Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайым
15 Ноябрь 2018, 17:58

Әсәйҙәрҙәрҙе ҡотлау

"Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул", - тип башлайҙар ғәҙәттә әсәйҙәрҙе ҡолтлаған саҡта. үҙенсәлекле лә, матур ҙа итеп ҡотларға теләһәгеҙ, саҡттан әҙер тексты алып ҡуллана алаһығыҙ.

***

Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул.

***

Ҡәҙерле әсәй! Һине ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшеңдә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын! Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул, шуға күрә һинең алда баш эйәм.

***

Ҡәҙерле әсәй!

Һине, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешемде, матур байрамдарҙың береһе – Әсәләр көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һине бер ҡасан да ташламаһын. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, бәхетле. Байрамдар ҡотло, тормоштар бәхетле, донъялар имен булһын!

***

ӘСӘЙ! ӘСӘКӘЙЕМ! ӘСӘЙЕМ!!!

ИЗГЕ БАЙРАМЫҢ МЕНӘН!

Ҡәҙерлем! Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәремде еткерәм. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙарҙы белмәһен. Береһенән-береһе шәп ҡыҙҙарыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшең – атайыбыҙҙың терәк-таянысы, кәңәшсеһе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә.

Мин һине яратам!!! Ҙур рәхмәт барыһы өсөн дә!!!

***

Әсәкәйем – күҙ нурым

Әсәкәйем – күҙ нурым,

Отоп һандуғас моңон,

Сылтыр шишмәләр йырын,

Ҡушып йөрәк йылыһын,

Һиңә арнайым йырым.

Әсәкәйем – күҙ нурым,

Һин йондоҙом, һин айым.

Күктә балҡый Етегән,

Ерҙә, әсәй, һин генә,

Яҙмышымды, йәнемде

Яҡтыртаһың һин гелән.

Әсәкәйем – күҙ нурым,

Һин минең бөтмәҫ йырым.

Бул шулай гел мөләйем,

Оҙон ғүмер теләйем!

Гөлнур ЙЫҺАНШИНА.

***

Тантана бөгөн ерҙә,

Һәр кешенең йөҙөндә.

Шатлыҡ урғый йөрәктән,

Нур һибелә күҙҙәрҙән.

Бөгөн һоҡланғыс байрам-

Әсәйҙәребеҙ көнө.

***

Әсәй бит ул һәр кешегә

Ғүмер бүләк итеүсе.

Әсәй тиеп әйтеү менән

Донъя нурға күмелә.

***

Ғумерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

Йығылып илаһам,

Абынып тормаһам,

Ҡулыңды һуҙыусы

Һин генә әсәйем!

***

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

***

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

***

Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен,

Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,

Илһам бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын

“Әсәй”тиеп уға әйтергә.

***

Әсәй наҙы беҙгә кәрәк

Йылы һүҙе, ярҙамы

Бөтә эштә лә өлгөрә

Әсәйҙең алтын ҡулы.

Бәлеш һала, туҡмас киҫә

Тәмле аштар бешерә:

Торт яһаһа өҫтәренә

һырлап сәскә төшөрә.

Аш-һыуына, тәм-томона

Бөтә халыҡ һоҡлана.

Шуға, алтынға тиң күреп,

Әсәй ҡулы маҡтала.

Иң аҫылын йырҙарымдың

Йырлайым, әсәй, һиңә.

Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,

Сибәрһең, әсәй миңә.

Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

һәр ваҡыт эшсән булғанға,

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин беләһең.

Оҙон юлды яҡын итеп

Ваҡыт табып һин киләһең.

Кемебеҙҙә ниндәй ҡайғы

Әсәй, тәүҙә һин күрәһең.

ҡайғылырҙы таратырлыҡ

һүҙҙәр табып көс бирәһең.

Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар

Күргән әсәй ғүмер эсендә.

Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,

Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

***

Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,

Уйландың һин ғүмер эсендә.

Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,

Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.

Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,

Бәхет ҡунһын күңелең түренә.

Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,

Талмай атла ғүмер үренә!

***

Ҡәҙерле, Әсәкәйем!!!!

Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,

Йөрәк йылың булды гел юлдаш.

Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,

Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.

Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,

Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән!

Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең

Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!
Читайте нас в