Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайым
14 Февраль 2019, 13:31

Ғашиҡтар көнөнә ҡотлау текстары

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла ғашиҡтар көнө менән ҡотлайбыҙ. Бәхетле, мөхәббәтле булыуығыҙҙы теләйбеҙ. Һәр саҡ яратып-яратылып йәшәргә яҙһын. Кемде яратыуығыҙ мөһим түгел: егет -- ҡыҙынмы, ҡыҙ - егетенме, ир - ҡатынынмы, ҡатын - иренме, әсә балаһынмы, бала әсәһенме -- яратыр кешегеҙ булһын! Бәхетле булығыҙ!Изге вәлиттең көнө менән Ҡотла мине матурым! Ҡотламаһаң, үпкәләрмен, Минең һөйгән йән йәрем! ----------------------------------Йөрәгем ялҡынлана Һине осратҡан ваҡытта, Ҡояшы ла яҡтыраҡ яна Һыуыҡ февраль көнөндә!

Ғашиҡтар көнө менән!!!Һөйөп һәм һөйөлөп йәшәгеҙ!!!Бәхетле булығыҙ!!!
-------------------------------------------------
Йыл һайын бар Ер шарында Ғашиҡтар көнөн билдәләү матур йолаға әүерелде. Шуныһы ҡыуаныслы: был көндө егеттәр һәм ҡыҙҙар ғына түгел, ә ир һәм ҡатын, әсәйҙәр менән балалар бер-береһенә бүләктәр әҙерләй. Үҙенсәлекле байрам кисенә бар йөрәк йылыһы һалынып тәм-томдар бешерелә, ғаилә табыны әҙерләнә. Ысынлап та, әйҙәгеҙ көнөбөҙҙөң хозурлығын күрергә, бер-беребеҙҙе ихтирам итергә, ҡәҙерләргә, яратырға өйрәнәйек...
--------------------------------------------------
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Сәләмәтлек ташламаhын ине,
Һәр байрам үтhен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булhын hеҙгә тормошта!
--------------------------------------------------
Абау дуҫым!
Бигерәк матур кейенгәнһең!
Тьфу! Күҙем төшмәһен
Күлдәктең дә килешкәнен
Һайлап кейә белгәнһең.
Үҙгәрҙе йөрөүҙәрең,
Үҙгәрҙе көлөүҙәрең,
Әллә ҡайҙарҙан күренә
Бик бәхетле көндәрең.
Алдағы бәхет көндәрең
Бәхетле үтһен шулай.
------------------------------------
Ҡәҙерле, мөхәббәтле дуҫтарыбыҙ!
Байрам менән — ғашиҡтар көнө менән барығыҙҙы ла ҡайнар ҡотлайбыҙ! Рәсми булмаһа ла, күңел байрамы, бер- беребеҙгә наҙ һәм йөрәк хистәрен белдерергә мөмкинлек биргән, тормошто йәмләгән илаһи бер көн был. Бында, ысынлап та, мөхәббәт һәм бәхет, фекер һәм моң тантана итә. Бында барыһы ла мөхәббәтле. Һеҙ барҙа беҙ бар, беҙ барҙа – һеҙ бар, хөрмәтле дуҫтар ! Беҙ һеҙҙе яратабыҙ!
-----------------------------------------------------
Башҡа байлыҡ миңә кәрәк түгел,
Мөхәббәтем – иң ҙур хазина.
Мин йәшәйем икән был донъяла,
Йәшәйем тик һөйөү хаҡына.
Мөхәббәт ул – йәшлек юлдашы,
Шатлыҡ, һағыштарҙың юл башы.
Рафаэль Сафин.
-------------------------------------------
Ғашиҡтар көнө менән барығыҙҙы ла ҡотлайым. Яратығыҙ, яратылығыҙ! Яңғыҙҙар мөхәббәтегеҙҙе табып һөйөү диңгеҙндә аҙашығыҙ. Парлылар, һеҙҙең һөйөү бер ҡасан да һүрелмәһен!
------------------------------------------------------
Ғашиҡтар көнө менән тәбрикләйем! "Мин һине яратам" – тигән һүҙҙәрҙе бөгөн генә түгел, ә ғүмер буйына ишетеп, һиҙеп йәшәргә яҙһын!
-----------------------------------------------------
...Яратам, тип, тағы берҙе
Әйт инде, йөрәккәйем!
Шунһыҙ йәнем тынғы тапмаҫ,
Өҙөлөр үҙәккәйем..."
​Шулай тейеп, бәғеремде
Телгеләйһең, йәнкәйем...
Күңелдең иң төбөндәген
нисек ҡат-ҡат әйтәйем...
Бәҫен юғалтаһым килмәй
шундай изге һүҙкәйҙең,
Йөрәгемде ишет инде,
һүҙһеҙ ҙә, бәғеркәйем...
--------------------------------
Изге вәлинтин көнөнә
Барыһы ла ниҙер эҙләй,
Кемдер шиғыр, кемдер ҡотлау
Ә кемдер смс һорай!
---------------------------------
14 февралдең
Нимәһе бар һуң уның?
Юҡ-барҙан уйлап сығарған
Бер байрам инде ул йәнем!
------------------------------------
Ҡарайым һинең һүрәтеңә
Көндөң моңһоу кисендә.
Хатта ҡарҙар яуғанда,
Хатта ҡояш булғанда.
------------------------------------
Шулай итеп һиңә бөгөн
Асам мин йөрәгемде.
Тиҙ арала бел һин мине
Ашыҡ мөхәббәтеңде табырға.
------------------------------------
Изге вәлиттең көнө менән!
Ҡотлайым һине дуҫҡайым
Теләйем һиңә ҙур бәхеттәр
Күрмә ерҙә насарлыҡ!
------------------------------------
Бәхет һине биләп алһын
Ҡулдан һине ебәрмәһен
Мөхәббәтең алда барһын
Ул да һине ҡалдырмаһын!
--------------------------------------
Изге вәлиттең көнө менән
Ҡотла мине матурым!
Ҡотламаһаң, үпкәләрмен,
Минең һөйгән йән йәрем!
----------------------------------
Йөрәгем ялҡынлана
Һине осратҡан ваҡытта,
Ҡояшы ла яҡтыраҡ яна
Һыуыҡ февраль көнөндә!
---------------------------------
Изге вәлидтең көнө менән
Ҡотлайым һине матурым!
Ҡабат-ҡабат ҡабатлайым
Нисек һине яратыуымды!
-------------------------------------
Ғашиҡтар көнө тип
Бүләк ебәрҙем һиңә
Бүләгемде ник ҡараманың?
Рәхмәт тә хатта әйтмәнең!
---------------------------------
Изге вәлидтең көнө менән
Ҡотлайым һине матурым
Һиңә теләйем бәхеттәрҙең
Иң изгеһен, иң шәбен.
-----------------------------------
Яҙырһың миңә «яратам» тип
14 февраль көнөндә
Рауза сәскәләре менән бергә
Керерһең йөрәгем түренә.
-------------------------------------.
Читайте нас в