Һаҡмар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Юбилейға Темәс нисек әҙерләнә?

Башҡортостандың 100 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алыу маҡсатында төбәктә бихисап саралар бойомға ашырыла. Шуларҙың береһе – тиҙҙән Темәс ауылының энциклопедияһы донъя күрәсәк.

Тәүге баш ҡала тураһында энциклопедия донъя күрәсәк


Темәс ауылы Башҡортостан тарихында һәм бөгөнгөһөндә ғәйәт ҙур урын биләп тора. Тап ошо ерҙә Башҡорт автономияһы тураһында хәл иткес ҡарарҙар ҡабул ителгән, милләтебеҙ зыялылары халҡыбыҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә ҙур эштәр алып барған. Бәрәкәтле Баймаҡ ере бөгөн дә Ә.Вәлиди, Ш.Хоҙайбирҙин, М.Мортазин, Ю.Бикбов һәм халҡыбыҙҙың башҡа аҫыл ир-егеттәренең эҙҙәрен һаҡлай, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла.

Башҡортостандың 100 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алыу маҡсатында төбәктә бихисап саралар бойомға ашырыла. Шуларҙың береһе – тиҙҙән Темәс ауылының энциклопедияһы донъя күрәсәк. Йыйынтыҡ “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә әҙерләнә.

Ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова әйтеүенсә, был тәңгәлдәге эш бынан биш йыл элек башлана. Урындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре тәүге яҙмаларҙы туплай башлай. Артабан был эшкә ауыл халҡы, ололар, уҡыусылар, мәктәп коллективы йәлеп ителә. Урындағы йүнселдәр, ситтә йәшәүсе ауылдаштар матди ярҙам күрһәтә. Ғөмүмән, энциклопедия темәстәргә генә түгел, ә бар башҡорт донъяһы өсөн ҙур бүләк буласаҡ.

Республиканың тәүге баш ҡалаһы юбилейҙы лайыҡлы ҡаршы ала. Был тәңгәлдә эш бынан бер нисә йыл элек башланды. Урман сәнәғәте хужалығы микрорайонында башланғыс мәктәп, спорт залы асылды, яңы янғын һүндереү депоһы төҙөлдө һәм ул кәрәкле автомашина менән тәьмин ителде. Шувл уҡ ваҡытта 4 млн һумға ауыл юлдары ремонтланды, Шырҙы йылғаһы аша яңы күпер һалынды. Быйыл Һаҡмар йылғаһы аша Әбсәләм күперен ремонтлау тамамланасаҡ.

Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы – райондың ғына түгел, ә республиканың ғорурлығы, уны башҡорт халҡының мәккәһе тип тә әйтергә мөмкин. Бинаны капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау мотлаҡ һәм был тәңгәлдә тейешле эш атҡарыласаҡ.

29 мартта Башҡортостандың 100 йыллығына арналған рәсми саралар тәүге баш ҡаланан старт ала – Темәстә Башҡорт автономияһына арналған ҙур форум ойошторола. Шул уҡ көндө республика буйынса автоуҙыш тап шул төбәктән башлана.
Читайте нас в