Баҫыу яланында ун бишләгән ҡарағай үҫеп ултыра.Алыҫтан үҙе бер сем-йәшел утраумы ни! Был тирәне халыҡ борон-борондан “ҡыҙыл ҡарағай” тип атаған. Нишләп улай? Кем белә инде уны хәҙер?!
Асыҡ ерҙә үҫкән ҡарағайҙар урмандағыларҙан ҡырҡа айырыла. Ҡояш нурҙары уларҙы һис тә йәлләмәй ҡыҙҙыра. Шуға ла күрә улар сыныға,бейеккә лә әллә ни ынтылмай,олондары иҫке күн ҡайыштай шырышып ҡатҡан.
Ә ботаҡта-а-ар ниндәй?Йәш ҡарағайҙармы ни! Үҙҙәре ишелә-үрелә үрмәләй ҡояш нурҙарынан бейеккә. Бик-бик ҡарт был ҡарағайҙар. Быуатты(бәлки,ике) үтеп йәшәйҙәр. Иң бейек буйға еткәне-ун биш метрҙай,инлеге-ике ир ҡосағындай.Был ылыҫ ағастар ҡартайһала һомғол буйын һаҡлаған.
Ике ҡарағай башын йәшен атып тигеҙләгән. Тап ошо ҡарағайҙарҙа бер метр түбәнерәк ҡарағоштар оя ҡорған. Сытырҙан яһалған ике ҙур ялпаҡ ҡаҙан-оя эленгән ике ботаҡҡа,ә өсөнсө ботаҡ-арҡыры ята. Ап-аҡ йомшаҡ йөндәр ҡар бөртөгөндәй ҡунған оя менән эргә-тирәһе ботаҡтарға.
- Нишләп ике оя йәнәш кенә эшләнгән? - тип баш ватып торабыҙ, - йәшен атҡандыр беренсеһен, ата ҡарағош үҙенә эшләгәндер, йә иҫке оя һаҡланғандыр...
Юл төшкәндә (ҡорттарыбыҙ шул яҡта ине )”ҡыҙыл ҡарағайға”ла барып етеп ҡайтырға булдыҡ.
Ел ине. Ул уйнаҡлап утрауҙа йөрөй,һәр ҡарағайҙың башын һыйпай-һыйпай. Шуны ғына көткән ҡарт ағастар наҙға сумып китеп моңға төрөнә.Тиҙҙән cеңләү көйө ишетелә. Ел ҡөсәйгән һайын ҡарағайҙар ҙа көсәйеп көйләй. Ел тағын көсәйә. Әсе тауыш сығарып шаулайҙар... Сараһыҙлыҡтан Ел үҙе лә туҡтап быны тыңлай. Шунан ул бар ҡөсөн һалып елләй.Тирә-яҡтағы урмандар ҡушыла... Донъялағы иң-иң ҙур был тәбиғәт симфоник оркестр бөтмәҫ,мәңгелек көй башҡара.Сихри көслө моңдар түгелә бар “утрауға”.Хәҙер инде тулаған дингеҙҙең тулҡындары ташып атлыҡты бында хәтлем ,бар утрауҙы дер һелкетте лә кире әллә ҡайҙарға китеп әйләнде.
Бына ҡайҙан мәңгелек моң ағыла! Тәбиғәт телен аңламағандарҙың да бар булған күҙәнәктәренә,йөрәгенә мәңгегә был үтеп һеңер.
Көй йәйлап-йәйлап бөтә.Һауала ғына һаман моңдар аҫылынып эленгән ине.
- Ней булды?-бөтөп ҡалған көйгә аптырап ярты йоҡоһо бүленеп уянған ояла бер ҡошсоҡ. Сабый балалай бик ныҡ йәбешеп тотонған үҙенең “бишегенә”. Уны ҡошсоҡ тип һис тә әйтеп булмай.Ҡара,ҡара ... ул бөркөттәй үҙенең” бишегендә”. Һор баш, үтә тере, үтә үткер, дөм-ҡара утлы күҙҙәр,кәкре һары ялтыр суҡыш.
... Һай-Һай! Ә ниндәй ифрат ялҡын ҡараш! Уны әйтеп тә,яҙып та булмай!Күрергә генә кәрәк...
Ғорур,текә! Белә,ахыры,кемдән тыуғанын! Ерҙәгеләргә ҡарай сүпкәме ни! Ә ул,ҡарағоштың балаһы ,бик бейеккә,ярһыу нурҙарҙы үтә сығып,яҡтылыҡҡа,ҡояштың үҙенә оса торған ҡош әле!
- Бөркөт! - тинек бер ауыҙ менән.Был һүҙҙе аңлағандай “тап шулай” тигәндәй беҙгә ҡарай.
Тиҙҙән “бөркөт” сума һала “бишегенә”,ә беҙ торабыҙ һаман уны күҙәтеп.Юҡ,башҡа күренмәй...
Икенсе тапҡыр тағын шулай булды.
Ә бына өсөнсө мәртәбә бик иртә килгән инек.Бар ерҙән ылыҫ еҫтәр бөркә.Ҡуйы ботаҡтан ботаҡҡа рәхәтләнеп китеп беҙҙең “бөркөт” һикерә. Ҡанат киргән ҡошҡа әйләнгәндәй тора.
-Әйҙә күрегеҙ! Осам мин,тиҙҙән бик бейеккә осам!- ти уның ғорур ҡарашы.
-Ҡанаттарын нығыта!-ҡыуанышып китеп һикергәнен ҡарайбыҙ.
Әлбиттә,алыҫтан тағын ике пар үткер күҙҙәр балаһын күҙәтә.Йән-тән менән быны һиҙәбеҙ.Ҡайһы ваҡыт бына-бына әсе тауыш сығарып,ҡанаттарын уҡтай йыйып,атылып ергә төшөрҙәй улар. Шуға оҙаҡ ҡалырға тырышмайбыҙ.
Эҫе көндәр тора. “Ҡорттарыбыҙ һыуһыҙ интегер” тип унда ашыҡтыҡ. Бына нимә күрәбеҙ:әсә ҡарағош( атаһынан ҙурыраҡ) тора ояла ялпылдап. Ул беҙҙе күреү менән,икенсе ағасҡа оса,йөҙ метр алыҫлыҡта булған.
Бөркөттөң уҫтаптай һор ҡойороғы оянан беҙгә тырпая. Үҙе сарсап ята,шикелле.
Оҙаҡламай ҡайтырға сыҡтыҡ. Бер ваҡыт беҙҙең машина өҫтөнән бик шәп гөpөлдәй реактив самолетымы ни. Уҙебеҙ терт,күҙҙәребеҙ дүрт булды.
Был баяғы ҡарағош. Уҫтаптай ауыр ҡош бер секунд эсендә ергә “пикировкаға” бара. Бәләкәй ҡошто,мүктәргене( сысҡан эҙләп йөрөгән) тоторға маташа.Үтә етеҙ мүктәрге үлемдән ялтайып ҡасып өлгөрә.
Ә ҡарағош тиҙлеген күбәйтә һалып атлыға күккә...Тиҙҙән сикһеҙ зәңгәрлектә бер нөктә булып ҡояшҡа ялтырай...
- Бар әле был ҡоштың көс-хәлдәре. “Бөркөттө” аяҡҡа баҫтырып,ҡояшҡа күтәрелергә ярҙам итәһе!- тинек беҙ уны күҙ алдынан
Ә бер килгәндә беҙҙең “бөркөт” күрше өйҙә йөрөй ине.
- Йә..., күрҙегеҙме?! Беҙҙең ике өйөбеҙ бар! - маһайыбыраҡ китеп ул бында-тегендә йөрөй (беҙ белмәй тип уйлай инде).
-Афарин,ҡошсоҡ! Байтаҡ ерҙән осоп килгән икәнең, - тип ҡошсоҡҡа ҡарап шатлыҡҡа тулғанбыҙ.
Тиҙҙән әсәһе менән “бөркөт” оҙо-о-он ҡанаттарын ҡаға-ҡаға, өҫкә табан кирелә-кирелә ерҙә тора. Был ике ҡош алыҫтан үҙе бер самолеттай. Күҙ алдында сыныҡҡан ҡошсоҡҡа һушы китеп ҡарай “ҡыҙыл ҡарағайҙар”.
- Беҙҙең дә бында өлөшөбеҙ бар! - тип шаулап-көйләп уларҙы улар оҙаталар.
Тирә-яҡтағы урмандарға, шунан көн оҙоно буйы күрше-тирә ауылдарҙың өҫтөнән улар оҙаҡ остолар. Икәүе - өҫтә, ә береһе аҫта оса ине.
-Са-а-а-ңҡ, са-а-а-ңҡ! - тип саңҡылдай беҙҙең "бөркөт”.
Кем белә ни әйтергә ул теләй ?Әллә осҡанына шатлана, әллә “асыҡтым” тип , әллә ҡурҡышынан ҡысҡыра. Ә зәһәр күркәм бейеүҙәрен бер бүлмәй башҡарҙылар. Йөҙөп осҡан был азат ҡоштарҙы кешеләр көнләшкәндәй һауала күҙәтте. Ҡоштар беҙҙең дә Бешә таубыҙ өҫтөнән осто.
-Ана, ана... “бөркөтөбөҙ” атайынан бер ҙә ҡалышмай осоп бара! - ҡояшҡа иркәләнеп беренсе мәртәбә уның үтә сағыу нурҙарында шашынып ҡойонған ҡошсоҡҡа ҡарап ҡысҡырабыҙ. Әйтерһең, ул беҙҙе ерҙән ишетә. Ҡоштың ҡошо балаһы өсөн өҙөлөп йәшәй. Ә әҙәм балаһы? Ни генә эшлә-ә-әмәй?! Ни генә күрмә-ә-әй?! Бала - бауыр ите, тип боронғолар бушҡа әйтмәйгән.
Ниндәйҙер бер программаға инедерелгән кеүек донъя ҡоролған. Уны “үҙгәртәм” тип,йә “боҙам” тип берәү ҙә әйтәлмәй. Аллаға шөкөр, йәшәү шулай дауам итә...