Һаҡмар
+9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
25 Март 2019, 16:41
Бүләк ышаныслы еңеү яуланы
Үткән йәкшәмбе Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендә Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” тип аталған ат спорты турнирының тәүге этабы үткәрелде. Унда Баймаҡ, Әбйәлил, Дыуан һәм Әлшәй райондарының иң яҡшы спорт аттары һәм һыбайлылар ҡатнашты.
Үткән йәкшәмбе Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендә Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” тип аталған ат спорты турнирының тәүге этабы үткәрелде. Унда Баймаҡ, Әбйәлил, Дыуан һәм Әлшәй райондарының иң яҡшы спорт аттары һәм һыбайлылар ҡатнашты.
Ат спорты үҫешкән төбәк булараҡ, беҙҙең район был бәйгегә ныҡлы әҙерләнде һәм иң күп арғымаҡтар алып барҙы – барлығы 11 дөлдөл көс һынашты. Ат сабыштары райондар араһында айырым үткәрелде. Беҙҙең төбәктең башҡорт тоҡомло аттары 1400 метр араға Баймаҡ районы хакимиәте кубогына көс һынашты һәм бында Темәстән Радмир Ирназаровтың Бүләк ҡушаматлы арғымағы (һыбайлыһы - Сергей Айсенов) дистанцияны 1 минут 39 секундта үтеп, ышаныслы еңеү яуланы. Атты ярышҡа исеме республикала билдәле булған ат спорты оҫтаһы һәм тренер, Иҫке Сибай ауылынан фермер хужалығы башлығы Алмас Шөгөров әҙерләгән. Икенсе урынды Темәстән Рим Әхмәровтың Сынок ҡушаматлы аты (Рәзиф Әхмәров), өсөнсөнө Юлыҡтан Барис Миңлебаевтың Ҡарлуғасы (Данис Биктин) алды. Ат сабыштарына тамаша ҡылған Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев бәйгенең төп еңеүсеһе Сергей Аксеновҡа күсмә кубок һәм аҡсалата премия тапшырҙы. “Беҙҙең ат спорты оҫталарын ҡотлайым һәм улар менән ғорурланам. Был турнирҙың финалы 11 октябрҙә үтәсәк.Унда ла беҙҙкеләр һынатмаҫ!” -тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Шуныһы һөйөнөслө, был ярыштарҙа ла баймаҡтар үҙҙәрен иң аҫаба башҡорттар йәшәгән төбәктән икәнлеген тағы бер ҡат иҫбатланы. Беҙҙең спортсылар милли кейемдәрҙә, бер төҫтәге аттарҙа, эйәрһеҙ сабыуҙары менән башҡаларҙан айырылып торҙо.
Ул көндө ипподромда ярыштарҙа ҡатнашыусылар тарафынан үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторолғайны. Билдәле, баймаҡтар ҙа йылҡысылыҡ тармағына бәйле үҙҙәренең продукцияһын алып барҙы. БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин күргәҙмә менән яҡындан танышты. Әйткәндәй, райондың данлыҡлы “Ирәндек” ансамбле матур концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи