Һаҡмар
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайым
7 Март 2019, 21:48

8 март менән ҡотлау текстары

Йылы ҡояш нурҙарына төрөнөп,йүгерек гөрләүектәр менән йүгереп яҙҙың беренсе айы – март та килеп етте. Был ай иһә үҙенең иң күркәм, иң наҙлы байрамы менән башланып китә. Һигеҙенсе март – ул Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы. “Һаҡмар” гәзите ошо уңайҙан гүзәл заттарҙың һәр ҡайһыһын ҡотлай. Һәм яҡындарығыҙҙы ҡотлау өсөн әҙер текстар тәҡдим итә.

Хөрмәтле гүзәл заттар! Тәбиғәт уянған мәлгә тап килгән байрам тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдырһын. Барығыҙҙы ла иң тантаналы байрамдарҙың береһе булған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым. Яҙғы ҡояш нурҙары һәм Һеҙҙең яғымлы йылмайыуығыҙ менән яҡтыртылған был көндө һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Сөнки ул Һеҙҙе, гүзәл заттарҙы, ололау, айырыуса иғтибар күрһәткән көн.
Быуаттар буйына ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл һәм серле образы меңәрләгән әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан. Әммә шул уҡ ваҡытта ниҙер әйтелеп бөтөлмәгән кеүек тойола. Был мәңгегә шулай буласаҡ. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙан да серлерәк, илаһираҡ зат юҡ.
Ҡәҙерлеләребеҙ! Тормошоғоҙ шатлыҡ менән тулы булһын. Яҡын кешеләрегеҙ ҡәҙерегеҙҙе белеп йәшәһен. Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Ғүмер-ғүмергә бәхетле булығыҙ! Оҙон ҡыштан арынған йөрәгебеҙҙе шулай йылытып, күңелгә йыр булып, байрам кәйефе бүләк итеп йәшәгеҙ.
----------------
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе язның тәүге байрамы – 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрик итәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙ – ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, гүзәллек тә, йомшаҡлыҡ та, иң көслө Әсә хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған.
Бөгөн ҡатын-ҡызҙарҙың күпселеге эш менән мәшғүл. Ул балалар ҙа үҫтерә, йортто ла ҡарай – уны яҡты һәм йылы итә, өҫтәүенә, карьера яһай һәм ошо мең төрлө мәшәҡәттәргә сумып ҡалмайса, үҙенең нәзәҡәтлелеген дә һаклай белә. Быларҙы бары тик ҡатын-ҡыҙ ғына булдыра ала.
Һеҙҙең тормошоғоҙ яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ, мөхәббәт, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы һәм иғтибары менән тулып, йөҙҙәрегеҙ йылмайыуҙан яҡтырып, нурҙар сәсеп торһа ине!
Ҡотло булһын байрамығыҙ!
Кешене бәхет тыуҙырмай, бәхетте кеше яһай. Һин үҙ бәхетеңде үҙең тыуҙырып, иреңә, балаларыңа, тыуғандарыңа өлөш сығарҙың. Рәхмәт һиңә һәр ваҡыт яҡты сырайың, тәмле һүҙҙәрең менән ҡаршы алғаның өсөн. Киләсәктә лә ул хазинаңдың шишмәһе һайыҡмаһын, бәхетеңә ауырлыҡтар килмәһен. Балаларыңдың һәр ҡайһыһы ун егеткә торошло булып, күҙле-башлы булып, үҙең кеүек матур тормош ҡорһон. Өйөң шулай элеккесә нурға сумһын.
Ҡәҙерле ...........!
Көндөң яҡтылығы ҡояшта, күктең матурлығы йондоҙҙарҙа, кешенең бар гүзәллеге ҡатын-ҡыҙҙарҙа. Рөхсәт ит һине, кешелектең биҙәге булған гүзәл затты, ошо иҫ киткес матур яҙ байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрик итергә.
Ошо ғәжәйеп гүзәл байрам көнөндәге йылмайып баҡҡан ҡояштай һәр ваҡыт балҡып йәшә. Күңелеңдән шатлыҡ, тәнеңдән һаулыҡ-сәләмәтлек, йортоңдан именлек-бәрәкәт китмәһен!
Ҡотло булһын байрамың!
Ҡәҙерле ...............!
Һене яҙҙың иң беренсе, иң күңелле байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март менән ихлас күңелдән тәбрик итәм!
Яҙғы ҡояш нурҙары һәм һинең яғымлы йылмайыуың менән яҡтыртылған был көндө һәр сак түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Бөгөн беҙҙең илдә, күптән килгән традиция буйынса, мәхәббәт, игелек, әсәләргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата тәрән ихтирам хистәре тантана итә. Милләтенә, диненә, йәшенә, социаль хәленә ҡарамаҫтан, беҙ бар гүзәл заттарыбыҙға дан йырлайбыҙ һәм ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәбеҙ. Һеҙҙең ер йөҙөндәге бөйөк вазифағыҙҙы Аллаһ Тәғалә үҙе билдәләгән – бала тыуҙырыу, кешелектең йәшәйешен дауам итеү, гүзәллек, гармония һәм камиллыҡ идеалдарына хеҙмәт итеү.
Шағирҙар, рәссәмдәр, философтар ҡатын-ҡыҙға ҡарата мәхәббәт һәм рәхмәт хистәрен белдереү өсөн иң наҙлы һүҙҙәр, иң матур төҫтәр тапҡандар, иң аҡыллы фекерҙәр әйткәндәр. Ҡатын-ҡыз образдарында ижадҡа илһамландырыусы гүзәл алиһәләрҙе кәүҙәләндергәндәр, тылсымлы планеталарға һәм күңелде елкендереп яныусы йондоҙҙарға улар исемен биргәндәр. Бөгөн, егерме беренсе быуатта — космик тиҙлектәр осоронда ла беҙ һеҙгә һоҡланып, тулҡынланып ҡарайбыҙ.
Ҡәҙерле әсәйем! Беҙҙең һәммәбеҙ “әсәй” тигән изге һүҙҙе ихтирам менән телгә ала. Әсә һөтө менән ингән әхләҡи ҡиммәттәрҙе, әсә теле менән ингән тиңһеҙ рухи хазинаны беҙ ғүмер буйы күңелебеҙҙә һаҡлап, балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә бүләк итеп тапшырабыҙ.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Тормошоғыҙ шатлыҡ менән тулһын, яҡын кешеләрегеҙ ҡәҙерегеҙҙе белеп йәшәһен. Ауыр ҡыштан арыған йөрәгебеҙҙе яҙҙың тәүге йылы нуры кеүек йылытып йәшәгеҙ. Бәхет һәм бәрәкәт килтерһен был тормош!
Ҡәҙерле .....! Һине яҙҙың иң күңелле һәм иң тормошсан байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым. Һәр бер ҡатын-ҡыҙ иң яғымлы маҡтау һүҙҙәренә, олы мөхәббәткә, ихтирамға һәм ҡайғыртыуға лайыҡ. Беҙ, ир-аттар, бөгөн һеҙгә йөрәктә һаҡлап йөрөткән иң наҙлы һүҙҙәребеҙҙе айырыуса тулҡынланып әйтәбеҙ.
Бәхетле һәм һөйөклө бул! Балалар һәм ейәндәр ҡыуанысын күреп йәшәргә насип булһын. Тыныс тормош, сәләмәтлек, игелек һәм муллыҡ теләйем, ҡәҙерлем ....!
Һине иң күркәм тантаналарҙың береһе – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән тәбрик итәм! Яҙғы ҡояш нурҙары һәм һинең яғымлы йылмайыуың менән яҡтыртылған был көндө һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Сөнки ул Һеҙҙе, гүзәл заттарыбыҙҙы ҙурлау, айырыуса иғтибар күрһәтеү көнө.
Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл һәм серле образы быуаттар буйына меңәрләгән әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан. Ләкин барыбер ниҙер әйтелмәй, ниҙер һүрәтләнмәй ҡала кеүек тойола. Был мәңге шулай булыр, сөнки һеҙҙең гүзәллек һәм камиллыҡ.
Ҡәҙерлем .....!
Тормошоң шатлыҡ менән тулып торһон, яҡын кешең ҡәҙереңде белеп йәшәһен. Беҙҙең ҡыштан арыған йөрәктәребеҙгә яҙҙың беренсе йылы нуры булып кереүсе бөгөнгө байрам сәләмәтлек, бәхет һәм бәрәкәт килтерһен!
Һөйөклөм ......!
Һине яҙҙың тәүге байрамы – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән тәбрик итәм. Ҡатын-ҡыҙ – ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, гүзәллек тә, йомшаҡлыҡ та, иң көслө Әсә хистәре лә, ғаилә усағы йылыһыла һыйған.
Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселеге эш менән мәшғүл. Ул балалар ҙа үҫтерә, донъяла ла көтә — уны яҡты һәм йылы итә, өҫтәүенә карьера яһай һәм ошо мең төрлө мәшәҡәттәргә сцумып ҡалмайса, үҙенең нәзәҡәтлелеген дә һаклай белә. Быларҙы бары тик ҡатын-ҡыҙ ғына булдыра ала.
Читайте нас в