Һаҡмар
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Апрель 2019, 12:30

"Талҡаҫ" һеҙҙе көтә!

Ошо көндәрҙә "Талҡаҫ" шифаханаһында реконструкциянан һуң яңы корпус файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Башфармация" ДУП-ы генераль директоры Салауат Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығының иҡтисад һорауҙары буйынса урынбаҫары Динар Хисмәтуллин, район мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин һәм башҡалар ҡатнашты. Тантананан Иҫән ауылы халҡы ла ситтә ҡалманы.

Шифаханала бөтә уңайлыҡтары булған яңы корпус асылды


Ошо көндәрҙә "Талҡаҫ" шифаханаһында реконструкциянан һуң яңы корпус файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Башфармация" ДУП-ы генераль директоры Салауат Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығының иҡтисад һорауҙары буйынса урынбаҫары Динар Хисмәтуллин, район мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин һәм башҡалар ҡатнашты. Тантананан Иҫән ауылы халҡы ла ситтә ҡалманы.


Әйтергә кәрәк, "Талҡаҫ" шифаханаһы төрлө йылдарҙа ауыр иҡтисади һынылыш осоро кисерҙе. Ул 1931 йылда Түбә руднигының ял итеү базаһы булараҡ барлыҡҡа килә. 1933 йылда иһә ял итеү йорто итеп үҙгәртелә. Бөгөн ул шифахана статусы аҫтында эшләй һәм Урал аръяғының ынйыһы булып иҫәпләнгән Талҡаҫ күленең исемен йөрөтә.


2017 йылда ябылыу ҡурҡынысы янаған шифахананы "Башфармация" ДУП-ы үҙ ҡанаты аҫтына алды. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бында бар йәһәттән дә ҙур үҙгәрештәр башланды. Шуларҙың береһе - бөтә уңайлыҡтары булған яңы корпустың ҡайтанан эшләй башлауы. Бында 36 урынлыҡ 18 бүлмә ҡунаҡтарҙы бөгөндән ҡабул итергә әҙер. Эҫе һәм һалҡын һыуы, йыуынып сығыу кабиналары, IP- телевидение, Wi-Fi бар. Йоҡо бүлмәләре башҡорт орнаменттары менән һырып сигелгән түшәк-ҡаралтылар менән комплектланған. Бөтә бүлмәләргә лә янғын хәүефен иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйылған. Бина "зәңгәр яғыулыҡ" менән йылытыла.


Һөйөнөслө яңылыҡтар бының менән генә тамамланмай. Ҡыҫҡа һәм оҙайлы пландарға индерелгән төҙөлөш саралары шифахананы яңы үрҙәргә, киң масштаблы танылыуға килтерәсәк. Бында тағы ла ике корпуста реконструкция эштәре көтөлә. Шулай уҡ йөҙөү бассейны булған ял итеү корпусы төҙөлөшө күҙаллана. Ул йылы коридор менән дауалау-диагностикалау корпусы менән тоташасаҡ.


"Талҡаҫ" шифаханаһында бөгөн 45 кеше ял итә. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән тыш күрше өлкәләрҙән дә ҡунаҡтар ҙур теләк менән килә. Башлыса Ырымбурҙан, Силәбенән ял итеүселәр күп. Алдағы йәйге миҙгелгә путевкалар ҙур тиҙлектә һатыла башлаған. Сөнки һаулыҡты нығытыу һәм ял итеү өсөн "Талҡаҫ"та бөтә уңайлыҡтар ҙа бар.


- Мин өс йыл рәттән киләм, әле бына тағы ла сентябргә путевка алып ҡуйҙым, - тине Орск ҡалаһынан килгән Николай Зверев. - Бөтә уңайлыҡтар ҙа, шарттар ҙа бар. Бик тә ҡәнәғәтбеҙ. Беҙҙең фотоларҙы күргән 20-нән ашыу дуҫтар, туғандар бында килергә йыйына. Шифахананың бөтә хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәт!


Ысынлап та, "Талҡаҫ" шифаханаһының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур инвестиция һалынған. Былтыр алты йәйге йорт сафҡа индерелгән. Шифахананың биләмәһен яҡтыртыу буйынса ла ҙур эштәр башҡарылған. "Талҡаҫ" үҙенең ҡымыҙы менән дә дан тотоуын иҫәпкә алып, бейәләр һаны арттырылған. Тағы ла бер ҙур һөйөнөслө яңылыҡ - күптән түгел Учалы районында "Талҡаҫ" исеме аҫтында минераль һыуы етештерелә башланған. Производство базаһын Талҡаҫ буйына күсереү планлаштырыла. Шифахана республиканың Салауат Юлаев исемендәге хоккей клубы менән дә хеҙмәттәшлек итә. Был иһә "Талҡаҫ"ты яңы танылыуҙарға килтерәсәк.


Бөгөн шифаханала алып барылған барлыҡ саралар ҙа Баймаҡ районының туризм инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Тимәк, "Талҡаҫ" киләһе йылда үҙенең шифахана булараҡ эшләй башлауының 15 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршылаясаҡ.
Читайте нас в