Һаҡмар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Февраль 2021, 17:26

ИҢ ҘУР ҠЫШҠЫ СПОРТ САРАҺЫ

Башҡортостан XXXIХ “Рәсәй саңғыһы” Бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярышына әҙерләнә.13 февралдә үтәсәк сарала республиканың бөтә район һәм ҡалалары ла ҡатнашасаҡ. Үҙәк старттар иһә Өфөлә ошо асыҡ спорт майҙандарында ойоштороласаҡ.Ярышта ҡатнашыусылар өс саҡрым дистанция үтә, спорт мәктәптәре спортсылары һәм саңғысылар биш саҡрым үтә ала.Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.“Рәсәй саңғыһы” 1982 йылдан үткәрелә һәм ҡатнашыусылар һаны, географияһы буйынса иң ҙур ҡышҡы спорт сараһы булып тора. Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда быйыл 120 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә.Иҙел башы ла акцияға ҡушылып, 13 февралдә ҡаланың "Металлург" стадионында һәм Инйәрҙә Советтар Союзы Геройы А.Серебренников иҫтәлегенә 49-сы традицион саңғы ярыштары үткәрәсәк. Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.#национальныепроекты #нацпроекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан XXXIХ “Рәсәй саңғыһы” Бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярышына әҙерләнә.
13 февралдә үтәсәк сарала республиканың бөтә район һәм ҡалалары ла ҡатнашасаҡ. Үҙәк старттар иһә Өфөлә ошо асыҡ спорт майҙандарында ойоштороласаҡ.
Ярышта ҡатнашыусылар өс саҡрым дистанция үтә, спорт мәктәптәре спортсылары һәм саңғысылар биш саҡрым үтә ала.
Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
“Рәсәй саңғыһы” 1982 йылдан үткәрелә һәм ҡатнашыусылар һаны, географияһы буйынса иң ҙур ҡышҡы спорт сараһы булып тора. Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда быйыл 120 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә.
Иҙел башы ла акцияға ҡушылып, 13 февралдә ҡаланың "Металлург" стадионында һәм Инйәрҙә Советтар Союзы Геройы А.Серебренников иҫтәлегенә 49-сы традицион саңғы ярыштары үткәрәсәк.
Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#национальныепроекты #нацпроекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в