Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
10 Ноябрь 2021, 12:15

Тағы бер башҡорт һәм ике бәләкәй башҡорт кешеһе өҫтәлде

Мин үҙебеҙҙең биш кешенән торған ғаиләне өҫтәнем. Ике ҡыҙым ҙур инде, улар үҙ аллы йәшәй. Шуға күрә Башҡортостанда минең менән бергә йәшәгәндәрҙе иҫәпкә индерҙем.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты. Ул, бөгөн халыҡ иҫәбен алыусылар республикала йәшәүсе 4 миллиондан ашыу кешене иҫәпкә алды, тип белдерҙе.

“Мин үҙебеҙҙең биш кешенән торған ғаиләне өҫтәнем. Ике ҡыҙым ҙур инде, улар үҙ аллы йәшәй. Шуға күрә Башҡортостанда минең менән бергә йәшәгәндәрҙе иҫәпкә индерҙем. Минең яҙмам менән тағы бер башҡорт һәм ике бәләкәй башҡорт кешеһе өҫтәлде. Улдарым әлегә бәләкәй, шуға күрә ҡатыным менән уларҙың милләтен башҡорт тип күрһәтергә ҡарар иттек. Гражданлығым берәү – Рәсәй Федерацияһы. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Уны алмаштырырға уйламайым. Дүрт тел беләм: башҡорт һәм рус телдәре – туған телдәр, сит телдәрҙән – төрөк һәм инглиз телдәре”, - тип һөйләне республика Башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябргә тиклем дауам итә. Унда өс төрлө ысулды ҡулланып ҡатнашырға мөмкин:

- иҫәп алыусы өйгә килә;

- МФЦ йәки яҡындағы иҫәп алыу пунктында;

- “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында.

Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, халыҡ иҫәбен алыу буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге ун төбәк исемлегенә инә. Халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре быйыл декабрҙә билдәле буласаҡ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: