Һаҡмар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайым
1 Ғинуар 2019, 18:13

Тыуған көн менән!

Кемделер ҡотлау өсөн матур һәм үҙенсәлекле ҡотлау тексын эҙләйһегеҙме? Беҙҙең сайтыбыҙҙан ала алағыҙ...


1) Хөрмәтле .... һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайым. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ һәммәһелә ғәилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле булығыҙ.

2) Тыуған көнөн менән ҡотлайым! Тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрең тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

3) Бөгөн һинең матур тормош байрамың! Тыуған көнөң! Ошо күркәм көн уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым, донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә теләйем! Барыһы ла һәйбәт булһын!

4) Юбилейың менән ҡотлайым! Бәхетле бул! һәр көн һайын ҡыуанырға сәбәптәр тап, яныңда яҡын кешеләрең, тоғро дуҫтарың булһын!

5) Ҡәҙерле дуҫҡай! Тыуған көнөң менән ҡотлайым һине! Һинән дә яҡын, һинән дә тоғро дуҫым юҡтыр, шуға күрә һиңә ысын күңелемдән киләсәктә лә үҙеңдә булған гүзәл сифаттарыңды һаҡларға теләйем. Һине таҙалыҡ-һаулыҡ, яҡты киләсәк, бәхетле матур көндәр көтһөн, дуҫ-иштәрең, тыуған-тыумасаларың, ғаиләң тик һине һөйөндөрһөн, дуҫым! Һине хөрмәт иткән дуҫың...

6) “Бөгөн һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытт ла китмәһен. Сәләмәт бул, тәүфиҡлы бул, бәхетле бул!”

7) Тәбрикләйем һине тыуған көнөң менән! Байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Бөгөнгө шат, сәләмәт, бәхетле йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын. Һәр саҡ шулай саф күңелле серҙәш, тоғро ярҙамсы, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйем. Сәләмәтлек, йән-тән тыныслығы һәм бәхеттәр һиңә ихлас күңелдән.

8) Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әсәйебеҙ! Бөгөн һинең тыуған көнөң – тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң – беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң – беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә! Балаларың …. (исеме).


Атайҙы ҡотлау:


Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,

Бар нәмәгә булдың түҙемле.

Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,

Хоҙай ололаһын үҙеңде.

***

Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,

Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.

Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,

Иң яҡыны беҙгә һин генә.

***

Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,

Күтәренке булһын күңелең.

Именлектә, беҙҙең менән бергә

Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.

***

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,

Ҡылған эшең — бары изгелек.

Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

***

Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,

Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.

Балҡып торған йөҙөңде күреп,

Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.

***

Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын

Йәшәр йылдарыңдың ағышы.

Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың

Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.

***

Етмеш йәш ул — ҡартлыҡтың уртаһы,

Ғүмер үтте тиеп уйлама.

Әсәй иҫән, балаларың янда,

Бәхетле һин, атай, донъяла.

***

Һинең кеүек һис кем ярата алмай,

Ейәндәрең: ..., ....

Һинең кеүек һис кем бирә алмый

Иркәләүҙе, һөйөү һәм наҙҙы.

***

Ауырлыктар килһә, йылмаяһың,

Нур сәсә күҙҙәрең көлгәндә.

Беләһеңме, атай, һин бит безҙең—

Ҡаһармандың ҡаһарманы.

***

Күпме генә бәхет теләһәк тә,

Бик аҙ булыр кеүек тойола.

Кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙың,

Шәфҡәтле һин һәр бер балаңа.

***

Шуға һине бары ла яраталар,

Дуҫ-иштәрең йөрөй килгеләп.

Һау-сәләмәт булып, туҡһанды ла

Үткәрергә язһын бергәләп.

Амин!

***

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,

Йәшәү дәрте булһын күңелдә.

Беҙ теләгән шатлык, бәхет, атай,

Юлдаш булсын һиңә ҡартлыкта.

***

Тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ

Шатлык, оҙон ғүмер менән

Йәшәүҙе генә теләйбеҙ

Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан

Өлөш сыҡһын һиңә мул ғына

***

Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр,

Шатлыҡтарға илткән юл ғына

Байрамдың матур хәтирәһе

Күңелендә ҡалһын уйылып,

Тәбрикләйбеҙ һине ысын күңелдән

Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!

***

Атайыбыҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,

Беҙ бәхетле ерҙә һин барға.

Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә

Тыуған көнөң менән ҡотларға.

Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,

Йөрәгеңдә күптер яра ла.

Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып

Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.


Ҡотлау шиғырҙары:


Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен

Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.

Томбойоҡло күңел күлдәреңдең

Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!

***

Тормош юлың балҡып торһын,

Яғымлы, шат булһын күңелең.

Оҙон гүмер, бәхет-шатлыҡ менән

Бер кайғыһыҙ үтһен ғүмерең.

***

Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.

Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,

Ошо бәхет ситләп үтмәһен.

***

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.

Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң

Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.

***

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе

Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.

Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,

Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.

***

Ер йөҙөнең бөтә матурлығын

Килә hиңә буләк итәhе.

Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә

Иң йылыhын килә әйтәhе

***

Һиңә һис тә еңел булмағандыр

Үтеүҙәре тормош юлдарын.

Оҙон ғүмер, һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ

Теләй һиңә ҡыҙ һәм улдарың.

***

Ғүмереңдең хазинаһына

Өҫтәлде тағы бер йыл,

Моңайма йылдар үтә тип,

Йылмай һин - бәхетле бул!

***

Ҡотлы булһын байрамың,

Тыныс булһын күңелең,

Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән

Тулы булһын ғүмерең!

***

Йәмле йылдар, йәмле көндәр

Теләйбеҙ ысын йөрәктән!

Һис кисекмәй ысынға ашһын

Беҙҙең күркәм теләктәр!

***

Тормыш юлың һәр саҡ балҡып торһон,

Яғымлы, шат булһын күңелең.

Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән

Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.

***

Тормоштоң иң йәмле сағы,

Илле йәш — ул аҙ әле!

Алда әле — күпме шатлыҡ!

Күпме бәхет, наҙ әле!

***

Ғүмереңдең был миҙгеле –

Туҡтап бер йырлап алыу,

Үткәндәргә шөкөр итеп,

Киләсәккә юл һалыу!

***

Тыуған көнөң менән, дуҫым,

Көләс булһын йөзҙәрең.

Баҡсалағы гөлдәр кеүек

Йәмле үтһен көндәрең.

***

Бәхет нурында ҡойоноп,

Назға күмелеп йәшә.

Тиңең менән тигеҙ булып

Һөйөп-һөйөлөп йәшә.

Һинең өсөн гөлдәр сәскә атһын,

Тыныс булһын кисең, төндәрең.

Һайрар ҡоштар һинең өсөн генә

Бағышлаһын ине көйҙәрен.

***

Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,

Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.

Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын

Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.

Байрам булһын мөбәрәк,

Табын булһын түңәрәк!

***

Бөгөнгөләй байрамдарҙы

Гел ҡаршылайыҡ бергәләп!

Һеҙгә насип булған бәхет-шатлыҡ,

Яҡты көндәр мәңге үтмәһен.

Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,

Шуныһы бигерәк ситләп үтмәһен.

Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,

Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.

***

Кәңәш һорап һеҙгә ҡағылабыҙ,

Барыбыҙға ярҙам итәһең.

Ҡылған изгелең ерҙә ятмаҫ,

Ауырыу белмәй оҙаҡ йәшәгеҙ!

***

Бөгөн бер ҡасан да

Онотолмай торған көн.

Әй, һөйөклөм, берҙән берем,

Ул бит һинең тыуған көн.

***

Көндәремә-төндәремә

Нур өҫтәүсем һин бит ул.

Шуға һинең тыуған көнөң

Иң-иң изге көн бит ул.

***

Һин булмаһаң, һөйөклөм тип

Мин кемгә өндәшер инем.

Мөхәббәттең бөйөк көсөн

Тоймайса йәшәр инем.

***

Минең сикһеҙ шатлығым да,

Бәхетем дә һин бит ул.

Шуға һинең тыуған көнөң

Иң-иң изге көн бит ул.

***

Тыуған көнөң – бер биҙәге

Мөхәббәтле йылдарҙың.

Ярай әле һин тыуғанһың,

Ярай әле мин бармын.

***

Һин тыуған көн бик күңелле булған,

Тәбиғәт тә таң ҡалған.

Тыуған көнгә күркәм теләктәрҙе

Юллайым әле, дуҫым, ҡуш услап.

Бер ҡасан да һаулыҡ ташламаһын,

Бәхеттәрең булһын түңәрәк.

Шатлыҡ артынан шатлыҡ килһен,

Бала-саға үҫһен тәгәрәп.

***

Тораһың да сал сәсеңде һыйпап,

Ҡартайылған инде, тейәһең.

Килә шул саҡ сәстәреңдең

Һәр береһенә башты эйәһе.

Эльмира Кейекҡужина.