Һаҡмар
+8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
15 Апрель 2021, 14:10
Бер юлы өс балалар баҡсаһы асыла
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан...
Стәрлетамаҡта бер юлы өс балалар баҡсаһы асылыуы көтөлә, төҙөлөш эштәре объекттарҙа тамамланған.Әле учреждениелар лицензия алырға әҙерләнә. Ҡаланың Көнбайыш микрорайонында йәшәгән 440 бала оҙаҡламай өр-яңы баҡсаларға юл тотасаҡ.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
90 сабыйға иҫәпләнгән балалар баҡсаһының профиле билдәле - ул физкультура-һауыҡтырыу йүнәлешендә эшләйәсәк. Йәй башында тәүге тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итәсәк. Ҡаланың Көнбайыш биҫтәһендә торлаҡ йорттар төҙөлөшө дәррәү бара, шунлыҡтан мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары етешмәй. “Демография” милли проектына ярашлы асыласаҡ объекттар ихтыяжды ҡәнәғәтләндерәсәк.
Тағы ла бер учреждение 12 төркөмгә иҫәпләнгән. Бында төҙөлөш эше тамамланған, ҡорамалдар, йыһаздар килтерелгән. Кухня 260 баланы туҡландырасаҡ, барыһы ла әҙер. Ата-әсәләр түҙемһеҙлек менән төркөмдәрҙең асылыуын көтә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, демография өлкәһендәге милли программаларҙы әҙерләгәндә 2024 йылға тиклем аныҡ бурыстар билдәләү күҙ уңында тотолдо. “Демография” милли проекты йүнәлештәренең береһе - балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеү, өс йәштәге кескәйҙәр өсөн мәктәпкәсә йәштәге белем алыу шарттарын яҡшыртыу.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи