Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2022, 11:00

Ата-әсә ҡаһарманлығының миҙалы ла бар

Хәҙер патронат тәрбиәселәр ҙә миҙалға һәм бер тапҡыр бирелә торған 100 мең һум аҡсаға дәғүә итергә мөмкин...

Ата-әсә ҡаһарманлығының миҙалы ла бар
Ата-әсә ҡаһарманлығының миҙалы ла бар

Башҡортостанда «Ата-әсә ҡаһарманлығы» наградаһы тураһында положениеға төҙәтмәләр индерелде. Тейешле Ҡарарға 8 августа республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Хәҙер патронат тәрбиәселәр ҙә миҙалға һәм бер тапҡыр бирелә торған 100 мең һум аҡсаға дәғүә итергә мөмкин. Тик ғаилә ете һәм унан күберәк бала алған осраҡта ғына.

Бынан тыш, инвалид, етем балаларҙы тәрбиәгә алыусылар ҙа наградаға хоҡуҡлы.

Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: