Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
7 Июль , 10:31

Яңы һөнәр алыу мөмкинелеге бар

Тик кемдәргә?

Яңы һөнәр алыу мөмкинелеге бар
#Путин
"Демография" милли проектының "Мәшғүллеккә булышлыҡ" федераль проекты сиктәрендә ҡайһы бер категория граждандары өҫтәмә һөнәр ала ала. Хәтерләүегеҙсә, Рәсәй Федерацияһы Президенты мәшғүл граждандарҙың һанын пандемия башланғанға тиклемге хәлгә еткерергә, тигән бурыс ҡуйғайны. 
 
Милли проект сиктәрендә 50 йәше тулғандар һәм унан өлкәндәр, декрет отпускаһында ултырған һәм башланғыс класта балалары уҡыған эшләмәй ултырған ҡатындар, эш эҙләп мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткәндәр өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә. 
 
Республикала 2024 йылға тиклем Һөнәри белем биреү һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһы буйынса эшләгән ике төбәк операторы бар: 

1. Башҡортостан Республикаһында һөнәри белемде арттырыу (АНО «Агентство развития профессионального мастерства (Ворлдскиллс Россия)» федераль оператороы менән берлектә эшләй);

2. Өфө нефть техник университет (ФГАОУ ВО «Национальный исследовательский Томский государственный университет» менән берлектә эшләй).

Башҡортостанда был программа уңышлы эшләп килеүен айырым билдәләп үтергә мөмкин. Был программа ярҙамында 3 меңдән ашыу кеше өҫтәмә белем алды. Шуның 75 проценты шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлде. 
 
Уҡытыу эшен колледждарҙа ла, юғары уҡыу йорттарында да алып барыла. Проекктты ҡәмәлгә ашырыу түбәндәге төп этаптарҙан тора:
 
1. Граждандарға уны ғәмәлгә ашырыу тураһында мәғлүмәт биреү;
2. Теге йәки был программа буйынса ихтыяж барлығын билдәләү һәм һайлап алырға ярҙам итеү; 
3. "Работа в России" порталы аша заявка биреү;
4. Уҡытыуҙы ойоштороу, эшкә төшөрөргә ярҙам итеү. 
 
Әлеге мәлдә республикала 400-ҙән ашыу республика халҡы яңы һөнәр үҙләштерә. 
 
Автор:Эльмира Киеккужина