Һаҡмар
+2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Декабрь 2018, 13:44
Премияға кем лайыҡ?
Премияның сираттағы лауреатын асыҡлар мәл етеп килә. Телевидение аша йәки матбуғат биттәрендә башҡорт һәм рус телдәрендә даими сығыш яһаған, 35 йәше тулмаған йәштәрҙән, редакцияларҙан, хеҙмәт коллективтарынан, шулай уҡ айырым кешеләрҙән тәҡдимдәр район китапханаһында ҡабул ителә. Рәхим итегеҙ, әүҙем булығыҙ, дуҫтар! Бәйләнеш өсөн тел.: 8 909 345 11 68, 8 927 966 73 45.
Фани донъяла бар нәмә туҡтауһыҙ үҙгәреп, яңырып тора. Тәбиғәттә – миҙгелдәр, ерҙә быуындар бер-береһен алмаштырып килә. Йүгерек йылғалар ағышы, ваҡыттың уҙыуы һәм Кеше хәтере генә – мәңгелек төшөнсәләрҙер ул. Хәтер аша быуындар бәйләнеше йәшәй, хәтер тормоштоң мәғәнәһен һәм асылын билдәләй...
Күренекле журналист, БР һәм Рф Журналистар берлеге ағзаһы, үкенескә ҡаршы, ғүмере бик иртә өҙөлгән ялҡынлы йөрәкле яҡташыбыҙ Юлай Мәҡсүтов исемендәге йәштәр премияһын булдырыуға быйыл ун йыл. Был ҡарар 35 йәшкә тиклемге йәш журналистарҙың, матбуғат активистарының әүҙемлеген күтәреү һәм уларҙы дәртләндереү маҡсатында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы менән берлектә бер төркөм зыялылар тарафынан ҡабул ителгәйне. Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары гәзиттәрендә баҫылған, беҙҙең төбәккә, уның арҙаҡлы кешеләренә арналған, йәштәрҙең рухи үҫеш, әхлаҡи тәрбиә мәсьәләләрен күтәргән, иҡтисад, социаль тормош проблемаларын яҡтыртып, уларҙы хәл итеү юлдарын барлаған һүрәтләмәләре, аналитик мәҡәләләре өсөн был премияға төрлө йылдарҙа Зөлфиә Сафина, Гүзәл Иҫәнгилдина, Айгөл Ишемғужина, Резеда Усманова һәм Земфира Ғәҙелшина лайыҡ булды.
Премияның сираттағы лауреатын асыҡлар мәл етеп килә. Телевидение аша йәки матбуғат биттәрендә башҡорт һәм рус телдәрендә даими сығыш яһаған, 35 йәше тулмаған йәштәрҙән, редакцияларҙан, хеҙмәт коллективтарынан, шулай уҡ айырым кешеләрҙән тәҡдимдәр район китапханаһында ҡабул ителә. Рәхим итегеҙ, әүҙем булығыҙ, дуҫтар! Бәйләнеш өсөн тел.:
8 909 345 11 68, 8 927 966 73 45.
Лилиә ҒӘнИЕВА, комиссия рәйесе.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи