Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2021, 21:35

Тиҙ ватылыусан бүләктәр

Тағы бер нисә йыл үтер һәм кемдер уларға үҙенең йөрәген бүләк итәсәк...

Ҡасандыр бер ауылға ҡарт аҡыл эйәһе килгән һәм шунда йәшәргә ҡалған. Ул балаларҙы яратҡан һәм күп ваҡытын улар менән үткәргән. Аҡыл эйәһе балаларға төрлө бүләктәр эшләргә яратҡан, әммә ул ватылыусан әйберҙәрҙе генә эшләп биргән. Балалар ни тиклем һаҡсыл булырға тырышһалар ҙа, уларҙың яңы уйынсыҡтары йыш ватылған. Кескәйҙәр ҡайғырған һәм илаған.

Күпмелер ваҡыт үткән. Аҡыл эйәһе балаларға тағы ла тиҙерәк ватылыусан әйберҙәр бүләк итә икән. Бер мәл ата-әсәләр түҙмәгән һәм уға килгән:

  • Һин бик аҡыллы. Беҙҙең балаларыбыҙға тик изгелек кенә теләйһең. Ә ни өсөн уларға шундай бүләктәр эшләйһең? Улар хәлдәренән килгәнсе бүләк ватылмаһын өсөн тырыша, әммә уйынсыҡтар барыбер ватыла һәм балаларыбыҙ илай. Ә һеҙ бүләк иткән уйынсыҡтар шундай матур, улар менән уйнамау мөмкин түгел, - тиҙәр.

Тағы бер нисә йыл үтер һәм кемдер уларға үҙенең йөрәген бүләк итәсәк. Бәлки ошо аҡыл уларҙы бер ниндәй үлсәм менән дә баһалап булмаған шул бүләк менән бик һаҡсыл булырға өйрәтер, - тип йылмайған аҡыл эйәһе.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: