Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Февраль 2021, 11:22

Белоретта «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыусылар продукция етештереүҙең оперативлылығын арттырҙы

#нацпроект

Белоретта «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыусылар продукция етештереү тиҙлеген ике тапҡырға арттырҙы. Был турала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
«Республикала «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын тормошҡа ашырыу уңышлы бара. Ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа милли проект ҡатнашыусы-предприятиеларға көнәркәшлеккә һәләттәрен арттырыу, баҙарҙа үҙ позицияларын нығытыу өсөн дәүләт ярҙамы менән файҙаланыу мөмкинлеген бирҙе», - тип билдәләй Рөстәм Моратов.
Белоретта милли проектта Белорет селтәрҙәр һәм настил заводы, Белорет рессор һәм пружиналар заводы, «Строп-Комплект» ҡатнаша. Тамамланмаған етештереү күләмен кәметеү юлы менән 80 млн һумға яҡын сумманы бушата алғандар, улар ҡатмарлы осорҙа етештереүҙе үҫтереү һәм тотороҡлоландырыуға йүнәлтелергә мөмкин. Уртаса иҡтисади эффект яҡынса 4 млн һум тәшкил иткән.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://economy.bashkortostan.ru/
Читайте нас в