Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фотогалереи
15 Декабрь 2021, 16:06

Һутлы котлеттар

#Һаҡмар_рецептар 

Күптәр һуғымын һуйып алғандыр инде. Һутлы ғына котлеттар бешереп, яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйцек әле. 

Был котлетты эшләр өсөн ярты килограмм ит, ярты килограмм кәбеҫтә, 3 йомортҡа, 2 уртаса ҙурлыҡтағы һуған, тоҙ, хуш еҫле һәм ҡара борос, һарымһаҡ кәрәк була. 

 

Кәбеҫтәне ит турағыстан йә булмаһа блендер аша үткәреп алабыҙ. ваҡ ҡырғыстан үткәргән кеүек килеп сығырға тейеш. Хәҙер инде итте ҡушып, ҡамыр кеүек итеп тысҡыйбыҙ. Ит үтә ныҡ майлы булмаһын. 

Сират һуған менән һарымһаҡҡа етте. Уларын да ваҡлайбыҙ.

Хәҙер инде тоҙ, борос, туҡылған йомортҡа өҫтәп, йәнә ныҡлап туҡыйбыҙ.

Әҙер фарштан котлеттар эшләп, панировкалы сухариҙарҙа әүәләп алабыҙ. Унан ҡыҙған майлы табала ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: