Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
2 Март 2021, 10:10

ӨФӨ РАЙОНЫНДА ЮЛҒА ИҒТИБАР ҘУР

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Былтыр Өфө районында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, 12 километрҙан ашыу юл тәртипкә килтерелгән. Был эштең хаҡы 111 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
Атап әйткәндә, М-5 “Урал” – Шмидт, Кириллов – Рождественка, Платоновка – Авдон автомобиль юлдары, Дебовка ауылына юл, Таптыков һәм Глумилин ауылы урамдарындағы юл төҙөкләндерелгән. Платоновка – Авдон юлында подрядсы шулай уҡ тротуарҙы ремонтлаған, ҡойма ҡуйған.
Бынан тыш, төҙөкләндерелгән юлдарҙа юл билдәләре яңыртылған.
Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты автомобиль йөрөтөүгә яуаплы ҡарау һәм йәйәүлеләрҙең юл ҡағиҙәләрен үтәү мәҙәниәтен үҫтереү, юлдарҙың торошон тикшереү, сифатын арттырыуға булышлыҡ итеү кеүек маҡсаттарҙы үҙ эсенә ала. Уның төп бурысы - халыҡтың именлеген һаҡлау.
Сығанаҡ: ufim.bashkortostan.ru
Читайте нас в