Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Апрель 2019, 19:24

Өфөлә Баймаҡтар йәнә берләште

Өфөлә Баймаҡ яҡташтар ойошмаһының сираттағы йыйылышы үтте. Унда төрлө уҡыу йорттарын быйыл тамамлаясаҡ студенттар өсөн эш урындары йәрминкәһе ойошторолдо. Осрашыуға район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты аппараты етәксеһе З.Ишкинин ҡатнашты.

Мөһим сара райондың кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында ойошторолған ине. Бөгөндән беҙгә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларына, ауыл хужалығы тармағына, производстволарға квалификациялы эшселәр талап ителә. Осрашыуҙа эшҡыуарлыҡ буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо, вакансиялар йәрминкәһе үтте.
Әйтергә кәрәк, күп йылдар Өфөлә Баймаҡ яҡташтары ойошмаһы уңышлы эшләп килде. Төрлө саралар ойошторған, бер-береһенә ярҙам иткән мөһим һәм етди ойошмаға әүерелгән ине. Ләкин һуңғы ваҡытта уның эшмәкәрлеге бер аҙ туҡтап торҙо. Осрашыуҙа йәмғиәтте ҡайтанан тергеҙергә, уларҙы райондың барлыҡ эшмәкәрлек тармағына йәлеп итергә кәрәк, тигән резолюция ҡабул ителде.
Лилиә ТАКАЕВА.Өфөлә Баймаҡ яҡташтар ойошмаһының сираттағы йыйылышы үтте. Унда төрлө уҡыу йорттарын быйыл тамамлаясаҡ студенттар өсөн эш урындары йәрминкәһе ойошторолдо. Осрашыуға район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты аппараты етәксеһе З.Ишкинин ҡатнашты.
Мөһим сара райондың кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында ойошторолған ине. Бөгөндән беҙгә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларына, ауыл хужалығы тармағына, производстволарға квалификациялы эшселәр талап ителә. Осрашыуҙа эшҡыуарлыҡ буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо, вакансиялар йәрминкәһе үтте.
Әйтергә кәрәк, күп йылдар Өфөлә Баймаҡ яҡташтары ойошмаһы уңышлы эшләп килде. Төрлө саралар ойошторған, бер-береһенә ярҙам иткән мөһим һәм етди ойошмаға әүерелгән ине. Ләкин һуңғы ваҡытта уның эшмәкәрлеге бер аҙ туҡтап торҙо. Осрашыуҙа йәмғиәтте ҡайтанан тергеҙергә, уларҙы райондың барлыҡ эшмәкәрлек тармағына йәлеп итергә кәрәк, тигән резолюция ҡабул ителде.
Лилиә ТАКАЕВА.
Читайте нас: