Һаҡмар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайым
7 Декабрь 2018, 12:55

Яңы йылға ҡотлау текстары

Һеҙҙе яҡынлашып килгән 2019 йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!Беҙгә өмөттәр бүләк итеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырған, ҙур еңеүҙәр килтергән 2018 йыл да тиҙҙән тарих биттәрендә ҡалып, күңел йылыһы, тылсым бүләк иткән Яңы – 2018 йыл киләсәк.Яңы йылда һәр кем – бала бағып үҫтергән ата-әсәләр ҙә, олатай-өләсәйҙәр ҙә, ҡартатай-ҡартәсәйҙәр ҙә, ал-ял белмәй эштә көнөн үткәргән хеҙмәткәрҙәр ҙә, һыуыҡ, ел-ямғыр, тип тормай урамда-һыуыҡта йорттар, мәктәптәр һ.б. һалған төҙөүселәр ҙә, мал көткән көтөүселәр ҙә, һауынсылар ҙа, балаларға белем-тәрбиә биргән тәрбиәсе-уҡытыусылар ҙа, йырсы-бейеүселәр ҙә, шағир-яҙыусылар ҙа, оҙон юлдар гиҙгән водителдәр ҙә, именлекте һаҡлаған һ.б. һәр һөнәр эйәһен, һәр әҙәм затын етеп килгән Яңы 2019 йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.Һеҙгә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, оло шатлыҡтар ғына кисереп йәшәргә яҙһын! Һәр көнөгөҙҙән көс-дәрт алып, ҡыуаныс-мөхәббәткә сорналып ғүмер итегеҙ. Яңы йылға беренсе аҙымығыҙ изгелек булһын!Етеп килгән Яңы 2019 йыл менән! Аҡ бәхеттәр һеҙгә!

Яҡшы кәйеф һеҙгә, дуҫтарым!
Байрам көтөү – үҙе бер шатлыҡ

Яңы йылда теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Яңы йыл тик шатлыҡ-ҡыуаныс килтерһен! Яҡшы кәйеф менән ҡаршылағыҙ байрамды. Яңы йыл яңы шатлыҡтар менән килһен!

Яңы йыл менән Һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Барлыҡ ҡыйыу пландарығыҙ, изге теләктәрегеҙ, матур ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!


Ҡәҙерле ....! Һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлабыҙ! 2019 йылда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет юлдаш булһын. Тыуасаҡ йылда бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен.
Яңы – 2019 йылды иртәнге көнгә ышаныс, өмөт менән ҡаршылайыҡ.
Яңы йыл менән!

Һине яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән ҡотлайым.Яңы йылдың яңы ҡары бәхет булып юлдарыңа яуһын. Ғүмереңдең һәр миҙгеленән тәм табып, һөйөп-һөйөлөп йәшә. Сәламәтлек, күңел күтәренкелеге, саф мәхәббәт хистәре ғүмерлек юлдашың булһын.

Декабрь бурандарын, ҡышҡы һалҡындарын, күктә йымылдашҡан йондоҙҙарын алып килгән Яңы йыл менән! Байрамығыҙ мөбәрәк, күңелле, ҡыуаныслы булһын. Эштәрегеҙ уң булһын, күңелегеҙҙәге мәрхәмәтлелек нуры сәскә атһын, йәнегеҙҙе яҡшы хәбәрҙәр генә йылытһын, мөхәббәт уттары ялҡынландырып биҙәһен. Һеҙҙең тарафҡа ҡараңғылыҡ үтеп инмәһен, бәлә-ҡаза йөрөмәһен! Ғаилә бәхетегеҙ һүнмәйсә, балҡып торһон!


Ышанысың, йөрәгең түрендә сер итеп һаҡлаған өмөтөң тормошҡа ашһын, бәхетең мөлдөрәмә тулы булһын! Ғүмерең шатлыҡлы, ҡыуаныслы, мул ризыҡлы булһын, сәләмәтлектә уҙһын. Шатлыҡлы хәбәрҙәр, бәхетле көндәр уҙған йылдағыға ҡарағанда ла күберәк булһын, күңелһеҙлектәр иҫке йылда ҡалһын!
Ер өҫтөнә аҡлыҡ-паклыҡ алып килгән Яңы йыл байрамы ҡотло булһын! Киләһе йылдың 365 көнө лә бәхет-шатлыҡ ҡына килтерһен. Атҡан таңдарҙың барыһы ла алһыу булһын. Тормош юлдарында шатлыҡлы осрашыуҙар, бәхетле йылмайыуҙар, ҡыуаныслы миҙгелдәр күп булһын!



Яңы йыл килә, Яңы йыл, тиеп
Өмөтләнеп көтә күңелдәр.
Изге теләктәр теләшә дуҫтар,
Ҡотлашалар ағай-һеңлеләр.

Яңы йылда – яңы бәхет, тибеҙ,
Былтырғыһын ҡайҙа ҡуйырға...
Иҫкеләрен, коллекция итеп
Ҙур һандыҡҡа әллә йыйырға?

Ҙур шатлыҡтар теләшәбеҙ һәр саҡ,
Кескенәһе түгелме шатлыҡ?
Яңы уңыш, байлыҡтар теләйбеҙ,
Бәхетле һәм ҡәҙерле ҡартлыҡ.

Ирешкән уңыштар артта ҡала,
Ҡалған кеүек йәшәлгән ғүмер.
Сәстәргә сал керә – ынйы төҫө,
Тик барыбер йәшәрә күңел.

Йүгәнләп тә тотоп булмай ҡайһы саҡ
Урғылалар туҡтамай, хистәр.
Ҡартаймай төҫлө бары тик йөрәк,
Төшһәләр ҙә ауыҙҙа тештәр...

Эх йәшлекте “өслө” аттар менән
Килә әйләндереп алып ҡайтырға!
Иҫке бәхет, иҫке уңыштарҙы
Шымартырға һәм яңыртырға!

Тик килерме икән, дуҫҡайҙарым,
Яҙмышығыҙҙы үҙгәртәһе...
Урап үтер инегеҙме икән
Яҙмыш биргән тормош кәртәһен?

Уҙһын йылдар, артта ҡалһын юлдар,
Тик йәш булып ҡалһын йөрәктәр.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡабул булһын ошо теләктәр!

Яңы йылдар килһен бәхет алып,
Яңы йылдар килһен йылмайып,
Күңелдәрҙә мәңге шатлыҡ булһын,
Йәшәмәгеҙ дуҫтар моңайып!

Яңы йыл ҡотло булһын,
Донъялар тыныс торһон!
Бәпестәр тыуып торһон,
Табындар тулып торһон!

Ҡотло булһын Яңы йыл!
Гел шатлыҡтан торһон ул,
Бәхетле һәм мул тормошҡа
Күрһәтһен ул яңы юл!

Яңы йыл ҡотло булһын!
Шыршылар балҡып торһон!
Йондоҙҙар ҙа йылмайышып,
Иҙгелек теләп торһон!

Эй матур булып ҡарҙар яуа
Эй матур ҙа үҙе, аҡ ҡына.
Улар наҙлап сәстәремә ҡуна,
Керпегемә ҡуна саҡ ҡына.

Аҡлыҡ яуа бар тирә-яҡҡа
Сафлыҡ яуа – ҡарап туйғыһыҙ,
Аҡлыҡ менән, сафлыҡ менән
Эх, йәшәһәк ине ҡайғыһыҙ!

Йомшаҡ ҡына булып ҡарҙар яуа,
Ҡарҙар яуа ерҙе биҙәкләп.
Аҡ ҡарҙар менән Яңы йылым
Бәхет алып килһен етәкләп.

Бер-береһен уҙып аҡ ҡар яуа.
Аҡлығынан ҡарҙар яуа.
Тәбиғәттең матурлығы,
Үҙе ғәжәйеп тамаша.

Ашҡынып көтә күңелем,
Яңы йылдың был кисен.
Бала саҡта танһыҡ булған
Мандариндың хуш еҫен.
Бала саҡтан сыға алмай,
Әле булһа ла йөрәгем.
Ҡыш бабай килер кеүек,
Тейәп тоҡҡа бүләген.
Юләр күңел өмөт итеп,
Ҡыш бабай килерен көтә.
Мөғжизәләргә ышанып,
Ғүмерҙәр шулай үтә.
Килһен әйҙә Яңы йылдар,
Хәйерле сәғәттәре менән!
Булһын шатлыҡ-һөйөнөсө,
Тулы ҡапсығы менән!

Теләйем һеҙгә Яңы йылда, иң тәү сиратта,
Сәләмәтлек һәм таҙалыҡ – бәхет нигеҙе шунда.
Яҡындарығыҙ һәр ваҡыт булһын яндарығыҙҙа
Өләшегеҙ бәхетен дә, ҡалдырмағыҙ ҡайғыла ла.
Кем үҙенең мөхәббәтен тапҡан инде күптән
Яратығыҙ, ҡәҙерләгеҙ, борсолоу ҡалһын үткәндә.
Кемдәр әле осратмаған үҙенең һөйгән йәрен,
Булыр әле, Алла бирһә, онотма уның барын!
Яңы йылда яңы бәхеттәр, яңы асыштар көтә,
Барлыҡ борсолоуҙарҙы иҫке йыл алып китә.
Бәхетле булығыҙ дуҫтар, ҡайғы-хәсрәт ситләһен,
Йылмайыуҙар йөҙөгөҙҙән мәңгегә китмәһен!
(Р.Ғәләүетдинов)
*****
Килһен әйҙә Яйы йылдар
Хәйере менән!
Булһын шатлыҡ, һөйөнөсө,
Ҡапсығы менән!

Яңы йылдың яңы таңы һиңә
Аҡ бәхеттәр алып килһен,
Яңы йылдың яңы ҡары һине
Минең өсөн иренеңдән үпһен!

Дөп-дөп итеп ишек ҡаға
Тағы Яңы йыл,
Ул – яңы ла, беҙ иҫке шул,
Булмай яңырып
Һәр ҡыш бер йыл өҫтәй тора
Сәстәрҙе саллап,
Туҡтатып та ҡуйып булмай
Һаҡсылар яллап.
Әйҙә, килгәс уҙ түремә,
Һөйөнөс йөкмәп,
Күңелдә шатлыҡ мул булһын,
Табында – икмәк.
Буш тоғоңа ҡайғыларҙы
Алып кит төйәп,
Упҡынға күм, беҙҙә улар
Тапмаһын төйәк.
Дөп-дөп итеп ишек ҡаға
Ана, Яңы йыл.
Юҡ, “иҫкерге” килмәй һис тә –
Килә яңырғы!
(Гүзәл Ситдиҡова)

Шатлыҡ килһен һәр өйгә,
Ҡояш һәр саҡ балҡыһын,
Кешеләргә һинән бары
Матур иҫтәлек ҡалһын!
Яңы йыл ҡотло булһын!
Яңы йыл тыныс килһен,
Илгә бәхет килтерһен!


Әкрен генә йомшаҡ ҡарҙар яуа,
Күңелдәргә сафлыҡ, моң һалып.
Яңы йылда һаулыҡ, бәхет килһен,
Ҡышҡы бурандарға уралып.

Күңелдәрҙә шатлыҡ ташып торһон,
Һағыштарға урын ҡалмаһын.
Алда тыуыр көндәр яҡты булһын,
Хоҙай ҡайғыларҙан һаҡлаһын.
Етеп килгән Яңы йыл менән, дуҫтар!

Ап-аҡ ҡарға күмеп бар донъяны,
Ынйы һибеп, сафлыҡ нуры бөркөп,
Өр-яңы ҡыш килде тыуған ергә-
Яңы өмөт тулды күңелгә.

Яңы йылға яңы уйҙар менән,
Саф теләктәр менән инәйек.
Бәхет арбаһына шәп ат егеп,
Тормош үрҙәренә еләйек.


Ер йөҙәнә Яңы йылдар килә
Аҡҡа төрөп сихри донъяны.
Үткәндәре ҡалһын үткәндәрҙә,
Өмөт менән ҡаршылайыҡ яңыны.

Яңы йылға ҙур өмөттәр бағлайыҡ,
Барыбер уны беҙгә үтәһе.
Шатланайыҡ, уйнайыҡ, бәхет юрайыҡ
Һикереп үтәйек яҙмыш кәртәһен.

Ҡайғылар ҙа ҡалһын иҫке йылдарҙа
Бәхет алып килһен яңыһы.
Борма-борма тормош юлдарынан,
Бергәләшеп беҙгә бараһы.

Һәр бала үҙ бәхете менән тыуһын,
Ауырымаһын бер үк бәпәйҙәр.
Ғүмерҙәре оҙон, таҙа булһын улар
Бәхет теләйек бергә, Әсәләр!

Парһыҙҙар ҙа үҙ парын тапһын,
Парлыларға – парлы мөхәббәт.
Ҡайғыларһыҙ булһын һәр көнөбөҙ
Йортобоҙға инһен бәрәкәт!

* * *

Яңы йылды көтөп ала һәр кем,
Хуш килһен тип юрай теләген.
Яңы йылда иң-иң яҡынына
Бүләк итәр янған йөрәген.

Яңы йылда өмөт ҡапҡалары
Бәхет теләп кенә асылһын.
Һәр бер йорттоң ишек, тәҙрәһенә
Аҡ ҡанаты менән ҡағылһын.

Фәрештәләр килеп ҡунаҡлаһын
Һеҙ йәшәгән йортҡа көн һайын.
Йән йылыһын ғына юллай һеҙгә
Йырсы менән һылыу аҡ ҡайын.

Алмашына йылдар, үтә осорҙар,
Тарих булып ҡала үткәндәр.
Яңы йылда түргә саҡырығыҙ,
Беҙҙе һөйөп янып көткәндәр.

Саҡырығыҙ түргә дус-иштәрҙе…
Бер үк, бер кем ситтә ҡалмаһын…
(Йырҙа ғына яуыз уйҙар булмай).
Йырҙы һәр кем йырға ялғаһын.
(Фердинанд Гайсин)

Яңы йылдың йондоҙо —
Ҡар ҡыҙы ул, Ҡар ҡыҙы.
Ынйы, мәрйен, аҫылташ —
Ҡар ҡыҙы ул. Ҡар ҡыҙы.

Ул — ҡыҙҙарҙың аҫылы.
Ҡар ҡыҙы, әй, Ҡар ҡыҙы!
Нурлы байрам Яңы йылда
Ҡояш булып балҡыны.

Кисәбеҙгә тулған айҙай
Нур һирпте, нур һуҙҙы.
Күктәрҙә юҡ йондоҙ бит һин.
Ҡар бөртөгө — Ҡар ҡыҙы!

Йондоҙҙар бит бары ла яҡты.
Юҡ йондоҙһоң нурһыҙы.
Иң нурлыһы, иң яҡтыһы.
Иң гүзәле — Ҡар ҡыҙы!
(Г.Ғәрипова)

Эй Яңы йыл. Яңы йыл.
Яңы тыуған бала йыл.
Һин шаян, һин шуҡ әле.
Гөнаһтарың юҡ әле.

Ай үҫәһен көн үҫеп.
Туҡтамайса гел үҫеп.
Күп ғәмәлдәр ҡылырһың,
Баһадир ир булырһың.

Тик бер үк яуыз булма.
Ергә ҡан-йәш ағыҙма.
Йыйма ләғнәт-ҡарғыштар.
Сыуалмаһын яҙмыштар...

Өйһеҙҙәрҙе өйлө ит.
Көйһөҙҙәрҙе көйлө ит.
Йылы, йомшаҡ ҡул менән
Үкһеҙҙәрҙең йәшен һөрт.

Буйың менән түгел һин.
Эшең менән оло бул.
Һәр кешенең гел көткән
Иң бәхетле йылы бул.
(Фәнис Яруллин)



Яңы йылдың сихри иртәһендә
Күңелеңә йырҙар уралһын
Яҡты йылмайыүың менән тарат
Аҡ ҡыштарҙың һалҡын буранын.

Һөйөү ялҡындарынан балҡып китһен
Аллы-гөллө байрам уттары.
Яңы йылда яңы бәхет менән
Тулы булһын ғүмер юлдары

Яңы йылдың сихри кисе.
Ихлас теләктәр һеҙгә!
Барлыҡ хыял-өмөттәр ҙә
Ҡалмаһын ине һүҙҙә.
Сәләмәтлек нығый барһын,
Ғаилә дуҫ-татыу булһын!
Дуҫтарыбыҙҙың йөҙөндә
Йылмайыу балҡып торһон!
(Г. Зәкирова)


Яңы йылдар килһен бәхет алып,
Яңы йылдар килһен йылмайып,
Күңелдәрҙә мәңге шатлык булһын,
Йәшәмәгеҙ дуҫтар моңайып.
Яңы йыл ҡотло булһын,
Донъялар тыныс торһон.
Бәпестәр тыуып торһон,
Табындар тулып торһон!


Яңы йылдар килһен бәхет алып,
Яңы йылдар килһен йылмайып.
Күңелдәрҙә мәңге шатлыҡ булһсын,
Йәшәмәгеҙ, дуҫтар моңайып.

Әкрен генә йомшаҡ ҡарҙар яуа,
Күңелдәргә шатлыҡ моң һалып.
Яңы йылда бәхет, шатлыҡ килһен
Ҡышҡы бурандарға уралып!
Күңелдәрҙә шатлыҡ ташып торһон,
Һағыштарға урын ҡалмаһын!
Алда тыуар көндәр яҡты булһын!
Хоҙай ҡайғыларҙан һаҡлаһын!

Яңы йыл төнөндәге
Теләктәр ысынға ашһын!
Атай-әсәй, тыуғандарым
Барыһы сәләмәт булһын!

Насип йәрҙәр табышып
Яңы ғаиләләр ҡорһон!
Ер шарында: тыныслыҡ,
Туҡлыҡ, именлек булһын!
(Л.Сәлахитдинова).

* * *

Яңы йылда бары ла яңы:
Яңы шиғыр, яңы йыр.
Яҡты күзҙәрҙән һирпелә
Яңы бәхет, яңы нур.

Яңы йылда бары ла яңы:
Яңы шәмдәл, яңы сер.
Шәмдәре лә, ялҡынланып,
Өр-яңыса яна гел.

Яңы йылда бары ла яңы:
Яңы шыршы, яңы һүҙ.
Йөҙҙәребеҙ йәшәрә кеүек.
Үҙебеҙ ҙә яңы беҙ.

Ләкин…
Үткән яҡтыһынан
Яҡтырған йөрәктәрең.
Оноторға һис ярамай
Иҫке йыл теләктәрен.

Яңылыҡ ҡаҙерле була,
Һаҡлаһаң аҡлыҡтарын.
Онотмайса мәңге һаҡлайыҡ
Иҫке йыл шатлыҡтарын.
(Г. Ғәрипова)