Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Февраль 2021, 18:25

Ике кеше һәләк булған

Утта

Бөгөн Хәйбулла районының Маҡан ауылында ике квартиралы бер фатирҙа янғын сыға. Янғын һүндереүселәр килгәндә ут өйҙө ялмап алған була. Һөҙөмтәлә ике кеше янғында һәләк булған: 49 йәшлек ҡатын һәм 54 йәшлек ир кеше.

Утты һүндереүҙә 11 кеше һәм 4 берәмек техника ҡатнаша, тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Янғындың сыҡыу сәбәптәре асыҡлана. Әле тикшереү эштәре бара.