Һаҡмар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Февраль 2021, 11:15

Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт оркестрының Мәскәүҙәге концерты тураһында: «Тарихи ваҡиға булды»

Тарихи ваҡиға булды – Милли симфоник оркестрыбыҙ тарихта тәүге тапҡыр Чайковский исемендәге Концерт залында сығыш яһаны. Ыңғай баһалар алдыҡ», — тип билдәләне Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, шәмбе Мәскәү филармонияһында Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының концерты уҙҙы. Баш дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге Өфө коллективы рус классик музыкаһының гүзәл әҫәрҙәренән торған программаһы менән сығыш яһаны.
Республика Башлығы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға Мәскәүҙә Башҡорт операһы һәм балеты көндәренә әҙерләнергә ҡушты.
«Беҙ һеҙҙең менән музыка, мәҙәниәт өлкәһендәге иң яҡшы ҡаҙаныштарҙы ватандаштарыбыҙға күрһәтергә килешкәйнек. Әминә Ивний ҡыҙы, һеҙҙән Ҙур театрҙа Башҡорт операһы һәм балеты көндәренә әҙерлек көтәбеҙ. Былтырғы кеүек үк, ул март айында булыр».