Һаҡмар
+7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Март 2021, 11:25
"Өс таған"
“Родина” кинотеатрында Мостай Кәримдең “Өс таған” әҫәре буйынса башҡорт кинематографтары төшөргән яңы нәфис фильмды беренсе тапҡыр күрһәтәләр.
Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВтың сәхифәһенән:
“Родина” кинотеатрында Мостай Кәримдең “Өс таған” әҫәре буйынса башҡорт кинематографтары төшөргән яңы нәфис фильмды беренсе тапҡыр күрһәтәләр. Мин уны яҙылыусыларыма кәңәш итә алыуыма шатмын (үҙем уны ҡараным). Ниһайәт, сифатлы таҫмалар төшөрөргә өйрәндек. Өс йыл элек Красногорскиҙа эшләгән саҡта беҙҙең Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” фильмын киң итеп хатта Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә күрһәтеүҙәренә бөтәбеҙ ҙә бик ғәжәпләнгәйнек. Тик ҡарағас, ғәжәпләнеү үтте. Беҙҙең егеттәр сифатлы һәм заманса ғына төшөрмәй. Улар изге кино төшөрә. Кешеләр, матурлыҡ, мөхәббәт, дуҫлыҡ тураһында... Беҙгә был донъяла йыш ҡына етмәгән нәмәләр хаҡында. Тәнҡитселәр “Өс таған”ды бик юғары баһалап өлгөрҙө – ул биш Рәсәй һәм бер сит ил кинофестивалендә приздар йыйҙы. Был фильм мотлаҡ рәүештә оҙаҡ йылдар кинола ла, телеэкранда ла популяр буласаҡ. Ә беҙ республикабыҙҙың ошо мәҙәни өлөшө артабан да үҫешһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Ҡарағандан һуң тәьҫораттарығыҙ тураһында һөйләгеҙ миңә - ҙур теләк менән комментарийҙарығыҙҙы уҡып сығырмын".
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи