Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайым
13 Ғинуар 2021, 11:56

Байрам мөбәрәк булһын, ҡәләм оҫталары!

13 ғинуарҙа журналистар үҙҙәренең һөнәри байрамын – Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләй.Беҙҙең төбәк журналистары өсөн быйылғы осор айырыуса иҫтәлекле – Баймаҡта район гәзите нәшер ителә башлауға 90 йыл тула. Был байрамды лайыҡлы ҡаршы алыуға коллектив ең һыҙғанып әҙерлек эштәрен башланы. “Һаҡмар” һәм “Баймакский вестник” гәзиттәре ысын мәғәнәһендә төбәктең тарихи йылъяҙмаһын бөтөн тулылығында әлеге һәм киләсәк быуындарға еткереүсе мөһим орган булып тора. Гүзәл Салихова етәкләгән Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге коллективы, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарынан актуаль һәм көн ҡаҙағына һуҡҡан материалдар әҙерләй, уларҙы объектив рәүештә гәзит уҡыусыға еткерергә тырыша. Һуңғы осорҙа баҫмаларҙың йөҙө үҙгәреүе лә заман менән бергә атларға тырышыуҙың асыҡ һөҙөмтәһе ул.“Һаҡмар” гәзитенең яуаплы секретары Лилиә Күсәбаева, верстка буйынса инженер Зөлфиә Сәйетова, журналистар Лилиә Такаева һәм Эльмира Кейекҡужина, реклама бүлеге хәбәрсеһе әлфиә Байегетова, система администраторы Алексей Мочалин, водитель Нур Яҡшығолов, “Баймакский вестник” гәзитенең баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Андрей Викторов, верстка буйынса инженер Әлфиә Мортазина, журналистар Земфира Әхтәмова, Дмитрий Фадеев, реклама бүлеге хәбәрсеһе Әнүзә Салихова, өлкән бухгалтер Светлана Николаева һәм бухгалтер Эльвира Ҡыҙрасова бай тәжрибә туплап, бөгөн үҙ эштәренең ысын оҫтаһы булып танылған. Гәзиттәрҙең һәр һанына уларҙың тырышлығы, ныҡышмалылығы, һөнәри оҫталығы һалынған.“Һаҡмар” һәм “Баймакский вестник” гәзиттәрен берләштергән Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының урындағы Баймаҡ ойошмаһы оҙаҡ йылдар әүҙем эш алып бара. Бөгөн беҙҙең ойошма 15 Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһын үҙ эсенә ала, уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Тиҙҙән беҙҙең сафтарҙы Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре лә тулыландырасаҡ.Быйыл Баймаҡ журналистар ойошмаһының эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштереү, төрлө саралар, ярыштар ойоштороу, хеҙмәттә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәрҙе билдәләү күҙ уңында тотола. Был иһә матбуғат хеҙмәткәрҙәрен тағы ла нығыраҡ берләштереп кенә ҡалмаясаҡ, ә яңы үрҙәргә рухландырасаҡ, тип ышанабыҙ.Хөрмәтле коллегаларҙы, редакция һәм типография ветерандарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ысын йөрәктән ҡотлап, еңел булмаған эштәрендә яңы ҡаҙаныштар, рух ныҡлығы, һаулыҡ теләйем. Яңы йыл яңы уңыштар алып килһен!Азамат Мөхәмәтшин, Баймаҡ район журналистар ойошмаһы рәйесе.

13 ғинуарҙа журналистар үҙҙәренең һөнәри байрамын – Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләй.
Беҙҙең төбәк журналистары өсөн быйылғы осор айырыуса иҫтәлекле – Баймаҡта район гәзите нәшер ителә башлауға 90 йыл тула. Был байрамды лайыҡлы ҡаршы алыуға коллектив ең һыҙғанып әҙерлек эштәрен башланы. “Һаҡмар” һәм “Баймакский вестник” гәзиттәре ысын мәғәнәһендә төбәктең тарихи йылъяҙмаһын бөтөн тулылығында әлеге һәм киләсәк быуындарға еткереүсе мөһим орган булып тора. Гүзәл Салихова етәкләгән Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге коллективы, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарынан актуаль һәм көн ҡаҙағына һуҡҡан материалдар әҙерләй, уларҙы объектив рәүештә гәзит уҡыусыға еткерергә тырыша. Һуңғы осорҙа баҫмаларҙың йөҙө үҙгәреүе лә заман менән бергә атларға тырышыуҙың асыҡ һөҙөмтәһе ул.
“Һаҡмар” гәзитенең яуаплы секретары Лилиә Күсәбаева, верстка буйынса инженер Зөлфиә Сәйетова, журналистар Лилиә Такаева һәм Эльмира Кейекҡужина, реклама бүлеге хәбәрсеһе әлфиә Байегетова, система администраторы Алексей Мочалин, водитель Нур Яҡшығолов, “Баймакский вестник” гәзитенең баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Андрей Викторов, верстка буйынса инженер Әлфиә Мортазина, журналистар Земфира Әхтәмова, Дмитрий Фадеев, реклама бүлеге хәбәрсеһе Әнүзә Салихова, өлкән бухгалтер Светлана Николаева һәм бухгалтер Эльвира Ҡыҙрасова бай тәжрибә туплап, бөгөн үҙ эштәренең ысын оҫтаһы булып танылған. Гәзиттәрҙең һәр һанына уларҙың тырышлығы, ныҡышмалылығы, һөнәри оҫталығы һалынған.
“Һаҡмар” һәм “Баймакский вестник” гәзиттәрен берләштергән Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының урындағы Баймаҡ ойошмаһы оҙаҡ йылдар әүҙем эш алып бара. Бөгөн беҙҙең ойошма 15 Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһын үҙ эсенә ала, уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Тиҙҙән беҙҙең сафтарҙы Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре лә тулыландырасаҡ.
Быйыл Баймаҡ журналистар ойошмаһының эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштереү, төрлө саралар, ярыштар ойоштороу, хеҙмәттә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәрҙе билдәләү күҙ уңында тотола. Был иһә матбуғат хеҙмәткәрҙәрен тағы ла нығыраҡ берләштереп кенә ҡалмаясаҡ, ә яңы үрҙәргә рухландырасаҡ, тип ышанабыҙ.
Хөрмәтле коллегаларҙы, редакция һәм типография ветерандарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ысын йөрәктән ҡотлап, еңел булмаған эштәрендә яңы ҡаҙаныштар, рух ныҡлығы, һаулыҡ теләйем. Яңы йыл яңы уңыштар алып килһен!
Азамат Мөхәмәтшин, Баймаҡ район журналистар ойошмаһы рәйесе.