Бөтә яңылыҡтар
Проза
27 Июль , 14:26

Мотал Рәмов. Өлөшлө бала

Һигеҙенсе сабыйына етешкән ҡатыны ауырый башлағас, Ғәлим башта ни эшләргә белмәй үрһәләнде... Заманына күрә ҙур ғына булған өйҙәрен ишекле-түрле ураны, юҡ йомошон бар итеп, кәртә тирәһен байҡаны, мал-тыуарына күҙ һалды. Унан, өйгә инеп, ҙур улы менән ҡыҙына һүҙ ҡатты:–Балалар, әсәйегеҙ ауырыҡһынып тора... Һеҙгә ҡустымы, һеңлеме апҡайтам, ти... – ни әйтергә белмәй урыҡ-һурыҡ хәбәр һөйләне Ғәлим. – Йә ауылда медик юҡ... Мин инәйегеҙҙе алып киләм, әсәйегеҙгә күҙ-ҡолаҡ булып тороғоҙ!

Мотал Рәмов. Өлөшлө бала
Хикәйә

Һигеҙенсе сабыйына етешкән ҡатыны ауырый башлағас, Ғәлим башта ни эшләргә белмәй үрһәләнде... Заманына күрә ҙур ғына булған өйҙәрен ишекле-түрле ураны, юҡ йомошон бар итеп, кәртә тирәһен байҡаны, мал-тыуарына күҙ һалды. Унан, өйгә инеп, ҙур улы менән ҡыҙына һүҙ ҡатты:

–Балалар, әсәйегеҙ ауырыҡһынып тора... Һеҙгә ҡустымы, һеңлеме апҡайтам, ти... – ни әйтергә белмәй урыҡ-һурыҡ хәбәр һөйләне Ғәлим. – Йә ауылда медик юҡ... Мин инәйегеҙҙе алып киләм, әсәйегеҙгә күҙ-ҡолаҡ булып тороғоҙ!

Шул һүҙҙәрен ашыҡ-бошоҡ әйтте лә, Ғәлим үҙҙәренән ике өй аша йәшәгән бер туған ҡайынбикәләренә йүгерҙе. Ҡайынбикәһенең ире үҙенә ике туған ғына ағай тейешле кеше ул – Сәғиләһе менән өйләнешеп, бер-ике йыл йәшәгәс, һуғыштан ғәрипләнеп ҡайтып, өйләнмәй йөрөгән Әбдрәхмән ағайына кәләше менән икәүләп димләнеләр. Сәмиғә ҡайынбикәһе һуғыш башланғандан алып тракторҙа эшләй ине. Ун һигеҙе тулһа ла кейәүгә сығырға бер ҙә ашыҡмай, әллә әсәһе менән һеңле ҡустыларын ташлап китергә баҙнат итмәй. Ҡайныһы яу ҡырында ятып ҡалған...

Түрбашта аш-һыу менән булып йөрөгән Сәмиғә кейәүенең хәбәренә албарғап ҡалды.

–Имен генә бушанһын инде... Быныһын бик ауыр күтәрҙе, һуңғы арала атлап йөрөшө лә ауырайҙы шул... – Сәмиғә төп яҡта балалар менән ултырған Әбдрәхмәнгә өндәште, – Атаһы, балдыҙың бәпәй яғынан ауырый, ти, мин шунда киттем. Тамаҡ йүнәткәнмен, балаларҙы ашатырһың... Тиҙ генә ҡайта алмам...

Яурынына һуғылған шәлен һалып, Сәмиғә Ғәлимдән алда тышҡа ашыҡты.

–Ҡайынбикә, өҫтөңә кеймәйһеңме ни? Тышта һыуыҡ, буранлап тора... – Ғәлимдең һүҙҙәрен әллә ишетте Сәмиғә, әллә юҡ, йүгерә-атлай һеңлеһе янына тоҡойҙо.

–Көнө көнмө... Имен-һау ғына бушанһын инде... – Ошо һүҙҙәре менән ул кейәүенең ишеген асып инде. Урындыҡта ултырған малай менән ҡыҙға тәңре сәләмен бирҙе лә, һеңлеһе ятҡан карауат ситенә ҡунаҡланы үҙе. – Һау ғынамы, Сәғилә! Белгәнеңсә доғаларыңды уҡып ят, барыһы ла һәйбәт булыр, Алла бирһә! Кейәү, йылы һыу бармы? Балларҙы ал да, беҙгә барып ултырып тороғоҙ!

–Апай, имен генә бушана алһам ярар ине... Был бала ҙур ғына булмаҡсы... Әллә нишләп кисә үк балнисҡа апар тимәгәнмен... – Хәлһеҙ тауыш менән Сәғилә апайының күҙҙәренә текәлде.

–Бөтәһе лә һәйбәт булыр, Сәғилә, Аллаға тапшырайыҡ! Беренсегә генә бәпәйләмәйһең бит, сабыр бул!

...Ике-өс сәғәттән өй эсендә яңы тыуған сабый тауышы яңғыраны...

–Атай-әсәйеңә терәк бул, ағай-апайыңа ирмәк бул, бәхетле, ғүмерле генә бул инде! – Ошолай һамаҡлай-һамаҡлай Сәмиғә сабыйҙы аҡ биләүгә төрҙө. – Йүргәк исемең Тимерйән булһын! Тимер кеүек ныҡ бул, ыласындай ҡыйғыр бул, ҡоралайҙай йылғыр бул! Сәғилә, бына ҡарале – бәпәйебеҙ үҙебеҙҙең яҡҡа тартҡан, ҡыйғас ҡара ҡашлы, осҡор ҡарашлы! Илауын ишетәһеңме? Ҡайһылай ҙа моңландырып һуҙа! Йырсы булырһың, балам...

–Апай, бәпәйҙе яныма һал әле, асыҡҡандыр... – Сәғилә, бер аҙ төпкәрәк шылып ятты ла, ҡулдарын һондо.

–Асыҡҡан, кәнишне, нисә сәғәт этләндерҙе һине... Әйҙә, улым, әсәйеңдең күкрәк һөтөн имеп ал! – Ул ҡулындағы йоморсаҡ ҡына йән эйәһен һеңлеһенең ҡуйынына һалды...

–Уй һыуһаным, апай, сәй генә йоттормайһыңмы?

–Хәҙер, хәҙер... Самауырым ҡайнап ултыра... Һыуһағанһыңдыр шул, оҙаҡ ыҙаландың бит... – Сәмиғә, өтәләнеп, аш өйөнә йүнәлде. – Һиңә сәй эсерәйем дә, ҡайтып, кейәүгә һөйөнсөләрмен...

Ул арала соланда аяҡ тауыштары ишетелде.

–Үҙе инеп килә, шикелле... Ин, ин, кейәү! Улың бар... әзмәүерҙәй малай!

Ауыҙы ҡолағына еткән Ғәлим, ҡайынбикәһенең һөйөнсөһөнә шат тауыш менән яуап бирҙе:

–Һәйбәттән бер күлдәк, ҡайынбикә!

–Бар, төпкә үт, малайыңды күр! Йүргәк исеме Тимерйән!

–Рәхмәт, ҡайынбикә! Һин булмаһаң, ҡалайтыр инем...

–Алай ҙа апайым эргәмдә... Үҙеңдеке үҙәктә шул, – Төп яҡтан Сәғиләнең хәлһеҙ тауышы ишетелде.

–Ярай, мин ҡайтайым инде. Иҫән-имен тороғоҙ! Балларҙы хәҙер ҡайтарырмын... – Сәмиғә, ябынып килгәндәге шәлен ябынып, ҡайтырға йыйынды. – Иртәнсәк килермен, йүкә телефон шәп эшләй торған, таң менән бисәләр килә башлар... Сәғилә, һин торғолап йөрөмә, килгән-киткәнгә сәйҙе үҙем әҙерләрмен... Кейәү, урындыҡҡа сәй ултыртҡанмын, үҙегеҙ эсерһегеҙ! Сәғиләгә бер сынаяҡ эсерҙем, бөгөнгә етеп торор, иртәнсәк ҡанғансы эсер әле... Ярар, иртәгәгә тиклем!

***

Беренсе булып йорт ишеген Сабира әбей асты.

–Һаумыһығыҙ! Хужалар өйҙәмеү? – Ишекте шар асып, тупһаны аша атламаҫ элек хәбәрен теҙҙе әбей. – Үткән кис ятып торһам, күҙем эленеп ҡалған... Төш күрәм, имеш, һеҙҙең өйҙөң ҡыйығына ғына яҡты бер нур төшә икән, тием. Өйөгөҙ шул тиклем нурланып, балҡып тора! Уяндым да, уйланып ятам:”Килен етешеп йөрөй, имен-аман ғына бушанһын инде!” Иртүк тороп, ул-был иттем дә, туҡта, мин әйтәм, барып, хәлдәрен белеп киләйем – төшөм тикмәгә түгелдер...

Урындыҡта сәй эсеп ултырған Ғәлим, тороп Сабира әбейгә ҡаршы барҙы:

–Һөйләмәй генә йөрөйһөң, еңгәй, әйҙә, түрҙән уҙ! Төшөң бик дөрөҫ әшкәрткән һине – киленең уллап ята!

–Бәрәкалла! Уйлағайным да шул... Төклө аяғы менән тыуған сабый булһын! Хәйер, бик өлөшлө бала булыр, Алла бирһә! Төшөм юҡтан булмай ул минең...

–Сабира бейем, үт был яҡҡа! – төпкө яҡтан Сәғилә тауыш бирҙе.

–Һау ғынамы, килен? – Сабира ишеккә эленгән буҫтау ҡорманы ҡайырып асты. – Ҡотлайым! Бәпәйебеҙ һау ғына булһын! Ҡарарға ярайҙыр бит?

–Ҡара, бейем, ҡара, күҙең теймәҫтер әле... – Сәғилә сабыйын рәтләп һалды.

–Юҡ, тәүбә, ошоға тиклем минән берәү ҙә күҙһенгәне юҡсы... Собханалла, собханалла... Бәхетең, ғүмерең менән тыуған бала бул! Атай-әсәйең былай ҙа күпте күрҙеләр... Һиңә ҡәҙәр бер төптән бишәүҙе ергә һалдылар бит инде... Вәлиәхмәтемдең улы менән парлашып йүгерешеп йөрөрһөгөҙ әле, Алла бирһә! Белгән булһам, бүләгемде тотоп килер инем... Ярай, уныһына өлгөрөрмөн әле. Алай ҙа күстәнәскә сейәле майымды алғанмын, бына, килен, бәпәй күрергә килеүселәрҙең сәйенә ҡуйырһың... – Әбей ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған төргәген Сәғиләгә һондо.

–Кешенән тәүҙә ул-был итеп өлгөрәйем, тиһәм, килә лә башлағандар әллә? – Ишектән ингән Сәмиғә үҙ алдына һөйләнде – Иртәселһең дә инде, Сабира бейем, килеп тә еткәнһең...

–Улыбыҙ кистән инәһенә изен бирҙе бит, шуға торҙом да был яҡҡа йүгерҙем. Иманлы, булған бала булыр бәләкәс – өйҙәренең ҡыйығы нурланып торҙо кисә кис, төшөмдә...

–Иманлы ауыҙыңдан, бейем! Аҡылын, тәүфиғен бирһен! – Сәмиғә, аш-һыу яғына үтеп, ҡашыҡ-аяҡ шылтырата ла башланы. – Уй, кейәү, шәпһең дә ул, самауырыңды ҡайнатып, картуфын ҡурып та ҡуйғанһың...

–Һине көтөп ултырып булмай инде, ҡайынбикә, ҡулдан килгәнен эшләргә тырыштым... Ярҙамға Фәриҙәне уятайыммы әллә?

–Ҡуй, йоҡлаһын... килендәр килһә, ярҙамсылар күбәйә ул. Мин башҡа өйгә ҡайтҡыламам, һыйырҙарым һауылған, айыртырға Сәғирә лә ҡул араһына инде. Ашарҙарына бешереп киттем...

...Бер аҙҙан Ғәлимдәрҙең өйөндә биш-алты ҡатын, әбей-һәбей, күңелле гәпләшеп, урындыҡта үҙҙәре килтергән күстәнәстәр менән сәй һуғалар ине инде. Сәмиғә килендәше Гөлйемеш, бикәме Тутыя, бикәсе Мәғиә менән ике самауырҙы алмаҡтан-һалмаҡ яңыртып, ашъяулыҡҡа уныһын-быныһын ҡуйып, мәж киләләр. Ә ҡатын-ҡыҙҙар бер-бер артлы инеп-сығып торалар...

–Күршеңдең хәлен күрше ауылдан һора... Ут күршемдең артып ятҡанын ағайымдың ҡыҙы Фәнүзә йомош менән килгәс кенә ишеттем... – ғәҙәтенсә, шарҡылдата көлөп, төшкә яҡын күршеләре Әлмәғизә килеп инде. – Һаумыһығыҙ барығыҙ ҙа! Соланда бер самауыр борлап ҡайнап ултыра, бында икенсеһе, бәпәй сәйен шөрпөлдәтәһегеҙме? Бәпәй ҡотло булһын! Сәғилә үҙе ҡайҙа?

–Мин был яҡтамын әле, үт, Әлмәғизә!

–Имен-һау бушаныуың менән! Бына, бәпәйгә күренеш бүләге! – Бумазый тауарҙан киҫелгән йүргәкте күршеһенә тотторҙо Әлмәғизә. – Әлегә ҡарамай торам, ҡырҡы сыҡҡас күрермен әле... Быныһын, Сәмиғә, ашъяулыҡҡа ҡуй, Ҡараталдан йыйылған еләк үәринйәһе...

...Көн кискә ауғансы Ғәлимдәрҙең өйөнән кеше өҙөлмәне. Ҡырҡ өйлө Ҡараһаҙ ауылының барлыҡ ҡатындары ишек яңағына тынғы бирмәне – ваҡытлыса түрбашҡа хужа булған Сәмиғә эңер төшкәс кенә үҙҙәренә ҡайтып ауҙы.

***

...Бик тырыш, үҙ һүҙле, алдына алғанын ҡуймаған мыҡты егет булып ир етте Тимерйән. Ауылдың түбән осонда бер бөртөк кенә бәләкәй малай булғанғамы икән, күрше-тирәләренең һәр береһе өсөн иркә бала булды үҙе. Ата-әсәһе берәй яры китһә, йә уныһы, йә быныһы Тимерйәнде үҙҙәренә сәйгә әйҙүкләп, берәй яҡта йөрөп ҡайтһалар, мотлаҡ уға ла күстәнәс алып ҡайтырҙар ине. Ә мәктәпкә йөрөй башлағасы Сәбилә, Фәтхиә, Файза, Хәкимә, Сабира, Иҙелбикә, Сафия, Маһинур, Вәғиҙә инәләре улай үтһә лә, былай үтһә лә Тимерйәндең кеҫәләренә кәнфит-печенье тығып ебәрер булды. Бигерәк тә Сабира инәһе менән Фәтхиә инәһенең үҙен яратыуҙары ныҡ иҫендә ҡалған уның. “Тимерйән улым, тороп тор әле! – Сабира әбейҙең уны күреү менән йүгерә-атлай үҙенә ыңғайлауын ғәҙәти хәлгә әйләндереп алды ул. – Көтәүелләп йөрөйөм үткәнеңде... Һин төшөмә инһәң, йә һыйырым быҙаулай, йә һарыҡтарым бәрәсләй, өлөшлөһөң бит һин, улым!, – Әбей, Тимерйәндең арҡаһынан тупылдатып һөйөп, тәмлекәстәрен салбар кеҫәһенә тыға. – Бәхетле генә була күр!”

Үҙенән ун-ун ике йәшкә оло апайы менән ағайы Тимерйән иҫ белеүгә ситкә киттеләр. Шуға ла атаһы менән әсәһе өсөн бер бөртөк кенә таяныс булып үҫте үҙе.

–Сәғилә, ошо малайыңдың әллә берәй ҡөҙрәте бар инде – ҡата башындай ғына булһа ла, эште алымлы эшләй, – ауыл бисәләре Тимерйәндең эшкә бөткән булыуына иғтибар итмәй ҡалманы. – Ер йөҙө картуфлығыңды аҙна эсендә бер үҙе утап, күмеп тә ҡуя. Бер итәк булыу менәнме ни, ана, беҙҙекеләр “һин эшлә лә, мин эшлә”нән үтә алмай. Үҙе салғы буйы ғына булып, бесән сабыуын әйт әле...

–Эшләгәне миңә булһа, өйрәнгәне үҙенә, – улай-былай хәбәр һөйләүселәргә Сәғиләнең яуабы ҡыҫҡа булды. – Эш менән кеше үлмәй ул...

Бер кәртә һыйыр малы, 30-40 һарыҡ-кәзә, ихата тулы ҡош-ҡорт, ер йөҙө картуфлыҡ, ҙур баҡса... барыһы ла Тимерйән менән әсәһенең елкәһендә ине. Шуның араһында иртә яҙҙан ҡарағай үҫентеләре ултыртырға, һайғау йығырға, ҡул бысҡыһы менән ағас йығып, штабелдәргә һалырға, һәнәк-көрәк һаптары әҙерләргә, совхоз бүлеп биргән ике гектар сөгөлдөр баҫыуын эшкәртергә лә өлгөрҙөләр. Ә атаһы иртә яҙҙан ҡара көҙгә ҡәҙәр алыҫ йәйләүҙә тана-торполар көттө, шуға өй эшенә ҡулы етмәй ине. Беренсене бөткәндән атаһы һаплап биргән бәләкәй салғы менән бесән сабырға өйрәнгән малай 9-10 йәшендә йәй буйы совхоз эшенән ҡалманы – өлкәндәр менән бер ҡатарҙан сенаж сабышты, ферма малдарына бесән әҙерләште, ураҡ башланыу менән ырҙындан ҡайтып инмәне. Шуғалыр ҙа микән, 14-15 йәшендә ул ирҙәр менән рәттән кәбән-эҫкерт һалырға оҫтарып алды. Малайҙың кәбән башында оҫта тороуын байҡаған ауылдаштары ла әлдән-әле кәбән ҡойошорға әйтерҙәр ине. “Башында Тимерйән торған кәбәндәргә һыу үтмәй, малай сымыры!” – йыш ҡына үҙен шулай ҡупайтып ебәргеләнеләр... Көҙ, беренсе ҡыңғырау көнө совхоз вәкиле, мәктәп директоры тырыш малайҙы бер ҡасан да бүләкһеҙ ҡалдырманы. “Тимерйән ише уҡыусыларыбыҙ – мәктәбебеҙҙең ғорурлығы! – Мәктәп директоры Дәүләтша Зәйнулла улы, был һүҙҙәргә айырым пафос яһап, малайҙың ҡулдарын ҡыҫа ла, – шулай тырыш бул, ҡустым, һинән толк сығасаҡ”, – тип арҡаһынан һөйөп ебәрер ине.

Әҙ генә буш ваҡыты булһа, ҡулына китап алыр ине Тимерйән. Китап геройҙары менән бергә сәйәхәт итеү уның бар булмышын биләне. Мостай Кәримдең Кендеге булып та “йөрөнө”, Зәйнәп Биишеваның Иштуғаны, Островскийҙың Корчагины, Һәҙиә Дәүләтшинаның Айбулаты итеп тә күҙ алдына килтерҙе үҙен, улар менән бергә янып-көйҙө, ҡыуаныстар кисерҙе... Ниндәй генә китаптар уҡыманы ул! Китапханасы Фәриғә һәм Гөлсирә апайҙары яңы китап килеү менән иң элек уға тәҡдим итерҙәр ине. Мәктәптә әҙәбиәт дәрестәренән биреләһе шиғырҙарҙы уҡыу йылы башланғансы уҡ ятлап, хәтер һандығына һалып ҡуйыу Тимерйән өсөн ғәҙәти күренеш булды... Башланғыс синыфтарҙа уҡ үҙе лә ҡәләм тирбәлтә башланы һәм матбуғатҡа парсалар, этюдтар, мәҡәләләр, ҡыҫҡаҡ хикәйәләр тәҡдим иткеләне.

Бәләкәйҙән йөрәген ялмаған яҙыу-һыҙыу эшенең ғүмерлек һөнәренә әйләнере хаҡында башына ла инеп сыҡманы Тимерйәндең. Әммә яҙмышы уны нәҡ ошо юлдан алып китте һәм исемен тотош республикаға танытты.

Кесе йәшенән им-том, халыҡ медицинаһы менән ҡыҙыҡһыныуы, сирҙәрҙе нисек дауалау серҙәрен өйрәнеүе тормош юлында үҙенә лә бик ярап ҡуя. Нисек кенә ҡаты ауырыһа ла иң элек үҙенсә, халыҡса дауаланырға тырыша ул. Яҡын туғандарын, үҙ балаларын имләү, сыҡҡан быуындарын ултыртыу маһирлығы ла бар. Күргән-белгән кешеләргә килер ҡазаларҙы, ҡайғы-хәсрәтте алдан тойомлай. Үҙе бала саҡта уҡ вафат булған Сабира инәһе дөрөҫ юранымы икән әллә, өлөшлө балаһың, тип? Йыш ҡына үҙенә-үҙе шундай һорау бирә Тимерйән. Әсәһе лә бит әйләнгән һайын: “Аслан кешегә ҡаты бәрелә күрмә! Асыу-ара ла ҡарғама – һинең һүҙең гел ысынға сыға торған...” – тип юҡҡа тыймағандыр, күрәһең... Бала сағында үҙҙәренә ҡунаҡҡа килгән Шәһиҙә ҡоҙағыйҙарынан ноҡот һалырға ла өйрәнгәйне. Тик юрағандарының юш килеүенән уңайһыҙланып, был һәләтен эсенә йәшерҙе. Һирәк-һаяҡ яҡындарына ғына һалғылай хәҙер...

Йәшәгән ҡалаларына Өфөнән килгән атаҡлы күрәҙәсе, им-томсо ла унда йәшерен көстөң булыуына ишара яһаны түгелме?! “Минең күҙҙәремә бер кем дә тура ҡарай алмай ине, ә һинән үҙем ҡарашымды йәшерергә мәжбүрмен, – тине ул асыҡтан-асыҡ. – Һиндә, ҡустым, биополе бик көслө! Сағыңа етеп, олоғая биргәс, үҙең кешеләрҙе дауаларһың! Мин әйткәйне, тип иҫләрһең әле... Йортоңдан кеше өҙөлмәҫ, барыһы ла һиңә яғылып барыр... Үҙеңә килгән бер кемде лә кире бороп сығарма! Йөрәктәренә ял бирерҙәй йылы һүҙеңде табырға тырыш! Көнө еткәс, барыһын да үҙең аңларһың!...”

Ошо һүҙҙәрҙән һуң Тимерйән, ысынлап та, башҡаларҙың үҙенә тартылыуын, уға һыйыныуын аңланы – кемеһелер кәңәш һорап килә, кемдер хәл белеп сыға. Ярһып илаған, кешегә ылыҡмаған сабыйҙың, ул ҡулына алыу менән ирәбеләнеп китеүен нисек аңлатаһың?

“Башҡаларҙың ситкә тибеүенән, ҡыйырһытыуынан ҡурҡмайым, бер Аллаһым үҙе ташламаһын, мәрхәмәт-шәфәғәтенән айырмаһын!” – тип йәшәй Тимерйән, кемгәлер рәнйеүе төшөүҙән ҡурҡа, үҙ аллы дини йолаларҙы үҙләштереп, аят-доғалар уҡып, йөрәге ҡушҡанса йәшәй. Ул-ҡыҙҙарының, үҙенә тартып, һүҙгә йор, яҙыу-һыҙыуға оҫта булыуына ҡыуанып бөтә алмай. Заман шауҡымына бирелмәй, арттырмай-шаштырмай ғына милләтенең ғөрөф-ғәҙәтенә, боронғоларҙың әйткән-өйрәткәненә тоғролоҡ һаҡлай, мин-минлек күрһәтмәҫкә тырыша. Шулай ҙа уның ябайлығын, бер ҡатлы булыуын үҙ файҙаһына борорға тырышыусылар табылып тора. “Ярай, һин оттоң, мин – отолдом икән, ти... Барыһына ла Аллаһ шаһит, аҙағы хәйерленән булһын!” – тип теләй Тимерйән ундайҙарға...

Алтмышҡа аяҡ баҫҡан көнөндә Тимерйән күңел төпкөлөндә һулҡылдаған ярһыуға үҙенсә баһа бирҙе: ”Күрәҙәсе әйткән мәл етә, буғай... Я, Раббым, бар ҡөҙрәтемде, атҡарған ғәмәлдәремде изгенән ҡыл! Мохтаждарға ярҙам итерлек көс-ҡеүәт бир! Бәндәңде хаҡ юлдан яҙҙыра күрмә!”
 
Мотал Рәмов. Өлөшлө бала
Автор:Эльмира Киеккужина