Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
18 Апрель 2019, 18:40

Себеште ҡайҙан алырға?

“Бройлер себешен, ҡаҙ бәпкәһен кемдән һатып алыу отошлораҡ?”, “Яҙ етеү менән, баҙарға, ауылдарға себеш-бәпкә һатыусылар килеп тула. Кемгә ышанырға, кемдеке яҡшыраҡ?”, “Силәбелә ҡош киҙеүе таралған, тиҙәр, шул дөрөҫмө?” Һуңғы осорҙа редакцияға ҡош-ҡорт миҙгеленә бәйле шылтыратыуҙар күбәйҙе. Ошоно иҫәпкә алып, беҙ үрҙә телгә алынған һорауҙар менән Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһына мөрәжәғәт иттек. Эпизоотик бүлек начальнигы Айнур Вәлишин шулай тип яуап бирҙе:

“Бройлер себешен, ҡаҙ бәпкәһен кемдән һатып алыу отошлораҡ?”, “Яҙ етеү менән, баҙарға, ауылдарға себеш-бәпкә һатыусылар килеп тула. Кемгә ышанырға, кемдеке яҡшыраҡ?”, “Силәбелә ҡош киҙеүе таралған, тиҙәр, шул дөрөҫмө?”

Һуңғы осорҙа редакцияға ҡош-ҡорт миҙгеленә бәйле шылтыратыуҙар күбәйҙе. Ошоно иҫәпкә алып, беҙ үрҙә телгә алынған һорауҙар менән Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһына мөрәжәғәт иттек. Эпизоотик бүлек начальнигы Айнур Вәлишин шулай тип яуап бирҙе:
– Февраль айында Силәбе өлкәһенең Ауыл хужалығы министрлығы ул төбәктәге ҡошсолоҡ предприятиеларында ҡош киҙеүенең таралыуы тураһында рәсми рәүештә хәбәр итте. Атап әйткәндә, Буранный ҡасабаһында урынлашҡан Магнитогорск ҡошсолоҡ комплексында, Агаповка, Нагайбак райондарындағы, шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһындағы ҡошсолоҡ предприятиеларында сығарылған йомортҡа, ит, ҡош-ҡорт продукцияһы әлегә яраҡһыҙ тип табылды. Шуның өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы һәм Ветеринария идаралығы республика халҡына күршеләрҙә етештерелгән продукцияны һатып алырға ярамағанлығы тураһында мөрәжәғәт итте. Тәбиғи, уларҙа сығарылған ҡошҡортто ла һатып алырға ярамай.

Ошо хәлде күҙ уңында тотоп, БР Ауыл хужалығы министрлығы тик үҙебеҙҙә, республикала сығарылған ҡошсолоҡ предприятиеларының ғына продукцияһын алырға тәҡдим итә. Беҙҙең районда иһә был тәңгәлдә проблема юҡ: Баймаҡтағы “Г.З. Байрамғолова” КФХ-һы бына оҙаҡ йылдар инде ҡошсолоҡ тармағында эшләй, Урал аръяғы, күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләре халҡын сифатлы продукцияһы менән тәьмин итә. Был фермер хужалығында барлыҡ ветеринария талаптары үтәлә, биналарға мәлендә дезинфекция үткәрелә, себеш-бәпкәләргә вакцина эшләнә. Себеш сығарыу өсөн йомортҡалар үҙебеҙҙең республикалағы танылған ҡошсолоҡ фабрикаларынан алына. Тимәк, бәпкәсебеште “Г.З. Байрамғолова” КФХ-һынан алыу күпкә отошло, сөнки был предприятиела төп иғтибар сифатҡа йүнәлтелә.

Ситтән бөтөнләй ҡош-ҡорт, ит һатып алмағыҙ. Әгәр ҙә баҙарҙан, икенсе кешеләрҙән ҡош-ҡорт һатып алырға тура килә икән, мотлаҡ рәүештә унан тейешле ветеринария документтарын талап итегеҙ. Ниндәйҙер шик тыуһа, урындағы ветеринария хеҙмәткәренә йәки Баймаҡтағы ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Тел.: 3-32-37, 3-32-38.
Читайте нас в