән бәйле хәлдәрҙе контролдә тотоу һәм күҙәтеү буйынса эшсе төркөм үҙ эшенә яҡынса йомғаҡ яһаны.

Эксперттар хоҡуҡ боҙолоу осраҡтарын тапмаған

- Был осорҙа беҙ 17 шылтырау ҡабул иттек. Уларҙың барыһы теге йәки был мәғлүмәткә бәйле булды. Кешеләр бер урында пропискала тороп, икенсе урында йәшәгән осраҡта ни эшләргә кеүек һорауҙар бирҙеләр. Шулай уҡ бәғзе берҙәре иҫәп алыусы яҙып алған мәғлүмәтте ҡабаттан тикшереп ҡарарға теләк белдергән. Бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалманы. Иҫәп алыусылар яғынан граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоу тураһында хәбәрҙәр теркәлмәне, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә төркөм рәйесе, Башҡортостан татарҙары конгресы башҡарма комитеты рәйесе һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Заһир Хәкимов.

Эксперт һүҙҙәренсә, республикала халыҡ иҫәбен алыу бар яҡтан да уңайлы булһын өсөн барыһы ла эшләнә. Эшсе төркөм үҙ эшен дауам итә. Һәр кем һорауҙары буйынса 8 (347) 246-48-45 йәки 79191454651 телефондары буйынса мөрәжәғәт итә ала.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылдың 14 ноябрендә тамамлана. Башҡортостан халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу буйынса алдынғылар иҫәбенә инде. Был хаҡта Росстат башлығы Павел Малков Рәсәй президенты кәңәшмәһендә хөкүмәт ағзаларына хәбәр итте. Республикала дүрт миллиондан ашыу кеше иҫәпкә алынған да инде.

 

Автор:Эльмира Киеккужина