

Яҡташ йырсыбыҙ, моңло тауышлы, нәзәкәтле, һәр саҡ матур йылмайыу бүләк иткән Фирүзә Парижды белмәгән кеше юҡтыр. Уның йырҙары, артабан театрҙағы ижади юлы барыбыҙҙың да күңеленә бик яҡын. Шуға күрә билдәле йырсының ҡапыл ғына Европаға сығып китеүе күптәрҙә һорау уятты. Һәр минуты тиерлек ниндәйҙер эшкә ҡушылған Фирүзә Париж менән телефон аша рәхәтләнеп һөйләшеү бәхете тәтене миңә. Уның менән аралашҡандан һуң һәр кемдең күңелендә тормошонда ниҙер үҙгәртеү теләге уяныуы ла бар. Шулай итеп, һеҙҙең иғтибарға беҙҙең “Йома ҡунағы”быҙ менән әңгәмә.
- Фирүзә, был һорауҙы мин генә бирмәйемдер. Һеҙ хәҙер Польшала йәшәйһегеҙ. Был ҡарарға нисек килдегеҙ?
- Минең күптән Европала йәшәү хыялым бар ине. Былтыр мөмкинселек килеп сыҡҡас бик ҡыуандым. Сөнки пандемия арҡаһында сиктәр бикле, ҡайҙалыр барып урынлашыуы бик ауыр ине. Тәүҙә мин Испания тураһында хыяллана инем. Әммә шул уҡ коронавирус арҡаһында был килеп сыҡманы. Польшаға барып урынлашыу мөмкинселеге тыуғас, уны ҡулдан ысҡындырманым.
- Һеҙҙең был аҙым күптәрҙе аптыратты, буғай?
- Кешеләргә мин үҙем дә ғәжәпләнәм. “Нимә бар һиңә Польшала? Нимә эшләп йөрөйһөң сит ерҙә?” тип һәм хатта ҡатыраҡ итеп социаль селтәрҙәр аша “һөжүм” итеп алыусылар ҙа булды. Мин үҙем кешегә бер ҡасан да ундай һорау бирә алмаҫ инем. Сөнки һәр кем үҙ яҙмышын – үҙе яҙа. Ә нисек итеп ҡора ул тормошон – был кешенең шәхси эше. Уға ҡыҫылырға ярамайҙыр, тип уйлайым. Шул уҡ ваҡытта: “Визаны нисек алдығыҙ? Миңә эш менән ярҙам итә алаһығыҙмы?”-тип һорағандар ҙа бар. Сөнки сит яҡтарҙы ҡарап, унда йәшәп ҡарарға теләүселәр бик күп икән.
- Эйе, һәр кемдең тиерлек күңелендә шундай мөғжизәле үҙгәрештәргә өмөт сатҡылары йәшәйҙер. Ә был аҙымды эшләргә нимә ҡамасаулай тип уйлайһығыҙ?
- Эске ҡурҡыу. Ул һәр әҙәм балаһына хас. Минең дә Европала йәшәү хыялым һәр саҡ булды. Әммә мин уны үҙемә лә ҡысҡырып әйтергә ҡурҡа инем. Бына ошо баҙнатһыҙлығыңды еңһәң – артабан китәһең. Әгәр инде теләгең булып та, ҡыйыу аҙымдарға бара алмайһың икән, тимәк, йә үҫеш кимәлең артҡа табан йүнәлеш ала, йә бер урында ҡалып мүкләнәһең. Беҙ шул тиклем үҙебеҙҙе сикләп йәшәргә күнгәнбеҙ. Ә бит ғүмер бер мәртәбә генә бирелә.
- Польшаға килеп төшкәс, артабан нимә булды?
- Быға тиклем белмәгән илгә ике сумаҙан менән барып төштөм. Бына шулай, йәшәйеш өсөн мөһим кәрәк-яраҡтарым ике сумаҙанға һыйҙы. Килеп төшкән төндө аэропортта ултырып йоҡланым. Телде лә, илде лә белмәйем. Янымда йөрөгән кешеләрҙең нимә һөйләгәнен дә аңламайым. Мин һәр саҡ яҙмышҡа, мөғжизәгә ышанып йәшәйем. Был юлы ла шулай булды. Польшала Людмила Риф ҡыҙы Солтанова йәшәй. Атаһы – башҡорт, әсәһе – украин. Шулай булһа ла Людмила ныҡ башҡорт рухлы, үҙен башҡорт тип һанай. Ошо күк күҙле, етен сәсле ханым мине үҙенең отеленә алды, бүлмә бирҙе. Төрлө кәңәштәре менән Польшала йәшәп китеүҙә ныҡ ярҙам итте. Фаина исемле яҡташыбыҙ (әсәһе Нефтекаманан) ошо отелдә ресепшнда ултыра. Хәҙер беҙ өсәү бергәбеҙ. Киләсәктә Башҡорттар берлеге ойоштороп, башҡа милләттәштәребеҙҙе табып алып, милли байрамдарыбыҙҙы үткәрербеҙ тигән хыялдар менән йәшәйбеҙ. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән бәйләнешкә сығып, уларға ла белгерттек.
- Тәүҙә иң ауыры нимә булды?
- Әлбиттә, телде белмәү ине. Поляктарҙың телмәрен тыңлап, бындай тел буламы, тип аптырана инем. Хәҙер телдәрен өйрәнеп, аңлай башланым, поляк телендә яңылыҡтар менән танышып барам. Телде аңлап алғас, бик ҡыҙыҡ булып китте. Эргә-тирәләге кешеләр менән аралашаһың, күп нәмәгә өйрәнәһең, беләһең. Бында сит илдән килгән кешеләргә йәшәргә өйрәнеп китеп, эш тапһын өсөн шарттар булдырылған. Махсус ике йыллыҡ уҡыуҙар бар. Ул бушлай. Уҡыу барышында телгә лә өйрәнәһең, йәнеңә оҡшаған һөнәрҙе лә алып сығаһың. Уҡыуың практика менән ҡуша бара. Шуға күрә беҙҙәге кеүек “диплом алғас ҡайҙа барырмын, ниндәй эшкә урынлашырмын” тигән һорауҙар бөтөнләй тыумай. Уҡыһаң, визаң да автоматик рәүештә оҙайтылып бара. Был да бик уңай. Әйткәндәй, Польшала 20 йәштә булһаң да, 80 йәштә булһаң да, уҡырға ярай. Теләгең генә булһын.
- Ризыҡтары ят кеүек түгелме?
- Юҡ, киреһенсә, килгәс поляктарҙың бар аш-һыуын, ризығын тәмләп сыҡтым. Барыһы ла бик тәмле. Сөнки бындағы аҙыҡ-түлек Европа стандарты буйынса әҙерләнә. Мәҫәлән, колбасалар 98% иттән тора. Уның этикеткаһында шулай күрһәтелгән һәм ысынында ла шулай. Әгәр колбасалағы ит 98% тулмай икән, уны етештереүсене етди проблемалар көтә. Шуға күрә бында алдашмайҙар. Йәки йогуртттарҙы алып ҡарайыҡ. Уларҙың бында ниндәйе генә юҡ! Йогуртҡа ҡалағыңды тыҡһаң – ул ҡатып тора. Беҙҙең бала саҡтағы эскән ҡуйы ойотҡан кеүек. Алманың килограмы беҙҙең аҡса менән – 19-20 һум.
- Илдең үҫешен уның оло быуынға булған мөнәсәбәтенән билдәләргә була, тиҙәр. Польшала был яҡтан нисек?
- Өлкәндәргә оло ихтирам һәм хөрмәт менән ҡарайҙар. Бынан тыш магазиндар тейешле сәғәттәрҙә өлкәндәр, социаль яҡтан ниндәйҙер мохтажлыҡ кисереүселәр өсөн хаҡтарын төшөрә. Был ваҡытта улар үҙҙәренә кәрәкле аҙыҡ-түлекте арзан хаҡҡа ала.
- Урамдар нисек? Беҙҙәге кеүек берәҙәк эттәр-бесәйҙәр күренәме?
- Юҡ. Бында хайуандарға ҡарата шундай ныҡлы иғтибар бирелә. Урамда үҙ яйына йөрөгән бер хайуанды күрмәҫһең. Улар тик хужалары менән, махсус ерҙәргә генә сығарыла. Әле ошо көндәрҙә бер ҡатындың ике эт көсөгөн сүп-сар йәшнигенә ташлауы шау-шыу уятты. Төнөн һыуыҡ булғас, бер көсөк үлгән. Хәҙер шул ҡатынды иркенән мәхрүм иттеләр. Бындай хәлдәр бик һирәк. Сөнки хайуандар ҙа закон яғынан яҡлауға алынған.
- Польшала тағы нимә иғтибарығыҙҙы алды?
- Бында дәүләт тулыһынса ҡатын-ҡыҙ яғында. Шул тиклем ҡатындарҙы яҡлайҙар. Әгәр никах тарҡала икән, ҡатын да, балалар ҙа дәүләт яҡлауына алына. Әгәр атай кеше балаһына бер ай алимент түләмәһә, ул ярты йылға төрмәгә ултыртыла. Ғаиләлә биш бала икән, ҡатын эшләмәй - ул тулыһынса дәүләт ҡарамағына алына. Балаларына беҙҙең аҡса менән ай һайын унышар мең аҡса түләнә. Әгәр балалар бишәүҙән күберәк икән, аҡса тағы күберәк түләнә. Ғаиләләр, әсәйҙәр, балалар өсөн ошондай һиҙелерлек төрлө дәүләт түләүҙәре бик күп. Мәктәп, балалар баҡсалары барыһы өсөн дә бушлай. Шулай уҡ ата-әсәләрҙән ремонт һ.б. өсөн аҡса йыйыу бөтөнләй юҡ.
- Польшала нимәне бер ҡасан да оноторға ярамай?
- Ришүәт биреү, кемгәлер аҡса тәҡдим – ауыр енәйәткә инеүен. Мине килгәс тә ошо хаҡта иҫкәрттеләр, әгәр ниҙер булһа, ниндәйҙер хеҙмәт кешеһенә: полициямы ул йәки башҡа өлкә кешеһенә проблеманы хәл итеү өсөн аҡса тәҡдим итеп кенә ҡуйма тип. Был коррупция булып һанала һәм уның өсөн иректе сикләү ҡаралған. Ҡул-ҡулды йыуа, йәки кемдеңдер туғаны, танышы булып, ошоно файҙаланып йәшәү тигән төшөнсәләр бында бөтөнләй юҡ. Сөнки быларҙың барыһы ла ауыр енәйәткә тиң.
- Яңы йыл, Раштыуа байрамдарығыҙ Польшала үтте. Улар был байрамға ниндәй ризыҡ әҙерләй?
- Карп. Уны нисектер парҙа тотоп, һыулы итеп бешерәләр. Беҙ эшкә лә һанамайбыҙ ул балыҡты, ә улар уны тәмле итеп, йолаларына ярашлы итеп етештерә.
- Бишбармаҡ һағындырмаймы?
- Һағындыра! Ул бишбармаҡ менән бер ҡыҙыҡ килеп сыҡты әле. Хәҙер телде өйрәнеп, кешеләр менән аралаша башлағас, күберәк белге килә бит. Шулай бер поляк менән һөйләшеп киттек. Тыуған ер, милләт һ.б. Ризыҡтарға барып еттек. Ғорурлыҡ менән “милли аш-һыуыбыҙ бишбармаҡ, йылҡы һурпаһында бешерелгән” тинем. Теге аптырап китте. “Һеҙ аттарҙы ашайһығыҙмы?!”-ти. Мин: “Эйе, әлбиттә. Бик тәмле бит ул”,-тип яуаплайым. “Башҡа бер кемгә лә ат ашағаныңды һөйләмә!” -тип тыйып ҡуйҙы. Уларҙа ат – изге йән, тоғро дуҫ. Бына беҙ вьетнамдарҙың эт ашағанына аптырайбыҙ бит, улар өсөн ат ашау шуға тиң. Магазиндарҙа сусҡа ите бик күп. Мин тауыҡ итен алам. Һыйыр ите лә бар, әммә ул бик ҡиммәт.
- Фирүзә, һеҙҙең Польшаға йәшәргә китеүегеҙҙе балаларығыҙ нисек ҡабул итте?
- Яҡшы һәм аңлап. Минең ҡыҙыма – 25, улыма 17 йәш. Улар икеһе лә Ҡазанда. Улым тиҙ арала үҙ аллы тормошҡа күнегеп китте. Әлбиттә, беҙҙең халыҡта “балалар өсөн йәшәү, улар өсөн үҙ тормошоңдо онотоу” төшөнсәһе бар. Былар менән мин килешмәйем. Сөнки һәр кеше үҙе өсөн йәшәргә, бәхетле булырға тейеш. Әгәр ата-әсә бәхетле һәм тормошта үҙ урынын тапҡан икән, балалар ҙа шундай юлды һайлаясаҡ. Баланы һаҡлап, әпәүләп, ҡарауыллап ултырыу, уға зыян ғына булып ҡайта. Бөркөт тә бит ваҡыты еткәс ҡошсоҡтарын ояһынан этеп төшөрә. Үҙ аллы балалар ҡанаттарын йәйеп, уны нығытып, үҙ яҙмыш юлынан китә. Ҡыҙым минең күптән барыһын үҙе хәл итеп өйрәнгән. Ул бала саҡтан шундай яуаплы булды. Хәҙер инде улым өсөн дә күңелем тынысланды.
- Кеше үҙенә ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә, уға башҡалар ҙа шунай ҡарашта була, тигән һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?
-Әлбиттә. Үҙеңде яратырға һәм хөрмәт итергә кәрәк. Был эгоизм түгел, ә тормош ҡануны. Әгәр һинең үҙеңә ҡарата ихтирамың юҡ икән, башҡаларҙа ул ҡайҙан булһын? Үҙеңә шул тиклем ҡул һелтәп ҡарап йәшәргә ярамай бит. Тағы бер кешеләрҙе бөтөрә торған нәмә ул – кеше нимә әйтә, нимә уйлай, тип йәшәү. Бына ошондай тойғолар менән тирә-яғыңа ҡаранып, үҙеңде түгел, ә башҡаларҙың нимә әйткәнен, нисек ҡарағанын аулап, һағайып йәшәү, бар тормошоңдо юҡҡа сығарыу, үлтереү көсөнә эйә. Кешенең уйҙары ла, үҙе лә матур булып, ул ирекле булып йәшәргә тейеш. Бына Европала күптәр бер ҡаланан икенсеһенә, бер илдән икенсеһенә күсеп йәшәй. Улар ҙур-ҙур йорт һалып, үҙен бер урынға бикләп ҡуймай. Бер урында йәшәне, унан икенсе илгә килеп унда эш таба һәм йәшәй. Шулай итеп улар донъя күрә, гиҙә, аралаша, үҙҙәрен бөтөнләй сикләмәй.
- Һеҙ һәр саҡ формала, һәр саҡ матур булыуығыҙ, килешле һәм модалы кейемдәрегеҙ менән иғтибарҙы йәлеп итәһегеҙ. Ниндәйҙер диеталар тотаһығыҙмы? Спорт менән шөғөлләнәһегеҙме?
- Мин оҙайлы йылдар иртәнсәк йога һәм пилатес менән шөғөлләнәм. Ул тәнде лә, йәнде лә тынысландыра, көс бирә. Тағы ла иртәнсәк мотлаҡ йөҙ мәртәбә һикерәм. Был ҡан тамырҙарының ойошоуынан һаҡлай. Тән зымбырлап китә, шешенеүҙәр булмай. Иртәнсәк уянғас та мотлаҡ һыу эсәм һәм башҡаларға ла шуны кәңәш итер инем. Теште таҙартҡан кеүек, эске органдарҙы ла сайҙырып ебәрер кәрәк бит. Бынан ун йыл элек диетолог Надежда Семенова ярҙамында организм таҙартыу серҙәренә өйрәнгәйнем. Ул аҡһымдарҙы һәм углеводтарҙы айырым ашауға ҡоролған, әле лә шуларҙы үтәргә тырышам. Әлбиттә, һәр саҡ махсус рәүештә спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт юҡ. Ундай саҡта бит эш эшләгәндә шәп-шәп атлап йөрөргә була. Был да бик һәйбәт һөҙөмтә бирә. Кейемгә килгәндә, хәҙер магазиндарҙа ла, интернет аша ла йәнең теләгәнде табырға була. Үҙеңә килешкәнен, күңелеңә ятҡанын һәм уңайлы булғанын һайлап алырға ғына ҡала.
- Фирүзә, яҡташтарығыҙға ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?
- Донъяны – үҙеңдән, үҙеңде донъянан айырмай йәшәргә кәрәк. Ҡыйыуыраҡ булығыҙ, хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырып йәшәргә өйрәнегеҙ. Күберәк сәйәхәт итегеҙ. Икенсе урындарҙа булыу күп асыштар яһарға мөмкинселек бирә, күңелде үҫтерә. Бер ҡасан да зарланмағыҙ. Һауа торошона, аҡса етмәүгә, кәйеф булмауға Һәм бер ҡасан да кешеләрҙе яманламағыҙ. Был ауыр һыҙаттар булып, характерға инеп ултыра һәм кешенең үҙ тормошон боҙа. Тормошомда шундайҙарҙы осратҡаным бар. Ундай кешеләр ағыу сәсә-сәсә, үҙҙәре ағыулыға әүерелә һәм үҙ юлдарын үҙҙәре быуа. Сабырлыҡ менән тәүәккәллекте бер самала алып барырға кәрәк. Быны миңә өләсәйем кәңәш иткәйне һәм ул хәҙерге заманда ла актуаль. Бәхетегеҙ үҙ ҡулығыҙҙа булыуын онотмағыҙ.
- Фирүзә, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә яңы тормошоғоҙ яңы уңышлы асыштар, мөғжизәләр алып килеүен теләйбеҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина әңгәмәһе.