Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Февраль 2021, 17:25

Башҡортостанға күсеүселәргә ярҙам күрһәтеләсәк

#миллипроекттар

10 февралдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы һәм сит илдәрҙәге башҡорт йәмәғәт ойошмалары активистары һәм етәкселәре менән онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибе — «Сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы Башҡортостан Республикаһына үҙ ирке менән күсүенә булышлыҡ итеү» ярҙамсы программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһен ҡарау. Кәңәшмәлә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Эске эштәр министрлығының Миграция мәсьәләләре буйынса идаралығы белгестәре ҡатнашты. Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандан милләттәштәребеҙ ҙә ҡушылды.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының хеҙмәт баҙарын анализлау бүлеге начальнигы Ирина Вершинина программаның асылы хаҡында һөйләне. Республикала ул 2018 йылдан ғәмәлгә ашырыла, ошо осорҙа Башҡортостанға 279 яҡташыбыҙ күсеп ҡайтҡан. Ошондай күскенселәр өсөн махсус программа буйынса торлаҡ өсөн һәм дәүләт пошлинаһын түләүгә, медицина тикшереүенә һәм башҡалар төр сығымдарҙы компенсациялау ҡаралған.
«Ярҙамсы программала сит илдә йәшәгән ватандаштарыбыҙ һәм уларҙың ғаилә ағзалары, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә законлы рәүештә даими йәшәгән ватандаштарыбыҙ ҡатнаша ала. Улар эшкә яраҡлы булырға, республикаға ҡайҙалыр эшләү йәки эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн күсеп килергә тейеш. Әгәр ярҙамсы программа менән башта һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт өлкәһендә эшләгән белгестәр генә файҙалана алһа, быйыл талаптарҙы йомшарттыҡ, хәҙер эшмәкәрлектең барлыҡ өлкәләрендә мәшғүл булғандар ҙа уның менән файҙалана ала. Ярҙамсы программала ҡатнашыу өсөн сит илдә йәшәгән ватандаштар Рәсәй Федерацияһы вәкиллектәренә, Рәсәй биләмәһендәгеләр — үҙ төбәгендә Эске эштәр министрлығының миграция мәсьәләләре буйынса идаралығына мөрәжәғәт итә ала», — тип һөйләне Ирина Вершинина. Артабан Миграция мәсьәләләре буйынса идаралыҡтың гражданлыҡ мәсьәләләре буйынса бүлегенең баш белгес-эксперты Эльвира Катунькина сығыш яһаны. Ул күскенселәр өсөн сығымдарҙы компенсациялау шарттары тураһында тулыраҡ аңлатып үтте.
Эксперттарҙың сығышынан һуң сит илдә йәшәгән ватандаштарыбыҙ үҙ һорауҙарын бирҙе. Кәңәшмәгә миграция процестары өлкәһендә социомәҙәни яраҡлашыуға һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса «Миграция» төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкиле саҡырылған ине. Ул граждандарға ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса консультация бирҙе.
#миллипроекттар
Читайте нас в