Һаҡмар
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Февраль 2021, 11:25

ИШЕМБАЙҘА ЛА ЙЫЛҒА БУЙЫ ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Ишембай ҡалаһы халҡы төҙөкләндереү өсөн Ағиҙел йылғаһы ярын һайлай. Бөгөн йылға буйы олоһоноң да, кесеһенең дә яратҡан ял урынына әйләнгән.
Төҙөкләндереү эштәре Ишембай ҡалаһының баш архитекторы проекты буйынса алып барыла.
Ишембай районы хакимиәтенең милли проекттар һәм программалар менән етәкселек итеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, төҙөкләндереү буйынса проектты тормошҡа ашырыу ике этапта үткәрелә. Тәүге этапта ер эштәре башҡарылған, бетон нигеҙгә пергола ултыртылған, парк һәм пляж урындары төҙөкләндерелгән, ротонда (беседка) төҙөлгән. Ротонда майҙаны уртаһында 11 бәләкәй архитектура формаһы ҡуйылған. Бында балалар уйыны өсөн ҡоролмалар, спорт тренажерҙары, эскәмйәләр, өҫтәлдәр, сүп һауыттары урынлашҡан.
Ҡалала тәүге тапҡыр хәүефһеҙ һыу инеү урыны төҙөлгән. Унда ҡотҡарыусылар вышкаһы, пляж зонттары, биологик бәҙрәф кабиналары, сисенеп-кейенеү урыны булдырылған. Аҡ ҡом килтерелгән, йылғаның төбө таҙартылған.
Киләһе этапта йылға буйында юлды төҙөкләндереү, эттәрҙе өйрәтеү майҙансығы, балалар уйындары, экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн майҙандар булдырыу ҡаралған. Быйыл ағас ултыртыу ҙа планлаштырылған.
Төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото – Ишембай районы хакимиәтенең милли проекттар һәм программалар менән етәкселек итеү бүлеге.
Читайте нас в