Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
24 Февраль 2021, 12:15

ЙҮНСЕЛДӘРГӘ ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛӘ

#нацпроект

Башҡортостанда Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу бәләкәй һәм уртаса предприятиеларҙың финанс ресурстарынан файҙаланыу мөмкинлеген киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.
Бынан ары Октябрьский ҡалаһы, шулай уҡ уға яҡын муниципалитеттарҙағы эшҡыуарҙарға микрофинанс дәүләт ярҙамы мәсьәләләре буйынса бушлай консультация бирәләр. Күптән түгел асылған “Минең бизнесым” үҙәге офисында Башҡортостан микрокредит компанияһының рәсми вәкиле эшләй башланы.
Йүнселдәр компанияның рәсми сайтында (centerrb.ru) заем алыуға үҙаллы онлайн-ғариза бирә ала. Эште һанлы форматта алып барыу һөҙөмтәһендә былтыр Башҡортостан микрокредит компанияһы Октябрьский ҡалаһындағы бәләкәй бизнесҡа 38 миллион һумдан ашыу күләмдә эшҡыуарлыҡ заемы биргән.
– Башҡортостан микрокредит компанияһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына микрофинанс дәүләт ярҙамы алымдарын әүҙем үҫтерә, төбәк муниципалитеттарында ярҙам инфраструктураһы ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, – тине ойошма директоры Илһам Закиров.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru