Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь , 09:23

Валентина Гунина менән Евгений Овод алда бара

Валентина Гунина менән Евгений Овод Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар чемпионатының суперфиналында алда бара. Асыҡ лидерҙар турнирында дүртәүһе булды

Валентина Гунина менән Евгений Овод алда бара

Өфөлә 12 октябрҙә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионаттарының дүртенсе суперфинал уйындары үтте. Асыҡ турнирҙа Дмитрий Андрейкин аҡтар менән Кирилл Алексеенко уҙып китте. Каталон башында ҡаралар дебют проблемаларын хәл итә алманы, шул уҡ ваҡытта аҡтар уртаға үтеп инделәр, һәм, тиҙҙән улар, ҡаршы яҡтағы ҡараларҙың короленә һөжүм иттеләр. 22-се турҙа Алексеенко үҙенең еңелеүен таныны.

Максим Чигаев аҡ менән уйнаған Максим Матлаковты тиҙ генә еңде.

Ҡара менән уйнаған Александр Мотылев Павел Понкратовты еңде. Ҡатмарлы позицияла ҡаралар хата ебәрһә лә, бер аҙымдан һуң тиерлек аҡтар дөрөҫ булмаған юлдан китте. Понкратов 35-се йөрөштән һуң еңелде.

Федосеев - Есипенко, Горячкина - Витюгов һәм Предке - Рахманов.араһында ничья булды. 

 

4-се турҙан һуңғы хәл: 

1-4. Кирилл Алексеенко, Никита Витюгов, Максим Матлаков, Дмитрий Андрейкин - 2,5, 5-8-әр. Александр Рахманов, Владимир Федосеев, Александра Горячкина, Андрей Есипенко - 2, 9-12-шәр. Максим Чигаев, Александр Предке, Александр Мотылев, Павел Понкратов - 1,5-шәр.

 

5-се турҙан һуң:

 

Мотылев - Матлаков

Алексеенко - Понкратов

Витюгов - Андрейкин

Есипенко - Горячкина

Рахманов - Федосеев

Чигаев - Предке.

 

Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Марина Гусева ҡара менән Ольга Гиряны еңде. Югор шахматсыһы дебютта пешкаһын юғалтты һәм лайыҡлы компенсация ала алды. Әммә аҙаҡ Гиря хаталар ебәрҙе һәм яйлап ҡына ҡараларҙан еңелеп ҡуйҙы. 

Евгения Овод Дарья Войтты еңде: ҡаралар оҙаҡ ҡына еңел булмаған алышта үҙ позицияһын һаҡлап килә алды, 5 сәғәттән һуң мәскәүле ебәргән хата хәл иткес роль уйнаны. 

Боднарук - Бивол, Ғәлләмова - Погонина, Гунина - Ғарифуллина һәм Шувалова - Кашлинская араһында ничья булды.

 

4-се турҙан һуңғы хәл:

1-2. Валентина Гунина, Евгения Овод - 3, 3-4-әр. Полина Шувалова, Лея Гарифуллина - 2,5, 5-7-әр. Алина Кашлинская, Алиса Ғәлләмова,  Марина Гусева - 2, 8-11-әр. Дарья Войт, Ольга Гиря, Алина Бивол , Наталья Погонина - 1,5, 12-әр. Анастасия Боднарук - 1.

 

5-се тур парҙары:

 

Гусева - Овод

Кашлинская - Гиря

Ғарифуллина - Шувалова

Бивол - Гунина

Погонина - Боднарук

Войт - Ғәлләмова.

Рәсәй чемпионаттарының Суперфиналы Рәсәй Шахмат федерацияһы һәм Елена һәм Геннадий Тимченконың Хәйриә фонды тарафынан тормошҡа ашырылған "Музейҙарҙа шахмат" программаһы сиктәрендә үткәрелә.

Шахмат, Рәсәй чемпионаттарының Суперфиналдарын ҡарарға теләүселәр NesterovPlaza отелендә гроссмейстер Сергей Шиповҡа саҡырыла. Тамашасыларҙы 15:15 сәғәттә индерәсәктәр. Турнирҙа маска режимы, термометрия процедураһы ғәмәлгә ашырыла.

Отель фойеһында ФШР Шахмат музейынан күргәҙмә урынлашҡан. Музейҙың кураторы, тарих фәндәре кандидаты Дмитрий Олейников барлыҡ теләүселәр өсөн экскурсиялар уҙғара.

Турнирҙа инглиз телендә гроссмейстер Евгений Мирошниченко һәм Александр Шиманов комментарий бирә. 

 

Техническая информация

 

Турнир диуары 

 

Фотоһүрәттәр авторы: Этери Кублашвили

Автор:Эльмира Киеккужина