Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Октябрь 2021, 16:21

Бында халыҡ иҫәбен алалар

Баймаҡ ҡалаһындағы күп функциялы үҙәктә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының стационар пункты урынлашҡан. #ҺаҡмарАтайсал#ВПН2020

Мәғлүм булыуынса, 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. Был мөһим кампанияла Баймаҡ ҡалаһы буйынса – 31, ә ауылдарҙа 70 иҫәп алыусы эшләй. Бынан тыш Баймаҡта – 5, ә ауылдарҙа 12 контролер бар.

15-17 октябрҙә иҫәп алыусылар өсөн уҡыуҙар ойошторолдо. Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса уполномоченный Альбина Тимерова иҫәп алыусыларға мөрәжәғәт итеп, был сараның мөһимлеге, бурыстары тураһында һөйләне, борсоған һорауҙарға яуаптар бирҙе, ҡайһы бер нескәлектәргә аныҡлыҡтар индерелде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иҫәп алыусы һеҙгә килә икән, тәү сиратта уның паспортын һәм таныҡлығын күрһәтеүҙе талап итегеҙ. Һорауҙарға яуап биреү өсөн паспорт талап ителмәй. Бөтә яуаптар һеҙҙең һүҙҙәр буйынса яҙыла. Кемдер иҫәп алыусыны өйөнә индерергә теләмәй икән, һорауҙарға яуапты дәүләт порталы, күп функциялы үҙәк аша ла бирергә мөмкин. Һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән осраҡта, һеҙгә QR-код киләсәк. Уны иһә ҡағыҙға сығартып алырға онотмағыҙ. Иҫәп алыусы килгән осраҡта, тап шул кодты уға бирергә кәрәк буласаҡ.

Иҫәп алыуҙы шулай уҡ стационар пункттарҙа ла үтергә мөмкин.

Бында халыҡ иҫәбен алалар
Автор:Лилия Такаева