Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Март 2019, 17:12

Театр – ул үҙе байрам

Театр йылына арналған Республика үҙешмәкәр театрҙар марафоны үҙ эшен дауам итә. Республика фестивале штандарты – БР үҙешмәкәр театрҙар марафонын тапшырыу тантанаһы уҙған аҙна аҙағында Әбйәлилдән Баймаҡҡа, ә кисә Баймаҡтан Сибайға күсте.

Баймаҡтар штандартты ҡабул итеү өсөн уҙған аҙнала күрше Әбйәлил районына барып ҡайтты. Тантаналы сарала Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары хакимиәтенән хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары Гөлшат Сирғәлина менән Раян Фаттахов, мәҙәниәт бүлеге начальниктары Гөлназ Йыһаншина менән Ирек Мусин ҡатнашты.
Эстафетаны ҡабул иткәндән һуң Иҫке Сибайҙың “Ялҡын” халыҡ театры спектакль ҡуйҙы. Улар тамашасылар хөкөмөнә Флорид Бүләковтың “Яран гөл” драмаһын тәҡдим итте.
“Ялҡын” театр һөйөүселәр клубы 2014 йылда район буйынса үткән “Театр яҙы” конкурсында Туфан Миңнуллиндың “Беҙ бит ауыл малайы” исемле әҫәрен сәхнәләштереп, Гран-при яулаған ине. Бында төрлө һөнәр эйәләре тупланған, әммә сәхнәгә булған һөйөү, театрҙы яратыу берләштергән уларҙы. 2018 йылда “Ялҡын” дар халыҡ исемен яулай. Театрҙың етәксеһе М. Һунаршина әйтеүенсә, бар яуланған үрҙәр тотош коллективтың еңеүе булып тора.
Фестиваль йыл аҙағында Өфөнөң М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур сара менән тамамланасаҡ.
Читайте нас в