Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Февраль 2021, 11:18

Экологик мәҙәниәткә өйрәтәләр

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ төбәк идаралығы белгестәре Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 4-се гимназия тәрбиәләнеүселәре өсөн экологик грамоталылыҡ буйынса дәрестәр үткәрҙе.

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ төбәк идаралығы белгестәре Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 4-се гимназия тәрбиәләнеүселәре өсөн экологик грамоталылыҡ буйынса дәрестәр үткәрҙе.
Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу, уларҙы ҡайтанан эшкәртеү, тирә-яҡ мөхитте таҙартыу сығанаҡтарын асыҡлау буйынса дәрестәр бер уҡыусыны ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалдырманы. Балалар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар төрҙәре, утилләштереү алымдары һәм айырым йыйыу һөҙөмтәһендә уларҙы кәметеү, ҡалдыҡтарҙың ябай сүп-сар ғына түгел, эшкәртеү сеймалы икәнлеген күрҙеләр. Сарала барлығы 230-ҙан ашыу уҡыусы ҡатнашты, тип хәбәр итә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Дәрестәрҙә балалар иғтибар менән тыңланы, һорауҙарыбыҙға яуап бирҙе, үҙҙәре лә ҡыҙыҡһынды. Ишеткәндәре хаҡында ата-әсәләренә, туғандарына һәм таныштарына һөйләрҙәр, моғайын. Шулай итеп, әкренләп аңдарында ла үҙгәрештәр булыр, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Стәрлетамаҡ төбәк идаралығының әйҙәүсе белгесе Анна Дегтярева. – Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиләү киләсәк быуын өсөн нигеҙ булып тора.
Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы белгестәре белдереүенсә, экология грамоталылығы дәрестәрен үткәреү “экология”, “ҡалдыҡтар”, “сүп-сарҙы айырым йыйыу”, “ҡурсаулы биләмәләр”, “тәбиғәт һағы”, “Ҡыҙыл китап” кеүек күренештәрҙе асырға, бәләкәй ваҡыттан экологик мәҙәниәтте тәрбиәләргә булышлыҡ итә.
Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының “Ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү комплекслы системаһын булдырыу” федераль проекты маҡсаттарына тура килә.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Читайте нас в