Әлшәй һәм Дәүләкән райондарының хәрби комиссариаты сығышы менән Башҡортостандыҡы булған Горейко Михаил Трофимовичтың тыуғандарын эҙләй.
Воронеж өлкәһенең Коротояк ҡасабаһынан алыҫ булмаған Дон йылғаһына килеп ҡушылған Тихая Сосна йылғаһы буйында Ил-2 самолётының ҡалдыҡтары һәм лётчиктың һөлдәһе табылған. “Хәтер” китабына һәм 291-се авиация дивизияһының хәрби журналына ҡарағанда, самолёт 1943 йылдың 16 ғинуарында атып төшөрөлә. Лётчиктың Михаил Трофимович Горейко икәнлеге асыҡланған. Ул 1916 йылда тыуған. 606-сы авиация полкының 291-се авиация дивизияһының пилоты булып хеҙмәт иткән. Лётчиктың әсәһе Башҡорт АССР-ы Илеш районының Балтас ауыл Советына ҡараған Калиновка ауылында йәшәгән.
Бөгөн М.Т. Горейконың тыуғандарын эҙләйҙәр. Бәлки, улар республиканың икенсе ҡала-районындалыр, ә бәлки Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә күсеп киткәндәрҙер.
Кем дә кем Михаил Трофимовтың тыуғандарын белә, Әлшәй һәм Дәүләкән райондары буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ: 8 (34754) 2-38-08.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.