Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Март 2022, 19:09

Ҡышты оҙаттылар

Бөгөн ҡаланың 5-се мәктәбе уҡыусылары Ҡышты оҙатты.

Ҡышты оҙаттылар
Ҡышты оҙаттылар

Ҡоймаҡ байрамы (Масленица) - яҙ башланыр алдынан үткәрелеүсе иң шатлыҡлы байрам ул. Был күңел асыу өсөн яҡшы сәбәп кенә түгел, халыҡ йолаларын иҫкә төшөрөү мөмкинлеге лә. Традицияға ярашлы, иң тәүҙә йәрминкә булды, әсәйҙәр бешереп ебәргән тәм-томдарҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо. Уҡыусылар Финансовая грамотность платформаһын практикала ҡулланды.
Артабан һәр береһе бешереп алып килгән ҡоймаҡ менән эҫе сәй эстеләр. Шунан китте төрлө уйындар. Уйнап туйғас, ҡыш ҡарасҡыһын яндырып, ниһайәт оҙайлы һалҡын ҡыш менән хушлаштыҡ.
Балалар был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Әҙерлек барышында улар элек Рәсәйҙә Масленица байрамын нисек үткәреүҙәре һәм уның йолалары тураһында күп нәмә белде. Ә байрамда балалар рәхәтләнеп күңел асты.
Ҡыш ҡарасҡыһының яныуын күҙәткәндә ерҙә яҡшылыҡ менән шатлыҡтың хакимлек итеүенә инандыҡ. Ҡышты оҙаттыҡ, барлыҡ күңелһеҙлектәрҙе яндырҙыҡ һәм яңырыу, йәшлек, яҡшылыҡ сифаттарын берләштергән Яҙ миҙгеленә урын бирҙек.
Байрам күңелле үтте. Бындай саралар балаларҙың да, уҡытыусыларҙың да, күңеленә хуш килде. Байрамды ойоштороусыларға рәхмәт!

Венера Ҡасҡынова.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: