Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайым
6 Март 2021, 13:08

«Һеҙгә, ҠӘҘЕРЛЕЛӘРЕБЕҘ!»

Тап ошо исем аҫтында Йәштәр комитеты белгестәре, «Изгелек биләмәһе» үҙәге ирекмәндәре ГИБДД менән берлектә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан акция үткәрҙеләр.

"Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Күңелегеҙҙә яҙ ҡояшы балҡыһын. Һеҙҙең өсөн ләлә, мимозалар, рауза гөлләмәһе тик һеҙҙең өсөн. Һәр саҡ байрам кәйефле булып ҡалығыҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ!" ― тип руль артындағы ҡатын-ҡыҙҙарға гөлләмәләр бүләк итте.
Акция спонсоры булып "Цветочка", "Орхидея" магазиндары сығыш яһаны. Йәштәр комитеты шулай уҡ ГИБДД-нан Нәзирә Атанғоловаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Читайте нас в