Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
12 Июль 2022, 14:25

ЗОЯ - ЗӨЛӘЙХА

Шулай итеп, Билал ҡартатай менән Зоя ауылға ҡайтып төшә. Йәш ҡыҙ телде белмәй, икенсе диндән, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ менән таныш түгел. Был Зоя ҡыйыу ҙа, ныҡ ғашиҡ та булғандыр инде. Шулай булмаһа, нисек яҙмышын улай ҡырҡа үҙгәртергә баҙнат итер ине? Ул заманда динебеҙҙең бик көслө сағы була. Шуға күрә Билал менән Зояға күп ауырлыҡтарҙы һәм һынауҙарҙы үтергә, ыҙалар сигергә тура килә. Йәштәрҙе хатта Темәс төрмәһенә бикләп тә ҡуялар...

ЗОЯ - ЗӨЛӘЙХА
ЗОЯ - ЗӨЛӘЙХА

Тормош сәхифәләре

Зоя – Зөләйха

Һеҙгә һөйләйәсәк хәл-ваҡиға, кеше яҙмыштары бөгөн дә өлкән быуындың күңел тарихында һаҡлана. Был хаҡта бер нисә мәртәбә матбуғат баҫмалары ла яҙып сыҡты.

Әхмәр Үтәбай 2013 йылда “Ереңде һатһаң, ауылыңа һат, бер мөйөшөнә үҙең ултырырһың” тигән һәм “Һаҡмар”ҙа “Буранбай феномены нимәлә?”, Роза апай Азаматованың 1999 йылда “Бәхетте урлап алмайҙар” тигән мәҡәләләре минең бәйән итәсәгемә бәйле. Был тарих яҡын кешеләрем: ҡартатай, ҡартәсәй, олатай, өләсәй, инәй, әсәйемдең яҙмыштары, уларҙың ауыл, ил менән бергә күргәне. Ошо хәл-ваҡиғалар Ноғман Мусиндың “Һайлап алынған яҙмыш” әҫәренең геройҙары Карам, Зильда – Заһиҙә менән ауаздаш. Тик мин яҙаһы хәлдәр күпкә алда була, өлкәндәр һөйләүенән, үҙем күргәндәрҙе, иҫләгәндәрҙе яҙам. Әгәр кемдер төҙәтеүҙәр, шаңдау яҙып ебәрһә, рәхмәтле генә буласаҡмын.

Ямаш – Беренсе Этҡол ауылында йәшәгән Азаматовтарҙың нәҫеле, зат-ырыуы электән үк уҡымышлы, белемле, зыялы, тырыш булыуҙары менән билдәле. Улар бөгөн дә тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә, уҡыта, сәмләнеп йәшәй. Ошо нәҫелдән булған минең ҡартатай, олатайҙарым фамилиябыҙҙы дауам итһә, ҡыҙҙар икенсе фамилия йөрөтә.

Билал Азаматов беҙҙең ҡарт ҡартатай була, ошо ауылда тыуып үҫеп, ваҡыты еткәс батша хеҙмәтенә китә. Ул Украина яҡтарына эләгә. Хеҙмәтен тултырғас, 1904-1905 йылдарҙа, тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. Тик Билал ҡартатай яңғыҙы ҡайтмай – Зоя исемле поляк ҡыҙын бергә алып килә. Украиналағы хеҙмәте ваҡытында ул поляк ҡыҙын осрата һәм ғашиҡ була. Кемдер Зояны – украин, кемдер поляк ҡыҙы тип һөйләне. Бәлки, ҡатнаш ғаиләнән булғандыр. Иң бәләкәй ейәнсәре Таңһылыу апай миңә: “Украинала йәшәһә лә, поляк ҡыҙы ине ул”,-тип һөйләгәне иҫемдә.

Украина тураһында һүҙ сыҡһа, күҙҙәре янып, ҡыуанып китә торғайны, тиешә ине ололар. Тыуып үҫкән ер һәр кемгә яҡын бит, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә ғәзиз тыуған яҡ һағындыра шул.

Шулай итеп, Билал ҡартатай менән Зоя ауылға ҡайтып төшә. Йәш ҡыҙ телде белмәй, икенсе диндән, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ менән таныш түгел. Был Зоя ҡыйыу ҙа, ныҡ ғашиҡ та булғандыр инде. Шулай булмаһа, нисек яҙмышын улай ҡырҡа үҙгәртергә баҙнат итер ине? Ул заманда динебеҙҙең бик көслө сағы була. Шуға күрә Билал менән Зояға күп ауырлыҡтарҙы һәм һынауҙарҙы үтергә, ыҙалар сигергә тура килә. Йәштәрҙе хатта Темәс төрмәһенә бикләп тә ҡуялар. Был хаҡта Роза апай Азаматова яҙып сыҡҡайны. Шулай ҙа Зоя ауырлыҡтарға бирешмәй, яйлап беҙҙең телде лә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә өйрәнә, динебеҙҙе ҡабул итә. Уның исемен Зөләйхаға алмаштырып, мосолман итәләр. Улар Билал ҡартатай менән ауылда йәшәй башлай. Илдә, ауылда булған ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар, революция, аслыҡ йылдары, колхозлашыу, репрессиялар был ғаиләне лә урап үтмәй. Барыһын да ауылдаштары менән бергә үҙ иңдәрендә күтәрәләр, кисерәләр. Йәш ғаиләлә ике ул һәм ике ҡыҙ донъяға килә.

Беренсе улдары Ғатау 1907 йылғы була. Ауылда йәшәй, өйләнә, һуғышҡа алына һәм шунда һәләк була. Өс балаһы Тәлғәт, Хөснә, Хөсәйен ҡала. Беренсе Этҡолда йәшәнеләр.

Икенсе улдары Хәсән 1910 йылғы була. Һуғыштан имен ҡайтыу бәхете тейә. Өйләнә, бер улы була, тик бала йәшләй үлеп ҡала, тоҡом дауам итмәй.

Өлкән ҡыҙҙары Мөслимә 1912 йылғы була. Буранбай ауылында Зөлҡәрнәй Буранбаев менән 5 балаға ғүмер бирәләр: Аҡназар, Гөлнур, Байназар, Абдулхәй, Афзал.

Бәләкәй ҡыҙҙары Мәрхәбә 1914 йылғы була. Ул беҙҙең өләсәй – әсәйҙең әсәһе. Беренсе Этҡолға Мофазал Хәсәновҡа тормошҡа сығып 5 ҡыҙ балаға ғүмер бирләр: Алмабикә, Зоя, Зөһрә, Сулпан, Таңһылыу.

Беҙҙең әсәйҙең атаһы Мофазал ҡартатай ҙа һуғышҡа алына, тик ҡайта алмай. 1943 йылда Витебск өлкәһендә ерләнде тигән ҡара ҡағыҙы ғына килә.

Зоя-Зөләйхә ҡартәсәй хөрмәтенә беҙҙең әсәйгә Зоя тип исем ҡушалар. Мин уларҙың өсөнсө быуыны килеп сығам. Зоя-Зөләйхәнең бер ейәнсәре – Зөһрә апай имен-һау, балаларына хөрмәтле әсәй, беҙгә апай булып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, Беренсе Этҡолда йәшәй.

Әйтеп үтеүемсә, Билал ҡартатай менән Зөләйхә ҡартәсәйҙе күп ауырлыҡтар һынап ҡарай. 1931 йылда Билалды Иркутскиға һөргөнгә ебәрәләр, ә Зоя-Зөләйхәгә ҡарата Башҡортостандан ситтә йәшәргә тейеш тигән фарман сығарыла. Был документтар архивта һаҡлана.

Билал ҡартатай Иркутск яҡтарында үлеп ҡала. Зөләйхә ҡартәсәйҙе лә ҡайҙалыр ситкә ҡыуып ебәрәләр. Тик ул мең ыҙаны үтеп, “балаларым” тип кире ауылға ҡайта. Ул килен булып төшкән ауылды ла, кешеләрен дә үҙ иткән була. Ошо ерҙә Зоя таштай-ҡомдай батып йәшәй. Ул Ғатау улы, Хәмдиә килене менән йәшәй. Артабан Хөснә ҡыҙы менән дә донъя көтә. Беҙ үҫкәндә Мәрхәбә өләсәй менән дә йәшәне.

Зөләйхә ҡартәсәй кәүҙәһен төҙ-тура тотоп, яулыҡты яҙып ябынып, намаҙ уҡып, тәсбих тартып ултырғанын хәтерләйем. Һылыу, ап-аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, етен сәсле, шаян һүҙле булған, тиҙәр. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе акцент менән әйтһә лә, башҡортса бик матур һөйләште, тип тә һоҡланалар. Бер ваҡыт йәй көнө инәй, апайҙар, ҡыҙҙар, ейән-ейәнсәрҙәре менән Һаҡмар буйына сыҡҡандар. Шунда Зөләйхә ҡартәсәй һыуға ҡарап ултырып, матур итеп бер йыр йырлаған. Бергә барған ҡатындар “һағышын һыуға һалды” тип әйткән һуңынан.

Зөләйхә ҡартәсәй ғүмерле булды. Бәхетле тормош кисереп, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп йөҙ йәшкә етә яҙғансы йәшәп, 1973 йылдың сентябрендә мәрхүмә булды. Мин ул ваҡытта унынсы класта уҡый инем.

Зоя-Зөләйхә бер ваҡытта ла тыуған яҡтарына ҡайтмаған, бәлки, яҡын туғандары, көтөр кешеләре булмағандыр. Әсә булып, “балаларым” тип кенә йәшәгән. Һәр бер ауылың күҙәтелеп, етешмәй йәшәгән ауыр заманаларҙа тыуған яҡты уйлау ҡайғыһы ла булмағандыр. Эсәр һыуы, ашар ризығы беҙҙең яҡтарҙа булғандыр инде.

Был яҙмала иҫкә алынып үткән яҡындарым күптән ысын донъяла. Урындары ожмах түрендә булып, риза булып ятһындар. Уларға аят-доғалар уҡытып, иҫкә алған туғандарына, балаларына, яҡындарына именлектә, теүәллектә, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы күреп йәшәргә насип булһын.

Гөлсирә Мортазина.

Баймаҡ ҡалаһы.

Һүрәт - интернет селтәренән. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: