Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Апрель 2022, 10:06

“Халыҡ йырын йөрәк менән йырларға кәрәк”

Бөгөн Рәмил Туйсин алтын юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан беҙ уны 50 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Милләтебеҙҙең арҙаҡлы улы, халыҡ йырсыһы, тыуған төйәгенең ысын патриоты булып танылған ир-уҙаманға теләктәрҙең иң изгеләрен юллайбыҙ. Халҡыбыҙ мәнфәғәтендә башҡарған изге эштәрең дауамлы, емешле булһын! Туйсин Рәмил Париж улы 1972 йылдың 12 апрелендә Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған. 1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлағас, Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт урта мәктә- бендә, 2001-2008 йылдарҙа Балалар сәнғәт мәктәбендә педагог булып эшләй. 2009 йылдан уҡытыу-методик эш буйынса белгес, 2011 йылдан БДАУ-ның Урал аръяғы филиалының Студенттар ижады үҙәге етәксеһе. 2016 йылдан алып Сибай филармонияһында эшләй. Бөгөн ул Сибай концерт-театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары. Халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров исемендәге район ҡурайсылар бәйгеләре еңеүсеһе, композитор, ҡурайсы, шағир. Емешле ижады, халыҡ йырҙарын әүҙем пропагандалағаны һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына лайыҡ булды.  

“Халыҡ йырын йөрәк менән йырларға кәрәк”
“Халыҡ йырын йөрәк менән йырларға кәрәк”

Туйсин Рәмил Париж улы 1972 йылдың 12 апрелендә Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған. 1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлағас, Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт урта мәктә- бендә, 2001-2008 йылдарҙа Балалар сәнғәт мәктәбендә педагог булып эшләй. 2009 йылдан уҡытыу-методик эш буйынса белгес, 2011 йылдан БДАУ-ның Урал аръяғы филиалының Студенттар ижады үҙәге етәксеһе. 2016 йылдан алып Сибай филармонияһында эшләй. Бөгөн ул Сибай концерт-театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары. Халыҡ-ара һәм республика йыр кон- курстары лауреаты, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров исемендәге район ҡурайсылар бәйгеләре еңеүсеһе, композитор, ҡурайсы, шағир. Емешле ижады, халыҡ йырҙарын әүҙем пропагандалағаны һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына лайыҡ булды.

...Сибайҙа “Ирәндек моңдары–1997” төбәк-ара конкурсы бара. Сәхнәгә бер-бер артлы бәйгеселәр сығып, музыкаль оҙатыуһыҙ халыҡ йырын башҡара. Сибайҙан Рәмил Туйсин жюри хөкөмөнә һирәк осраған, беҙҙең төбәктә онотолған халыҡ йыры – “Кәтинкә”не тәҡдим итте. Уның тарихын һөйләп, аһәңле, халыҡсан итеп башҡарыуы жюри рәйесе, танылған ғалим Әхмәт Сөләймәновты һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтановты ла хайран итте. Журналистарға биргән интервьюһында билдәле ғалим менән атаҡлы йырсы шулай тип белдерҙе: “Һис шикһеҙ, конкурсанттар араһында Рәмил Туйсин үҙенең таланты, башҡарыу оҫталығы менән айырылып тора. Уның йырҙар тарихын яҡшы белеүе, һирәк осраған боронғо көйҙәрҙе өйрәнеп, халыҡҡа сығарыуы ла үҙе үк ҙур мәртәбәгә эйә, был мөҡәддәс эш. Бик тә өмөтлө, халыҡ араһынан сыҡҡан талант ул”.

Башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығына, ҙур талантҡа эйә булған йырсы, бар йәһәттән һәләтле ижадсы, халыҡ ижадын әүҙем пропагандалаусы, йәштәргә йыр сәнғәтен өйрәтеүгә күп көс һалыусы шәхес булараҡ беләбеҙ беҙ Рәмил Туйсинды. Ә инде күркәм юбилейы алдынан “Һаҡмар” гәзите редакцияһына “Йома ҡунағы”на саҡырып, Рәмил Париж улының башҡорт йыр сәнғәте, әҙәбиәт, рух, сәсәнлек һәм ижади ҡомар кеүек актуаль темаларға бәйле аҡыллы, берәгәйле һәм тос фекерҙәре менән уртаҡлаштыҡ.

– Рәмил Париж улы, һөйләшеүҙе ижадсы һәм шәхестең тыуған төйәгенән башлау урынлы булыр. Халыҡтың йырмоңо һинең күңелгә ҡасан инеп “ояланы”? Моғайын да, халҡыбыҙ йырҙарын оҫта башҡарған атайың һәм әсәйеңдең бында өлөшө ҙур булғандыр.

– Эйе, атайым Париж Хәлфетдин улы халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булды, әсәйем Миңзифа Ғилман ҡыҙы ла йыр-моңға ғашиҡ кеше. Иҫ белгәндән бирле уларҙың көй-моңдарын тыңлап һәм йырлап үҫтем. 5-се класта уҡығанда уҡ “Илсе Ғайса” йырын йырлап йөрөүем хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. 

Әйтергә кәрәк, халҡыбыҙҙың йыр-моңо мине бала саҡтан алып бөгөнгәсә тормошомда оҙатып бара. Ә уларға һөйөүҙе атайым уятты. Бесәнгә арбаға егелгән ат менән барған ваҡытта (ә ул беҙҙең ауылдан 20 саҡырым алыҫлыҡта ята. – Р.Т.) атайым тәбиғәттең һәр тауы-ташы, билдәле урындары, йәғни ер-һыу атамалары янына туҡтап, уларҙың тарихын һөйләп, йырлап ишеттерер ине. Бына шулай, яйлап ҡына тәгәрләгән арбала әкрен генә бәүелә-бәүелә тыуған тәбиғәтебеҙ, еребеҙ, халҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәте һәм сәнғәтенә, рухиәтенә ҡағылған фекерҙәрҙе ишетеп, йыр-моңдарҙы күңелгә һеңдереп үҫтек. Бесән сапҡанда ла, ҡыуышта ҡуна-ятып бесән әҙерләгәндә лә ана шул илаһи моңдан айырылманыҡ.

– Үҙенә күрә был халҡыбыҙҙың мәңге шиңмәҫ йыр-моңдарына һөйөү уятыу һәм ниндәйҙер кимәлдә тәрбиә сараһы ла булғандыр, моғайын...

– Әлбиттә! Атайыбыҙ туған йыр-моңдарыбыҙға һөйөү уятып ҡына ҡалмаған, ә ошо атап үтелгән хәл-ваҡиға аша бала күңеленә рухи тәрбиә биреүгә өлгәшкән. Минеңсә, тап шул мәлдә тәбиғәт менән йыр-моң гармонияһы профессиональ сәнғәткә юл һалғандыр, тигән фекерҙәмен.

– Профессиональ сәнғәткә тәүге аҙымдар ҡасан яһалды?

– Йыр-моңға һәләтемде күреп, атай-әсәйем мине 5-се кластан һуң Өфө урта махсус музыка мәктәп-интернатына бирергә ҡарар итте. Бындағы уҡыу йортонда мин 6-8-се кластарҙа белем алдым. Ошо уҡыу йортонда тәү башлап ысын оҫталарҙан ҡурай, тынлы музыка ҡоралдары серҙәренә төшөмдөм. Бөгөн инде республикала билдәле шәхес, Башҡортостандың халыҡ артисы, яҡташым Юлай Ғәйнетдиновты үҙемдең остазым тип һанайым – тап уның ярҙамында ҡурай сәнғәтен профессиональ кимәлдә үҙләштерҙем. Һәм бөгөн ғорурланып “Юлай Ғәйнетдиновтың ҡурай мәктәбен үттем” тип әйтә алам. Артабан 9-10-сы кластарҙа Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡығанда ла мин ҡурайҙан, йыр-моңдан айырылманым.

– Мәктәптә уҡыған йылдарҙа туған тел һәм әҙәбиәтте ныҡ яратыуыңды, был фәндәр буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүеңде беләбеҙ. Ни өсөн әҙәбиәт юлын һайламаның?

– 10-сы класта уҡыған ваҡытта һайлау алдында ҡалдым: сәнғәт юлынан китергәме әллә әҙәбиәткә йөҙ борорғамы? Оҙаҡ уйланып йөрөнөм, сөнки ике йүнәлеш тә миңә бик яҡын, икеһе лә берҙәй ҡәҙерле ине. Яңы ғына башланып торған сәнғәт юлымда тәүге уңыштарым булған кеүек, әҙәбиәттә лә улар байтаҡ ҡына ине. Етмәһә, башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында 1-се урынды яулауым һәм Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына имтиханһыҙ уҡырға ҡабул итергә саҡырыуҙары миңә ул саҡта ҡанат ҡуйғайны.

Әммә мин сәнғәтте һайланым. Әҙәбиәт юлынан китһәм дә тормошта үҙ урынымды табыр инем, тип уйлайым. Нисек кенә булмаһын, сәнғәт менән әҙәбиәт – бер туғандар кеүек, улар бер-береһенә ныҡ бәйле. Бөгөнгәсә мин әҙәбиәтте ташламайым, сөнки ул музыка өлкәһен тулыландырыусы бер тармаҡ булып тора. Сәхнәлә йыр-көйҙәрҙең тарихын һөйләү булһынмы, сценарий яҙыу тиһеңме, үҙеңде режиссерлыҡта һынап ҡарайһыңмы – һин мотлаҡ шул өлкәне яҡшы белергә тейешһең.

Әҙәбиәт – минең өсөн күңел талабы, халҡыбыҙҙың рухи байлығы менән яҡындан ҡыҙыҡһыныу ул. Туған әҙәбиәтте яратыу, милләтеңдең рухи гәүһәрҙәрен өйрәнеү, йыр-моңон күңелең һәм йөрәгең аша үткәреп йырлау сәсәнлек ижадына нигеҙ булып ята, тип уйлайым. Минеңсә, тап беҙҙең халыҡта сәсәнлек традициялары генетик кимәлдә һалынған. Миҫал өсөн Буранбай, Бейеш сәсәндәрҙе атап үтеү ҙә етә – улар сәсән генә түгел, ә батыр ҙа булған.

– Тамашасы һине башҡорт йырҙарын оҫта һәм халыҡсан башҡарыуың, үҙенсәлекле моңоң өсөн ярата. Халыҡ күңелен яуларҙай йырҙарҙы башҡарыу өсөн йырсыға ниндәй һыҙаттарға эйә булырға кәрәк?

– Иң беренсе сиратта кешенең йыр-моңға таланты булырға тейеш. Юғиһә, шағир һәм йырсы Фәнис Сирбаев әйтмешләй, “Мәңге шағир булмаҫ кеше – шағир бөгөн, Ә сәнғәтме? Ҡап яртыһын була түгеп...” 

Ысынлап та, йыр-моңға һәләте сикле булғандар йәиһә бөтөнләй булмағандар сәхнә түрен баҫып бөтөп бара бөгөн. Ә был башҡорт йыр сәнғәте өсөн үтә лә хәүефле күренеш. Әгәр ҙә һин йыр сәнғәте юлын һайлағанһың икән, уға бик яуаплы ҡарарға бурыслыһың. Халыҡ йырын халыҡ араһынан эҙләп табып, уны ҡабаттан халыҡ күңеленә еткергән кеше генә ысын йырсы була алалыр. Минең үҙемә, мәҫәлән, онотолған 20-гә яҡын халыҡ йырын табып-өйрәнеп, уны үҙемдең репертуарға индерергә тура килде һәм уларҙы тамашасы бик яратып ҡабул итте. Халыҡ йыры халыҡ күңеленә барып етә шул!

– Рәмил Париж улы, һуңғы йылдарҙа беҙ һине үҙенсәлекле композитор һәм шағир булараҡ та яҡшы беләбеҙ. Көй яҙыуға ҡасан тотондоң?

– Бынан ун йыл тирәһе элек. Көйҙөң күңелемдә яралғанын шул мәлгә тиклем аңлы рәүештә көттөм. Ни өсөн? Сөнки көй тәбиғи булһын, ҡайһы берәүҙәрҙеке кеүек яһалма булмаһын өсөн. Туйсиндарҙың ғаилә ансамблен төҙөгәндә үҙем ижад иткән “Бер туғандар беҙ” шиғырына көй яҙыу композиторлыҡ йүнәлешендәге тәүге хеҙмәтем булғандыр, тип уйлайым. 

Белеүебеҙсә, был йыр бик ғүмерле булып сыҡты, уны тамашасы һәр саҡ көтөп ала, радио-телевидение аша ла йыш яңғырай. Хәйер, шиғырҙарым да, яҙған көйҙәрем дә күңел түренән, йөрәктән сыҡҡан ижад емештәре, шуға күрә лә уларҙы тамашасы һәр саҡ яратып ҡабул итә. Ә был иһә ижад кешеһе өсөн бик тә мөһим. 

Махсус ултырып шиғыр, көй ижад итмәйем, улар мәле еткәс күңелдә тыуа. Бына, мәҫәлән, Сыңғыҙ эргәһендәге Билән тауына менеп, унан Һаҡмар йылғаһына, тыуған ауылыма ҡарап торған мәлдә “Билән тауы” тигән шиғыр һәм көй тыуҙы:

Билән генә тауҙан, эй, ҡараһаң,

Күренеп ята Күгат кисеүе.

Йән биреүкәйҙәрҙән ауыр икән

Тыуған ерҙе ташлап китеүе.

Был йырҙы мин тыуған төйәген һаҡлап яуға юлланған һәм батырҙарса һәләк булған ир-егеттәрҙең яҡты рухына бағышланым.

– Сер түгел, һуңғы тиҫтә йылдарҙа көй ижад итеүселәр ҙә, моңо булмаған бер көнлөк йырсылар ҙа хаттин ашты. Ошондай шарттарҙа балаларҙа халыҡ йырына нисек һөйөү тәрбиәләргә?

– Йөрәгендә илһам йөрөткән һәр кем йыр сығарып, шиғыр яҙып ҡарай. Әммә, йырсы булған һәр кем йыр ижад итә ала икән, тип уйларға ярамай. Йыр ул башта шиғыр булып яралырға тейеш. Йыр яһалмай, йыр тыуырға тейеш. Шундай көй генә халыҡ күңеленә барып етәсәк. Бер көнлөк йырсыларҙың булыуы, әлбиттә, яҡшы күренеш түгел, шуның өсөн беҙ балаларға бала саҡтан уҡ халҡыбыҙҙың ижади гәүһәрҙәрен күңелдәренә һеңдереп үҫтерергә тейешбеҙ. Ваҡыты еткәс, кешеләр халыҡ йырҙарын тыңлай башлар, өйрәнер, тип ултырыу һис дөрөҫ түгел. Шуға күрә лә бәләкәйҙән орлоҡ һалырға кәрәк. Беҙ, әйтәйек, бала саҡтан ғаиләлә ололарҙың йырлағанын ишетеп үҫтек һәм күптәрен отоп та алдыҡ. Балаларына халыҡ йырҙарын тыңлатмаған атаәсәләр сабыйҙы милли булмышынан ситләштерә. Балаға бит күңелен тултырыу өсөн ниндәйҙер моң кәрәк һәм ул быны сит халыҡ музыкаһынан таба. Тимәк, баланы концерттарға алып йөрөү, халҡыбыҙҙың йыр-моңдарына ҡарата һөйөү уятыу, өйрәтеү – һәр ата-әсәнең мөҡәддәс бурысы ул. Бына шуларҙы белеп үҫкән бала рухлы ла, һәләтле лә буласаҡ.

– Ғаиләһе ныҡтың – биле ныҡ, ти халыҡ мәҡәле. Туйсиндарҙы рухлы, бөтөн яҡтан уңған, һәләтле балалар тәрбиәләгән ғаилә булараҡ беләбеҙ. Үҙ-ара аңлашып, татыу йәшәүҙең сере нимәлә?

– Бер-береңде ихтирам итеү, ирҙе – ир, ҡатынды – ҡатын итеү мөһим. Кәләшем Нурия Нуриман ҡыҙы ла – Баймаҡ районынан, һөнәре буйынса уҡытыусы. Иң яҡын кәңәшсем дә, тәнҡитсем дә ул. Ике балаға ғүмер бирҙек. Өлкәне Шәүрә журналист һөнәрен үҙ итте – бөгөн ул Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының “Бәхетнамә” тапшырыуын алып бара. Шағирә булараҡ та танылыу яулай бара, ижади емештәре йәш әҙиптәр йыйынтығында ла баҫылып сыҡты. Улыбыҙ Буранбай иһә әле мәктәптең 7-се класында белем ала, һүрәт төшөрөү, скульптура менән мауыға.
Буш ваҡытымды ғаиләмә бағышлайым, ҡатыным, балаларым менән тәбиғәткә сығыу ял бирә, күңелгә дәрт өҫтәй. Дуҫтар менән балыҡҡа йөрөргә яратам. Ғөмүмән, тормоштан йәм табып, халҡыма тоғро хеҙмәт итергә, барлыҡ булмышым менән милләтем өсөн йән атып йәшәргә тырышам.

– Рәмил Париж улы, “Һаҡмар” гәзитен уҡыусылар, бар район халҡы, һине яратҡан тамашасылар исеменән алтын юбилейың – 50 йәшең менән ихлас күңелдән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Милләтебеҙҙең арҙаҡлы улы, халыҡ йырсыһы, тыуған төйәгенең ысын патриоты булып танылған ир-уҙаманға теләктәрҙең иң изгеләрен юллайбыҙ. Халҡыбыҙ мәнфәғәтендә башҡарған изге эштәрең дауамлы, емешле булһын!

– Рәхмәт!
Азамат Мөхәмәтшин әңгәмәләште.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: