Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
25 Февраль 2021, 19:22

Баймаҡ районында бөтә тарафтарға ла юл асыҡ

Күсейгә лә юл бар. Берҙәм эш һөҙөмтәһе ҡыуандыра.

Һуңғы ике тәүлектә республиканың көньяҡ-консығыш райондарында түбән һауа температураһынан тыш, күҙ асҡыһыҙ бурандар ҙа теркәлде. Һөҙөмтәлә Сибай – Күсей – Хәлил, Магнитогорск – Ира, Сәрмән – Амангилде – Баймаҡ трассаларында бөтә төр техник сараһы өсөн дә юлдар ябылды. Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ инспекторҙары райондан сыҡҡан өс йүнәлеш буйынса ла юлдарҙы контролгә алды һәм был ғәҙәттән тыш хәлдәр булдырмауға булышлыҡ итте.

24 февралдә мәғариф учреждениеларында дәрестәр дистанцион рәүештә барҙы.

Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығының 15 берәмек техникаһы ташланды. 23 февраль киске 19.50 минутта Сибай – Әлмөхәмәт юлында 4 еңел автомобилдең ҡар ҡамауында ҡалыуы тураһында мәғлүмәт алынды. Уларҙа 14 өлкән кешеләрҙең булыуы асыҡланды. Шунда уҡ Баймаҡ ДРСУ-һының 2 берәмек техникаһы юлланды. Пассажирҙарға Сибай ҡалаһының эҙләү-ҡотҡарыу төбәк отряды хеҙмәткәрҙәре ярҙам күрһәтте.

Баймаҡ ҡалаһында иһә тәүлек әйләнәһенә 9 берәмек техника эшләне. Шул иҫәптән “Баймаҡ коммуналь хужалығы” МБУ-һының 5 техникаһы ла йәлеп ителде. Завод, Сейә, Һаҡмар, Ыуараж, Коммунистар урамдарынан 32 машина ҡар өйөмөнән ҡотҡарылды. 7 кешегә (2 ғаиләгә) Сейә урамындаға автобус туҡталышына тиклем барып етергә ярҙам күрһәтелде.

Көн дауамында “112” телефон һандары аша Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә электр энергияһына бәйле мөрәжәғәттәр булды. Район электр селтәренең 4 бригадаһы электр энергияһына бәйле өҙөклөктәрҙе 2 сәғәт эсендә бөтөрөргә өлгәште.

Баймаҡ Водоканалы” һәм УКЖФБ хеҙмәттәре туңған һыу колонкаларын иретеү, халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү, һыу сығарыуға бәйле килгән мөрәжәғәттәрҙе ваҡытында хәл итеү өҫтөндә эш алып барҙы.

Баймаҡ ҡалаһындағы күп ҡатлы йорт алдын ҡарҙан таҙартыуға 1 техника һәм 10 хеҙмәткәр йәлеп ителде.

Әлеге ваҡытта Күсей ауылына юл асылды. Ауылдарҙа урам араһындағы ҡарҙы таҙартыу буйынса эш алып барыла.

Хөрмәтле райондаштар! Һауа торошо боҙолоп торғанда, юлға сыҡмай тороуығыҙ һорала. Бик тә кәрәк булған осраҡта, запас яғыулыҡ, йылы кейем, аҙыҡ-түлек, термостарҙа эҫе сәй алырға онотмағыҙ.

Баймаҡ районы хакимиәте көйһөҙ һауа-торошо шарттарында эшләгән барлыҡ коммуналь хужалыҡтарға, махсус ойошмаларға оператив эш һөҙөмтәһе күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерә. Берҙәм эш алып барыу арҡаһында ғына ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуйылманы.

Читайте нас в